-12 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Яңы "Һәнәк"!
12 Август 2025, 12:00

"ҺӘНӘК" күҙлегенән

БАШҠОРТОСТАНДА – Сейә кәрәкме?– Үҙемдең баҡсалағыһын ҡайҙа итергә белмәйем, һатырға ине берәй нисек.Ошондай һөйләшеүҙе йыш ишетергә тура килә. Эйе, быйыл сейә ҡыуаҡтары һуңғы өс-дүрт йылда күрелмәгән уңыш бирҙе. Ғөмүмән, йәшелсә-емеш өсөн уңдырышлы йыл булды быйыл. Тик бына баҡса емешен ҡайҙа итергә? Ҡайһы бер ҡалаларҙа һәм район үҙәктәрендә баҡсасыларға һаман да сауҙа итеү өсөн йүнле шарттар булдырылмаған.Сираттағы оператив кәңәшмәлә республика башлығы Радий Хәбиров та был хәлде ҡаты тәнҡитләне. Уның фекеренсә, баҡсасыларға урын әҙерләү өсөн аҡса юҡлыҡҡа һылтаныу урынһыҙ: бары теләк һәм берәүҙең сығып ике таҡта ҡағыуы ла етә. Был урындарҙы кейем-һалым һәм башҡа әйбер һатҡан эшҡыуарҙарҙың биләүенә лә юл ҡуйырға ярамай.Шулай, әлегә был мәсьәләлә тәртип тә юҡ, аҡыл да етмәй: берәүҙәр йәшелсә-емешен серетеп түгә, икенселәре уны осһоҙораҡҡа ҡайҙан табырға белмәй.

"ҺӘНӘК" күҙлегенән
"ҺӘНӘК" күҙлегенән

РӘСӘЙҘӘ

Тамбов өлкәһенең элекке губернаторы Максим Егоровты ҡулға алғандар. Баҡһаң, ул юғары вазифала эшләгән сағында барлығы 80 миллион һумлыҡ ришүәт алған икән. Уға 11 миллион һумлыҡ машина бүләк иткәндәр, коттедж төҙөп биргәндәр, Ҡырымда ғаиләһе менән ял итеүҙе ойошторғандар.
Юғары вазифаны күп кенә чиновниктар байығыу ысулы тип һанай. Ғөмүмән, ил буйынса коррупцияға бәйле енәйәттәр бер йыл эсендә яҡынса 25 процентҡа артҡан. 2025 йылда Рәсәй буйынса юғары хоҡуҡ статусы булған 596 кеше коррупция өсөн хөкөм ителгән, тип белдерҙеләр РФ Тәфтиш комитетында. Улар араһында 98 адвокат, 16 депутат, туғыҙ прокуратура хеҙмәткәре, алты судья, бер сенатор бар.
Тап шулар енәйәтселек менән көрәшергә тейеш түгелме һуң? Бындай әҙәмдәрҙе юғары вазифаларға тәғәйенләү — кәзәне баҡса һаҡларға ҡушыу һымаҡ һөҙөмтә бирә, буғай.

ДОНЪЯЛА

Донъяла беҙ аңлап етмәгән нәмәләр бик күп. Мәҫәлән, һуңғы осорҙа әлеге шул Ҡытайҙа етештерелгән “Лабубу” уйынсығы яңынан-яңы илдәр баҙарын яулай. Бәләкәй генә ҡурҡыныс монстрҙың меңләгән уйынсыҡтарҙан әллә ни айырмаһы ла юҡ кеүек. Тик “Лабубу”ның бәхет, уңыш килтереүенә ышаныу, танылған кино, сәхнә йондоҙҙарының сумкаларына беркетеүе, матур дизайн уны бер йыл эсендә бөтә донъяла иң таралған уйынсыҡҡа әүерелдерҙе.
Баҡһаң, уны етештереүсе “Pop Mart” компанияһы хәҙер беҙҙең “Газпром”дан да ҡеүәтлерәк, ә компанияның етәксеһе Ван Нин Ҡытайҙың иң бай ун кешеһе иҫәбенә ингән. Әгәр уны Ҡытайҙа беҙҙең аҡса менән ике мең һумға һатып алырға мөмкин булһа, беҙҙең эшҡыуарҙар уны 30-50 мең һумға ла осора.
Шуныһы ҡыҙыҡ, Рәсәй Федерация Советы ағзаһы Екатерина Алтабаева был “ҡурҡыныс уйынсыҡты илгә сығарыуҙы тыйырға кәрәк”, тип белдерҙе. “Һәнәк” фекеренсә, тыйырға кәрәкмәй: комьютерҙа, телефонда уйнағансы, ҡурҡыныс һәм мәҙәк “Лабубу” менән булашыу балалар өсөн, һәйбәтерәк түгелме икән?

Автор:
Читайте нас