— Шулайын шулай, тик был иргә саф һауала ҡыйын булған. Юлдашы машинаһын ҡыҙҙырып, глушитель янына һалып газ еҫкәткәс кенә әҙәм булған Салауат кешеһе — ышанһаң — ышан, ышанмаһаң — юҡ.
— Бәй, был ҡалала йәшәүселәргә газ еҫе танһыҡ инде ул, юҡҡа аптырайһың! Уға саф һауа ағыуҙай тәьҫир итә. Батырыбыҙ исемен йөрөткән ҡалаға яҡынайыу менән һиҙелә был ауыр еҫ — тын алғыһыҙ!
— Шулай ҙа ул. Тик бына Салауат ҡына түгел, Өфө менән Стәрлетамаҡ та әленән-әле Рәсәйҙең иң бысраҡ һауалы ҡалалары исемлегенә инә. Әгәр былтыр Өфө буйынса хәлдәр бер аҙ һәйбәтләнһә, Стәрлетамаҡ менән Салауатта һауа һаман бысрағыраҡ була бара. Халыҡ түҙгеһеҙ еҫкә зарлана, ә республиканың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы ялыуҙарҙы тикшерә. Тик федераль милектәге эре предприятиеларға “теше үтмәй”, прокуратура ла уларҙың эшмәкәрлеген контролдә тоторға рөхсәт итмәй.
— Фу-у, йәнә алама еҫ сыҡты! Заводтар төтәтә генә! Зарланыуҙан, кемгәлер ялыу яҙыуҙан бер файҙа юҡ — прокуратура менән экологтарҙың да көсө етмәй был олигархтарға. Бөтә халыҡ ағыуланып үлеп бөтһә, эшләргә кешеһен ҡайҙан табырҙар икән?
Мәргән АПТЫРАҠОВ.