– Вәлит ағай, “Ғүмерҙәрҙе үлмәҫ йыр итәйек”, “Ҡайындар янында”, “Бер йырлап уҙам әле”, “Һин килтергән ҡайғы-шатлыҡ”, “Тик һинән айырмаһын”, “Юҡҡа үпкәләгән булып”, “Хәтер йыры”, “Гөлдәр бүләк итәм, ташлама” һәм башҡа популяр йырҙарҙың тап һеҙҙеке булыуын ҡайһы берәүҙәр белмәйҙер ҙә әле. Йыр китабын ҡараштырһаң, күпселек йүнле йырҙар Вәлит ағайҙыҡы икән, тигән фекер ҡала. Улар барыһы ла йөкмәткеле, бай мәғәнәле. Шиғырҙарҙы бала саҡтан уҡ яҙаһығыҙмы?
– Арттырып ебәрмә, Марат ҡустым, барлыҡ шәп йырҙар минеке түгел, әҙ-мәҙ башҡаларҙыҡы ла бар (көлә). Шиғырҙарҙы йәштән үҙем өсөн, күңел өсөн, яҙҙым. Йәш саҡта Яҙыусылар союзына шиғырҙар тупланған ҡулъяҙмамды алып барғайным. А. Б. менән Х. Н. ағайҙар шиғырҙарымды уҡып, юҡ менән булашма, ташла был шөғөлөңдө, һиндә бөтөнләй һәләт юҡ, был тирәлә йөрөмә, тип сығарып ебәрҙеләр.
Шунан һуң оҙаҡ йылдар Яҙыусылар союзына ла, редакцияларға ла аяҡ баҫманым. Әллә ни үкенмәйем, үпкә лә һаҡламайым уларға.
Ижадты дауам иттем, шиғырҙарыма яҙылған йөҙләгән йыр Фәриҙә Ҡудашева, Хәниә Фәрхи, Фән Вәлиәхмәтов, Фидан Ғафаров, Салауат Фәтхетдинов, Айҙар Ғәлимов, Роза Аҡкучукова һәм башҡа күп йырсылар репертуарына инде.
Яҙышҡандарға әйтмәксемен: кеше һүҙенә бик иғтибар итмәгеҙ. күңелегеҙҙе төшөрмәгеҙ. Яҙған әйберҙәрегеҙ, бәлки, шедеврҙыр!
– Бөтә нәмә, шул иҫәптән йырҙар, һатылған заманда йәшәйбеҙ. Был мәсьәләгә ҡарашығыҙ нисек? Йәнә шуныһына ғәжәп иттем: Роберт Тимербаев һәм башҡа ҡайһы бер башҡорт композиторҙары менән бергә тыуҙырған ижад емештәрегеҙҙе “татар йырҙары” исемлегенән табырға мөмкин, күрше республикала һеҙҙең йырҙарығыҙ айырыуса популяр икән.
– Шиғырҙарҙы ла, йырҙарҙы ла һатып булашҡаным булманы. Көйөн яҙыусылар хаҡында әйтә алмайым. Йырсылар оҡшаталар ҙа репертуарҙарына индерәләр, тик ҡайһы берәүҙәр һүҙҙәр авторы кем булыуы хаҡында әйтергә онота, ҡайһы саҡта ижад емешемдең авторы итеп бөтөнләй икенсе кешене әйтеп аптыраталар. Ә инде сығыштар өсөн махсус яҙылған шиғырҙар, арнауҙарҙың байтаҡ өлөшөн, йыйып бармағас, эҙләп тә табырлыҡ түгел, теркәп бармағас, юғалғандары ла күп. Ижадыңды тупла, китап итеп сығарайыҡ, тигән дуҫтарҙың һүҙенә ҡолаҡ һалып әле яңы тотондом был эшкә, яҡын арала ҡулға шул китапты алырбыҙ тип ышанам.
Ысынлап та, Татарстанда минең һүҙҙәргә яҙылған йырҙар күберәк тә яңғырай, буғай. Миҫал өсөн әйтһәк, үҙебеҙҙә бишәү йырлаһа, күршеләрҙә ун йырсының репертуарында була.
– Гастролдәр мәлендә ҡыҙыҡлы хәлдәр ҙә күп булғандыр.
– Филармонияла Фәнил Ишморатов исемле шәп баянсы бар ине. Бер мәл Филүс Гәрәевтәр менән Бөрйән яҡтарына юлландылар. Ҡайтҡас, сәфәр нисек булды, тип һорайым. Был шул хәтле тәьҫирләнеп һөйләй, тыңлап туймаҫһың!
“Һәйбәт йөрөнөк, тик юлдар әшәке, соҡор-саҡыр, Бөрйән юлынан китеп барыуҙы нәмә менән сағыштырырға булыр икән? – Ул оҙаҡ ҡына уйланып торҙо, – примерно Ҡазан проспекты буйлап барыу кеүек инде бына (был 80-се йылдар башы, ул саҡта Ҡазан юлдары бик хөрт ине), ямғыр яуа, кереп баттыҡ, сығып ҡына китеп булмай, ни трактор юҡ, ни атлы кеше осрамай, нәмә эшләргә белмәйбеҙ, үҙем менән флягала сәй йөрөтәм – ул бөттө, сәйе шурт с ним, тәмәке бөттө. Асыҡтырҙы, хәлдән тайҙыҡ. Күпме көткәнбеҙҙер, бер трактор килеп сыҡты – шуға тағып сығарҙыҡ автобусты. Бер ауылға барып кергәс, магазинға йүгерҙек. Барып керһәк, собханалла, тәмәке! Инәңде төгән итәйем, әпә-әй!”
Бына шундай мажаралар булғылай торғайны. Ҡыҙыҡ һәм ҡыҙғаныс хәлдәргә юлығаһың, иҫ киткес колоритлы кешеләргә тап булаһың. Ғәли абзый үҙе ни тора! Ҙур ғына түрәнең ярҙамсыһы, ауыҙына ғына ҡарап тора. Тегеһе башҡаларға эш ҡушмай, шулайтырға кәрәк ине, тип теләген генә белдерә. Быныһы баш баҫып тыңлай ҙа, кәрәк кешеһен саҡыртып алып команда бирә башлай. Күҙҙәре осҡон сәсә, тоҙло-боросло һүҙҙәрен йәлләмәй, күҙ асып йомған арала йыуаш әҙәмдән генералға әйләнә, тиерһең. Барыһының ҡотон алып бөткән, һәр теләге тормошҡа ашырыла. Бер мәл күмәкләп һөйләшеп-көлөшөп торабыҙ. етәксеһе унан һорай, ә һин нәмәгә көләһең, ти. Ғәли абзый секунд эсендә яуабын тапты. Ю-юҡ, көлмәйем, һеҙ көлгәнгә тура килтереп кенә йылмаям, ти!
– Вәлит ағай, «Ҡыҙыҡ менән Мәҙәк” эстрада театры ойошторолоуға быйыл 35 йыл тулды. Ул мәшһүр “Кәтүк менән Бағанай”ҙың традицияларын лайыҡлы дауам итте, мәҙәниәтебеҙ, сәнғәтебеҙҙе үҫтереүгә индергән өлөшө үтә ҙур, әле лә бик популяр. Белгестәр әйтеүенсә, ул оҙаҡ ваҡыт Башҡорт дәүләт филармонияһының иң ҙур табыш килтергән төркөмдәренең береһе булған, бер үк урында өсәр көн тамашасылар тулы залдарҙа сығыш яһағанһығыҙ. Ә бит һеҙ уға тиклем Салауат башҡорт драма театрында төрлө ролдәрҙе уйнап киң билдәлелек яулағайнығыҙ, лирик шағир булараҡ та асылғайнығыҙ. Сатира һәм юмор үҙенә нығыраҡ тарттымы?
– Хеҙмәт эшмәкәрлегемде драма артисы булып Стәрлеләге мәҙәниәт техникумының икенсе курс студенты сағымда уҡ башлағайным. Малайҙарҙан бабайҙарға тиклем төрлө һүрәткә инергә тура килде. Фәтих Ихсанов беҙҙең театрға килеп “Үкенескә ҡалмаһын” тигән комедияны ҡуйғайны. Шунда төп герой Миңлеәхмәтте уйнағайным. Ул Өфөгә саҡырғас, филармонияла Кәтүк ағай, йәғни Әхәт Уразмәтов бригадаһында сығыш яһай башланым. Репертуарҙы байытыр өсөн ҡыҙыҡлы миниатюралар, интермедиялар, шиғырҙар яҙа башланым. Ә инде 1990 йылда күптәнге хыялым тормошҡа ашты: Фәрүәз Мөхәмәтшин менән «Ҡыҙыҡ менән Мәҙәк” образдарын сәхнәгә сығара башланыҡ. Әлеге көндә лә ошо эште дауам итәбеҙ. Эшҡыуар Валерий Назаров эстрада театрына автобус, сәхнә ҡорамалдары алып бирҙе, үҙе лә беҙҙең менән бергә сығыш яһай, матур йырлай, көйҙәр ижад итә.
– Ә ҡайһы арала филология факультетын тамамлау ғына түгел, фән кандидаты булырға ла өлгәштегеҙ?
– Уның тарихы былай. Бер мәл Фәтих Ихсанов шылтырата: иртәгә иртән тиҙ генә фатирыма килеп ет, бергәләп бер ергә барабыҙ, ти. Барып керһәм, ул кухняла котлет ҡыҙҙыра, миңә лә өҫтәл артына ултырырға ҡуша. Бер ҡабып өлгөрҙөммө-юҡмы, әйҙә, киттек, күп ашау зыянлы, тип алып сығып китте. Бер аҙҙан Башҡорт дәүләт университетына килеп еттек тә Фәтих ағай хужаларса атлап филология факультеты деканы ишеген киң асып барып керҙе.
– Әссәләмәғәләйкү-үм! – уның үтә көр тауышына кабинетта ултырған кешеләр һиҫкәнеп китте. Фәтих ағай башҡаларға иғтибар ҙа итмәй, миңә ишаралап, деканға үҙ хәбәрен һөйләй. – Ярай, оҙаҡлап ултырырға ваҡыт юҡ, бына был егетте уҡырға алырға кәрәк.
– Ярар, оҙаҡламай имтихандар була, бирә алһа, студент булыр, – ти аптырап ҡалған декан Марат Зәйнуллин. – Дөрөҫөн әйткәндә, беҙ артистарҙы уҡырға алырға тырышмайбыҙ, улар күп дәрес ҡалдыра.
– Бирә алмаһа ла алырға тура килер, – тип үҙенекен һөйләй Фәтих ағай. – Ә был егет уҡырға йөрөр, фән кандидаты ла булыр!
– Тоҙһоҙ һүҙ һөйләмәгеҙ инде, Фәтих Хәйруллович, ниндәй фән кандидаты, уҡып сыға аламы, юҡмы әле?
Имтихандарҙы уңышлы биреп, уҡырға индем, ысынлап та, диссертация яҡларға ла форсат тыуҙы.
– Вәлит ағай, мәҙәниәт өлкәһендә иң аламаһы – артист йәки музыкант була алмаған кешенең етәкселеккә килеүе, тигәйне абруйлы сәнғәт кешеһе...
– Дөрөҫ әйткән. Үҙенең ҡулынан килмәгән етәксе таланттарҙы өйрәтә, эҙәрлекләй башлай шул. Беҙҙең Арыҫлан Мөбәрәков, Фәйзи Ғәскәров, Фәтих Ихсанов, Фән Вәлиәхмәтов кеүек ҙур шәхестәргә лә заманында бик еңел булманы, Кәтүк ағайыбыҙҙы ла обкомға саҡыртып тәнҡитләнеләр, теге ярамай, был ярамай, тип кәртәләр ҡуйып ҡына торҙолар, ә гениаль артист ине. Ижад кешеһе, ғөмүмән, сиктәргә һыймай торған кеше, ҙур талант ҡушҡанды ғына үтәп йөрөй алмай. Ҡайһы саҡта хатта талант ҡына етмәй. Бына ни өсөн ҡайһы бер йырсыларҙың тауышы ла шәп, төҫкә-башҡа ла матурҙар, тик уларҙың концертына халыҡ йөрөмәй? Сөнки сәхнә һөйкөмлөлөгө юҡ. Әгәр мин сәнғәт институтында эшләһәм, уҡырға алғанда тап ошо сифатты алғараҡ ҡуйыр инем.
– “Һәнәк”те алдырыусыларға ниндәй теләктәрегеҙ бар?
– “Һәнәк”те элек алдырҙым, әлбиттә, һуңынан туҡтап торҙом. Баш мөхәррир тарафынан журналдың юбилейына арналған һөйләшеүгә саҡырылғас, яңынан ҡыҙыҡһынып киттем, баҫма өсөн махсус рәүештә сатирик шиғырҙар яҙа башланым. Журнал һуңғы осорҙа бик уҡымлы сыға, тиражы арта бара, миңә айырыуса журнал хеҙмәткәрҙәренең, Рәзилә Рысҡужина, Венер Исхаҡов һәм башҡа сатириктарҙың әҫәрҙәре бик оҡшай. Беҙҙең халыҡҡа “Һәнәк”тән айырылырға ярамайҙыр. Сатира һәм юмор – тормош көҙгөһө ул, ҡайһы саҡта туранан-тура әйтә алмағанды кинәйә, шаяртыу аша еткерәһең, ул көлдөрөү аша уйға һалырға тейеш. Ғөмүмән, юморҙы аңлаған, уның менән дуҫ булған кеше – бәхетле кеше.
Марат Әминев әңгәмәләште.