ТАБИП. Мин тағы теш табибы. Ниңә уны әйтмәйһегеҙ? Дүшәмбе көн бер кешенең тешен һурып өлгөрҙөм, ырғып тороп һуғыша башланы. Ярай әле, мин көслөрәк булып сыҡтым. Ике күҙенә лә фингал ултыртып саҡ ҡотолдом. Шишәмбе көн окулистҡа килгән. Дарыу һалғайным, күҙе асылып китте лә, мине танып, тағы һуғышырға кереште. Ҡулын һындырмайынса туҡтаманы. Шаршамбы хирургҡа килгән. Унда ла мине күргәс, аҡылына көс төштө шикелле, ҡысҡырып сығып йүгерҙе.
Кесаҙна невропатологҡа килгән. Мин беренсе көн генә ул вазифала эшләй башлағайным. Ҡулымда ялтырап торған сүкеш. Хәҙер ул күренмәй, психушкаға япҡандарҙыр инде. Ғөмүмән, пациенттар әҙәйҙе. Теш кабинетына килеүсе бөтөнләй юҡ.
ЧИНОВНИК. Үәт-үәт, пациенттар юҡ, ә һиңә өҫтәмә килә. Шатланып йөрө, әйҙә, эшкә.
ТАБИП. Алығыҙ үҙегеҙгә ул өҫтәмәне. Минең әле йәшәгем килә. Минән көслөрәктәр ҙә табылыр ул. Иртәнсәк торһам, йөрәгем сәнсә.
ЧИНОВНИК. Кардиологҡа күрен, сиратһыҙ яҙылырға ярҙам итәйемме?
ТАБИП. Мин үҙем кардиолог. Үткән айҙа ай-вайыма ҡарамай, приказ сығарҙығыҙ. Һәр йома ярты көн эшләйем.
ЧИНОВНИК. Бына бит! Бөгөн йома – кардиолог эшләй. Барып күренегеҙ.
ТАБИП. Һеҙ минән көләһегеҙ шикелле. Кардиолог һеҙҙең алда тора ғариза тотоп. Йөрәктең ҡайҙа икәнен дә белмәгән табипҡа мин нисек барайым?
ЧИНОВНИК. Ә биш процент өҫтәмә алып тораһың. Йөрәктең ҡайҙа икәнен белмәһәң дә. Ярай, яйлап өйрәнерһең әле. Өҫтәмәне кәметмәйек. Һиңә нәмә етмәй?
ТАБИП. Миңә аҡса етмәй.
ЧИНОВНИК. Ах-ах! Нисә ставкаға эшләйһең дә, аҡса етмәй тиһең? Ҡайҙа итәһең шул тиклем аҡсаны?
ТАБИП. Ашайым... Ул аҡса – аҡсамы ни ул?
ЧИНОВНИК. Ҡарайыҡ әле. Окулист, терапевт, хирург, теш табибы, ҡолаҡ, танау һәм тамаҡ... Үткән айҙа эш хаҡың утыҙ меңдән ашып киткән. Ул аҡсаға элек алты “Жигули” алып була торғайны. Туйып һикерәһең. Әле гинеколог, уролог ставкаһын да бирергә торабыҙ...
ТАБИП. Уфф, хәлем бөттө, нервылар...
ЧИНОВНИК. Һин бит хәҙер невропатолог та. Үҙеңде дауала әҙерәк.
ТАБИП. Нисек дауалайым мин? Беҙҙә бер нәмә лә юҡ.
ЧИНОВНИК. Как юҡ? Бына, бына, бына! (өҫтәлгә бер-бер артлы брошюралар ырғыта). Күрәһеңме, өр-яңы аппаратура: МРТ, КТ, ФГС, УЗИ... Әллә нисә миллиард тора.
ТАБИП. Улар бит буклеттар ғына. Реклама.
ЧИНОВНИК. Булһа ни? Хәҙер фото аша диагноз ҡуялар, дарыу бирәләр.
ТАБИП. Юҡ, барыбер китәм. Өгөтләмәгеҙ.
ЧИНОВНИК. Ҡайҙа китәһең инде?
ТАБИП. Таксист булып.
ЧИНОВНИК. Бөтә табиптар ҙа таксиға китте. Унда хәҙер кеше кәрәкмәй.
ТАБИП. Улайһа, иҙән йыуырмын.
ЧИНОВНИК. Иҙәнде бында ла йыуып була. Как раз кеше кәрәк. Әйҙә, алабыҙ.
ТАБИП. Бында иҙәнде кис йыуалар. Мине кем керетһен?
ЧИНОВНИК. Төнгө ҡарауылсыға әйтеп ҡуйырбыҙ, керетер. Кем эшләй унда?
ТАБИП. Мин.
ЧИНОВНИК. Үәт-үәт, үҙеңде үҙең керетерһең әле. Аңла, дуҫҡай, мин һине бер нисек тә ебәрә алмайым. Һин дә китһәң, поликлиника ябыла. Һаулыҡ һаҡлау бүлеген дә ябырға тура киләсәк, ә унда утыҙ кеше. Мин дә бар бит әле. Беҙ нишләйек?
ТАБИП. Килегеҙ бында табип булып.
ЧИНОВНИК. Көләһең!? Унда бер табип та юҡ. Мәҫәлән, мин – ботаник, мүк белгесе. Ҡалғандары йә визажист, йә парикмахер, йә астролог, йә нумеролог... Ә ирҙәре... (бармағын түшәмгә терәй). Аңлашыламы?
ТАБИП. Аңлашыла. (Башын эйеп сығып китә).