РӘСӘЙҘӘ
Алтай крайында полиция, Һалым инспекцияһы, МЧС органдарында юғары вазифаларҙа эшләүсе Андрей Фролов 480 миллион һум самаһы тәшкил иткән мөлкәтен нисек туплауын иҫенә төшөрә алмай икән. Әллә инде, кеше һымаҡ эшкә бирелеп тик йөрөгән, ә бына Таиландта, Грузияла, Төркиәлә һәм башҡа илдәрҙә ял итергә яратҡас, әҙәм байытып, ҡунаҡхана һайлап тормаған, үҙенә оҡшаған фатирҙарҙы һатҡан да алған. Һөҙөмтәлә, Фроловтың сит илдәрҙә 47 элиталы фатир һәм башҡа мөлкәте булыуы, бынан тыш, үҙенә һәм яҡын туғандарына 49 ҡиммәтле машина теркәлеүе асыҡланған. Ә бит бынан егерме йыл элек кенә Фролов, башҡалар кеүек ғәҙәти кеше булған, ҙур вазифа эләккәс кенә, кинәт байый башлаған.
Рәсәйҙең Коррупцияға ҡаршы милли комитеты рәйесе Кирилл Кабанов әйтеүенсә, быйыл ғына Рәсәйҙә ике губернатор, 27 губернатор урынбаҫары һәм башҡа юғары вазифалы чиновник, коррупцияла ғәйепләнеп, ҡулға алынған, ә ришүәткә бәйле енәйәттәр һаны бер йылда 49 процентҡа артҡан. Был афәт менән нисек көрәшергә һуң? Ҡайһы бер белгестәр Ҡытай тәжрибәһен ҡулланырға тәҡдим итә: унда йыл һайын мең ярым самаһы ришүәт алыусыны стенаға терәп аталар икән. Беҙҙә лә был ысулды тормошҡа ашырырға булыр ине лә... кеше ҡалырмы икән – былай ҙа хәтәр кәмейбеҙ бит?! Ғәҙел түрә – амур тигры кеүек тәбиғәттә бик һирәк осрай ул, ҡыҙғанысҡа ҡаршы.
ДОНЪЯЛА
АҠШ-тың элекке президенты Джо Байден аҡылынан яҙған кешене хәтерләтә ине. Уның кем икәнен, Аҡ Йортта нишләп йөрөүен көн һайын иҫенә төшөрәләр ине, буғай. Дональд Трамп та үтә ҡыҙыҡлы персонаж. Рәсәй менән Украина араһындағы конфликтты 24 сәғәттә тамамларға вәғәҙә биргән президент хәҙер икенсерәк һөйләй. Төрлө илдәргә санкциялар менән янай, кемделер ҡурҡытырға, тап уныңса эшләтергә тырыша. Тик хәҙер Рәсәй, Ҡытай, Һиндостан, Бразилия һәм башҡа ҡеүәтле илдәр АҠШ етәксеһенең ауыҙына ғына ҡарап тормай, үҙ аллы сәйәсәт үткәрә. Күрәһең, Трамптың да ҡолағына донъяның үҙгәреүе хаҡында көн һайын әйтеп тороусы кәрәк, буғай.