-12 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Яңы "Һәнәк"!
21 Июль 2025, 10:43

"ҺӘНӘК" күҙлегенән

БАШҠОРТОСТАНДА Статистика органдары мәғлүмәттәре буйынса республикала уртаса эш хаҡы 2025 йылдың тәүге кварталында уҡ 62 мең һумдан ашып киткән. Ә бынан ун йыл элек, 2015 йылда, был күрһәткес 25 мең самаһы тәшкил иткән. Донъянан артта ҡалмағыҙ, тип өйрәтә беҙгә төрлө кимәлдәге етәкселәр. Әлбиттә, Дәүләт Думаһы депутаттары һымаҡ яртышар миллион алһаҡ, бер ҙә ҡалмаҫ инек. Юғиһә күптәргә һаман 2015 йылда “йәшәргә” тура килә.

"ҺӘНӘК" күҙлегенән
"ҺӘНӘК" күҙлегенән

РӘСӘЙҘӘ

Калуга өлкәһендә 50 меңдән ашыу мигрант ришүәт биреп Рәсәйҙә йәшәү һәм эшләү өсөн рөхсәт алған. Тәртип һаҡлаусылар ниңә быға юл ҡуйған, тиһегеҙме? Тап погондар таҡҡан юғары вазифалы әфәнделәр быны ойошторған да инде. Рус телендә ауыҙ асып бер һүҙ ҙә әйтә алмайһыңмы? Ҡайғырма, аҡса төртһәң, һәр тажик йәки үзбәк был һынауҙы еңел үтәсәк. Ярай әле, хоҡуҡ органдары коллегаларын ҡулға алып, коррупцияға сик ҡуйған. Хәлдең етди булыуын Рәсәй эске эштәр министры Владимир Колокольцев та таный. Баҡһаң, ошондай енәйәттәр һаны һуңғы осорҙа ике тапҡырға артҡан икән. Быға тиклем Мәскәү ҡалаһында, Мәскәү, Свердлов өлкәләрендә мигранттарға тиҫтәләрсә меңәрләп паспорт һатҡан полиция хеҙмәткәрҙәрен асыҡлағайнылар.
Ә бит тап мигранттар тарафынан тәртип боҙоу, енәйәт ҡылыу осраҡтары арта бара. “Минең милициям мине һаҡлай” тигән әйтем сит илдән законһыҙ ингән мигранттарҙыҡы буғай хәҙер.

ДОНЪЯЛА

Ер шарында ҡан ҡойош барған урындар һис тә кәмемәй. Әммә Израилдең Иранға һөжүме донъя һуғышы тоҡаныуына килтерергә мөмкин ине. Ике Белорет районы хәтлем территорияны биләгән Израиль күршеләренә һис тынғы бирмәй. Фәләстин (Палестина) дәүләтен төҙөтмәй, унда геноцид ойоштора, һуңғы йылдарҙа ғына 50 меңгә яҡын кешене һәләк итте, Сирия, Ливан менән тынышмай, күптән түгел Иранды утҡа тота башланы. Әммә заманса ракета комплекстары менән ҡоралланған, 90 миллион халыҡ йәшәгән ҡеүәтле илгә теше үтмәне. Ике яҡ та ҙур зыян күрҙе. Белгестәр фекеренсә, тыныслыҡ оҙаҡҡа һуҙылмаясаҡ, яраларын ялап, бер аҙ көс туплағас, Израиль йәнә Иранды утҡа тота башлаясаҡ, сөнки унда ядро ҡоралы барлыҡҡа килеүенән ҡурҡа. Һәр аҙымын хуплап торған, ярҙамға килергә әҙер АҠШ булғас, иркен ҡылана.
Шулай итеп, кешелек донъяһы бер-берең менән татыу, тыныс тормошта йәшәргә һаман әҙер түгел, һаман кемгәлер ер, байлыҡ етмәй, көслөнөкө замана. Ядро ҡоралдарын ҡулланыуға барып етһәләр, Ер шарында тормоштоң бөтөнләй юҡҡа сығыуы мөмкин бит – тик быныһын Израиль етәкселәре кеүек күҙҙәре тонған һуғыш суҡмарҙары аңларға теләмәй.

 

 

Автор: "ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас