-12 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Яңы "Һәнәк"!
16 Июнь 2025, 12:10

"ҺӘНӘК" күҙлегенән

Башҡортостанда Республика урмандарында һуңғы айҙа ун янғын теркәлгән. Шул уҡ ваҡытта эҫе, яуым-төшөмһөҙ көндәр, урман-аҡландарҙа, торф ятҡылыҡтары эргәһендә усаҡ яғыу, йәшен атыу янғын хәүефен арттыра. Өҫтәүенә, 2006 йылда яңы Урман кодексын ҡабул итеп, уны бөтөнләй тиерлек яҡлаусыһыҙ ҡалдырғайнылар. Урман байлыҡтарынан файҙаланыу һәм уны ҡурсалау арендаторҙарға йөкмәтелде. Илдең йәшел байлығын һаҡлаған 83 мең урмансынан 630 инспектор тороп ҡалды. инспектор тороп ҡалды. Әйтәйек, бер урмансы Архангел, Ғафури, Ишембай кеүек ҙур районды нисек ҡурсалап өлгөрһөн? Рәсәй тайгаһы миллиондарса гектарҙарҙа яна башлағас, ярай ҙа янғын һүндереүселәргә һуңғы йылдарҙа махсус техника күпләп һатып алына, уларҙың штаты арта. Әммә был ғына етмәй — урманда ысын хужа юҡ.Борон ата-балаларыбыҙ: “Беҙҙе урман туйҙырҙы”, — тип һөйләй торғайны. Емеш-еләктән алып, ағасы, кейеге-ҡошо — уртаҡ байлыҡ булған. Хәҙер килеп, урман байлығы бик әҙҙәргә эләгә, ә арендаторҙарҙың күбеһе булғанды турау-һатыу менән мәшғүл.

"ҺӘНӘК" күҙлегенән
"ҺӘНӘК" күҙлегенән

Рәсәйҙә

Коррупция менән көрәш Рәсәйҙең дәүләт сәйәсәтендә төп йүнәлештәрҙең береһе. Урлашыу, дәүләт милкенә ҡул һуҙыу, ришүәт алыу һ.б. енәйәттәр һаны һис тә кәмемәй. Әйтәйек, коррупция менән көрәшкә бәйле һуңғы кәңәшмәлә Рәсәйҙең Генераль прокуроры Игорь Красновтың әйтеүенсә, 2024 йылда уғры чиновниктар 504 миллиард һумлыҡ мөлкәтенән ҡолаҡ ҡаҡҡан. Тик ошо тартып алынған байлыҡ ҡайҙа була һуң? Тап ошонда ҡыҙыҡ та, ҡыҙғаныс та хәл асыҡлана. Рәсәйҙең Иҫәп палатаһы отчеты буйынса, ил бюджеты былтыр коррупционерҙарҙан тартып алынған 114 миллиард һумға тулыланған. Рәсәй Финанстар министрлығы биргән һан – 122 миллиард һум. Ҡалған аҡса ҡайҙа булған һуң? Быныһына иһә бер ведомство ла яуап бирә алмай. Әйтәйек, Рәсәй Оборона министрының элекке урынбаҫары Тимур Ивановтың ике миллиард һумлыҡ йорто дәүләт иҫәбенә тартып алыныуы хаҡында билдәле булды. Тик һуңынан был йорт кемгә һәм ниндәй хаҡҡа һатылғанын бер кем дә әйтмәй.
Шулай итеп, бер урланғанды икенсегә урлау тип аталмаймы икән был күренеш? РФ Дәүләт Думаһы депутаты Сергей Обухов та ошондай уҡ һорауҙы тейешле органдарға бирә, әлегә яуап биреүсе генә юҡ. Бәлки, быны асыҡлау өсөн яңы комиссия төҙөргә кәрәктер? Тик шуныһы — был комиссия үҙе урлаша башламаҫ тип бер кем дә әйтә алмай шул.

Донъяла

Франция борондан Европаның ҡеүәтле илдәренең береһе, ә уның етәкселәре донъя кимәлендәге абруйлы сәйәсмәндәр булды. Шарль де Голь, Франсуа Миттеран, Жак Ширак кеүек элекке президенттар быға тере миҫал. 2017 йылдан алып президент вазифаһында булған Эммануэль Макрон тураһында иһә былай әйтеп булмай. Тышҡы һәм эске сәйәсәт буйынса проблемалар өҫтәлә генә, күпселек француздар уны бөтөнләй күрә алмай. Макронды аҙым һайын хата аҙымдар яһауы өсөн ҡайһы саҡта тотоп туҡмағы килә, тип белдергәйне абруйлы француз журналистарының береһе. Ошондай теләк менән яныусылар ҡыуана ала: яңыраҡ ҡатыны Брижит самолет ишегенән сығыр саҡта иренең “әпәй шүрлегенә” менеп төшкәнен бөтә донъя тамаша ҡылды.
Билдәле булыуынса, Франция президенты үҙенән 24 йәшкә олораҡ уҡытыусыһына өйләнә. Күрәһең, Брижит һикһәнде ҡыуһа ла, яратҡан уҡыусыһын тәрбиәләүен дауам итә. Тик 47 йәшлек ир, ҙур илдең етәксеһе, хәҙер килеп аҡылға ултырырмы икән? Бәлки, мәктәптә уҡыған сағында уҡ уның саңын ҡаҡҡыларға кәрәк булғандыр?

Автор: Дилара Арсаева
Читайте нас