РӘСӘЙҘӘ
Рәсәйҙә генераль прокурор менән Юғары суд рәйесе алышынды. Дөрөҫ эшләйҙәр, сөнки тәртип судтан башланырға тейеш. Тәүге һөҙөмтәләр күренә башланы ла, буғай. Генераль прокуратура РФ судьялар советы рәйесе Виктор Момотовтың 9 миллиард һумлыҡ мөлкәтен дәүләт иҫәбенә тартып алырға теләй, уны коррупцияла ғәйепләй. Баҡһаң, был судья тиҫтәләгән төбәктәге ҡунаҡханаларҙың хужаһы булып сыҡҡан. Кем әйтмешләй, кеше ултыртып та шул тиклем байлыҡ туплап була икән. Момотов үҙенең миллиардер булыу сәбәбен ябай ғына аңлата. Баҡһаң, ул йыш ҡына лотерея билеттары һатып ала һәм... үәт, мөғжизә, ота икән. Күрәһең, Рәсәйҙең иң текә судьяһы ҡулында һәр билет та отошлоға әүерелә.
ДОНЪЯЛА
Зебраны башҡортсаға, ҡара-аҡ юлаҡлы ҡырағай ат, тип тәржемә итергә мөмкин. Ат, әммә һыйыр түгел. Ә бына япон “ғалимдары” һыйырҙан зебра яһап ҡарарға булған. Улар һәүкәште ҡара-аҡ юлаҡлы итеп буяған һәм ҡыйыу һығымтаға килгән: баҡһаң, бынан һуң малҡайҙы себен-серекәй аҙ бимазалай һәм ул һөттө күберәк бирә башлай икән. Әлбиттә, хәҙер ҡойроҡ менән дошмандарға һелтәнмәй генә үлән ашарға мөмкинлек тыуа бит.
Ҡыҙыҡ, бынан бер-нисә тиҫтә йыл элек “япон мөғжизәһе” тип күп һөйләйҙәр ине, сөнки фәнни-техник ҡаҙаныштар башлыса ошо ил вәкилдәренә бәйле була торғайны. Күрәһең, әлеге быуын япон ғалимдары был йәһәттән маҡтана алмай, донъяны алға ебәрер өсөн һыйыр буяу ғына етәме икән?