Беҙҙең яҡтарҙа “Һаңғырауға сәләм бирһәң, “Атаң башы!” тип яуап ҡайтарыр…” тигән бер әйтем йөрөй. Ысынлап та, һаңғыраулығың арҡаһында әленән-әле мәҙәк хәлдәргә тарып тораһың икән шул. Мәрәкәсел кешеләр һөйләгән төрлө көләмәстәр ҙә тормоштағы шундай хәлдәрҙән алынғандыр. Бөгөнгө көндә ныҡ ҡына һаңғырау кеше булараҡ, үҙем менән булған бер нисә ҡыҙыҡлы эпизодты һөйләп китмәк булам.
“Бик яҡшы булған…”
Бер нисә йыл элек башҡалаға барырға тура килгәйне. Иң беренсе нәүбәттә “Киске Өфө” мөхәрриәтенә инеп, ҡәләмдәштәремде күреп сығырға ниәтем. Баш мөхәррир менән хәл-әхүәл белешеп, бүлек мөхәррирҙәренең береһе хаҡында һорашам. Гөлфиә Гәрәй ҡыҙының ирендәре йыбырлауынан “Ул ауылына ҡайтып китте...”, – тигәнде аңланым. Унан тағы ниҙер әйтте, әйтеүен, әммә мин, әлеге һаңғырау кеше, ныҡышып, башҡаса уны ҡаңғыртып тормаҫҡа булдым. “Яҡшы, бик яҡшы... – тип, күтәренке кәйеф менән үҙемсә әңгәмәне дауам итәм, – тыуған яҡтарға ҡайтып йөрөп килеү – бик һәйбәт эш…” Баш мөхәррирҙең йөҙөнә ҡарап, уның мине бүлдереп, тағы ниҙер хаҡында ишеттерергә тырышыуын күрәм, усымды-локаторымды ҡолағыма ҡуйып, уға йәнә иғтибар итәм. “Атаһы вафат булып ҡалған”, – ти ул нығыраҡ тауышланып… Үҙем өсөн ҡабатлап әйтелгән был хәбәрҙе ишеткәс, әлбиттә, үҙемә уңайһыҙ булды, әстәғфируллаһ. Ошо көлкө хәлгә ҡалыуымды һөйләп, башҡаларҙың кәйефен күтәрермен тип, уны иҫләп ҡалдым.
“Страховщица түгел бит ул…”
Автомобилемде страховкалау мәле еткәс, ғәҙәтем буйынса, үҙемдең таныш страховщицаға – Венера Фәйзулла ҡыҙына – шылтыратам. Уның “Да”, тигәнен бер аҙ ҡарлыҡҡандай, ирҙәр тауышы һымағыраҡ итеп ишетәм. Абонентым тамағына һалҡын алдырған, ахырыһы. “Венера Фәйзулловна, минең ОСАГО-ның срогы сығып...” – тип һүҙ башлауыма, әлеге ҡалын тауыш мине бүлдерә лә башланы: “Хәлил ағай, мин...” Тик уны йүнләп ишетеп етмәгәс, үҙемдең яҡты ҡайырам: “Һаңғырау икәнлегемде яҡшы беләһегеҙ, шуға мине тыңлағыҙ, Венера һылыу, һеҙҙе мин барыбер ишетмәйем”, – тип йомошомдо әйтергә тотондом. “Тамағы ауыртҡан” страховщицам мине һис кенә лә тыңлағыһы килмәй, ҡалын тауышы менән һүҙҙәремде һаман бүлдереп маташа. Ысынлап та, бәлки минең менән һөйләшергә ваҡыты ла юҡтыр. Эш кешеһе бит. “Әй, ярай улай булғас, Венера Фәйзулловна, трубканы улыма бирәм. Әйтер һүҙегеҙҙе уға әйтегеҙ”, – тинем дә телефонымды яҡында йөрөгән улыма тотторҙом. Улым ҡолағына ҡуйып, бер аҙ тыңлағас, йылмайып, ниҙер әйтте лә телефонды һүндерҙе. “Атай, һин Йәлил ағайға шылтыратҡанһың бит!..” Бәй, һаңғырау ғына түгел, өҫтәүенә күрәғарау икәнмен дә баһа, ауыҙыңа... май булғыры...
“Һай, афарин, ҡыҙым!..”
Инде бер-нисә йыл, насар ишетеү сәбәпле, һөйләшкән кешеләрҙең ирендәренә ҡарап ориентирлаша ла башланым шул. Кесе улымдың Әлисә һәм Самина исемле ҡыҙҙары бар. Ғәйәт шаяндар. Тик Самина һөйләшкәндә, үҙе лә аңғармаҫтан, урыҫ теленә төшөп китеүсән. Ҡабат-ҡабат һорашып, ни әйткәненә төшөнөп алғас: “Ҡыҙым, бына ошо һүҙҙәреңде хәҙер саф башҡортсалап ҡына һөйләп бир инде. Мин урыҫса белмәйем бит”, – тигән булам. Уның ихласлап, башҡортса әйткәнен ауыҙына ҡарап төшөнәм. “Үәт, афарин, ҡыҙым, ифрат дөрөҫ! Һәр саҡ ана шулай үҙ телеңдә, башҡортсалап, матур итеп һөйләшеп йөрө, йәме”, – тип уның арҡаһынан һөйгән булам. “Ярай”, – ти, ейәнсәрем, минең күҙемә ҡарап. Тик.. Ни өсөндөр, был ике шуҡ ҡыҙ ширҡылдаша башлай! Бер ниндәй ҙә көлкө тапмағас, “нишләп көлөшәһегеҙ ул”, тип һорашҡан булам. Оло ейәнсәрем Әлисә ҡолағыма яҡын килеп: “Ҡартатай, Самина шаяра, һиңә бер өн дә сығарманы бит, тик ауыҙын ғына йыбырлата”, – тигәс, үҙем дә көлөргә тотондом. Ейәнсәрҙәрем минең һаңғыраулығыма өйрәнеп тә бөткән инде. Хәҙер улар әйтер һүҙҙәрен ҡағыҙға йә телефонына яҙып күрһәтә.
Тауышһыҙ саң һурҙырғыс
Иҫкергән “Буран” урынына яңы “LG” саң һурҙырғысы алғайныҡ. Бөтөнләйгә тиерлек тауышһыҙ булыуына ҡарамаҫтан, ифрат та ҡеүәтле булып сыҡты: щеткаһы линолеум йәйелгән иҙәнгә йәбешеп аптырата. Шулай бер заман, хәләл ефетем өйҙө “пылесосить” итеп алырға “задание” ҡуйҙы ла, үҙе ҡайҙалыр сығып китте. Әлеге тауышһыҙ аппаратты ҡабыҙып алып, фатир буйлап, рәхәтләнеп саң һурам. Кәйеф һәйбәт. Хатта, элек иҙәнгә йәбешеп ыҙалатҡан щеткаһы ла был юлы еңел генә шыуғандай. Бер бүлмәне ентекләп таҙартып алғас, икенсеһенә күсергә ниәтләп, саң һурғысымды һүндерергә тип төймәһенә баҫтым, әммә… аппаратым кинәт кенә геүләй башламаһынмы. Хатта тауышын да бер аҙ ишеткәндәй булдым. Бәй!.. Башта, төймәһенә еткереп баҫмай, ҡабынмаған аппарат менән тотош бер булмәне “йыйыштырып” сыҡҡанмын да баһа...
“Бажам һыуға батып китмәҫ элек, көләмәс һөйләп өлгөрәйем…”
Бер мәл, ноябрь айҙарында, Байым ауылында йәшәгән ҡәйнәмә ҡунаҡҡа барғайныҡ. Шаян, йор һүҙле Мансур бажам да йәшәй ана шул ауылда. Бер көн таң менән килеп еткән. Миһран ҡәйнеш менән күлгә кисә кис ҡуйған ауҙарын барып ҡарарға кәрәк икән. Ҡәйнештең резина кәмәһе лә бар. Шуны автомобилгә тейәп, киттек. Төндә ныҡ ҡына һыуытҡанға күрә, күл яртылаш йоҡа боҙ менән ҡапланып, һыуҙағы ауҙың бер өлөшө боҙ аҫтында ҡалған. Кәмәләренә һауа тултырып алып, ҡәйнеш менән бажа кәмендә ике-өс метрҙай тәрәнлектә булған быуаға йөҙөп инеп тә киттеләр. Мин яр башынан ғына тегеләрҙе күҙәтәм. Резина кәмәләре менән йоҡа боҙҙо етеҙ генә йырып, күл уртаһына барып етте былар. Бер саҡ күрәм: бажа ишкәктәре менән йәнтәслим был яҡҡа ҡарай ишә башланы. Ә ҡәйнеш, алға ята биреберәк, ике ҡуллап кәмәһенең ике яғына йәбешеп алған. “Ауҙың бер башын тотоп, һыу буйлатып балыҡ һөҙөп килә башланы былар, тик ҡайҙа шулай ашығалар?...” тип уйлайым. Шул арала балыҡсылар хаҡындағы ниндәйҙер бер көләмәс иҫемә килеп төштө. “Бажа, ҡәйнеш, – тип ҡысҡырам тегеләргә, – онотмаҫ борон бер анекдот һөйләйем әле, тыңлағыҙ”, – тинем дә, тегеләрҙең миңә ниҙер әйтергә маташҡандарын да ишетмәй, һөйләргә тотондом. Тик, ни өсөндөр, былар мине тыңларға уйламай, ауыҙыңа май булғыры. Шундай ҡыҙыҡлы көләмәсте “әрәм итәләр”... Миңә бөтөнләйгә иғтибар итмәүҙәрен күреп, тағы ла нығыраҡ тауышлана биреп, һөйләүемде дауам итәм. Бажа, нишләптер, асыулы ҡарап, миңә ниҙер әйткәндәй ҙә була. Ишетмәгәс, бер ни ҙә аңламайым. Ыш-быш килеп ярға төкәлделәр. Бажам менән ҡәйнештең йөҙҙәре етди. Ә резина кәмә... ныҡ ҡына бушаған! Баҡһаң: ысынлап та анекдот ҡайғыһы булмаған икән быларҙа. Кәмәләре ике урындан боҙға ҡырҡылып киткән икән. Ярайһы ҙур булған шул тишектәрен ҡәйнеш йомарлап тотоп, көскә килеп еткәндәр. Хәҙер берәй мәжлес булһа, бажам шул хәлде иҫкә ала: “Һыу төбөнә китмәҫ элек, миңә көләмәс булһа ла һөйләп өлгөрөп ҡалайым, тип уйлағандыр инде бажа...”, тип мәрәкәләргә ярата. Ә ул саҡта, ысынлап та, уларҙа мәрәкә ҡайғыһы булмағандыр шул...
Минең һаңғыраулығымды күргән бәғзе бер таныштарым йәлләй башлай. “Нишләп табипҡа бармайһың?” – тип кәңәш бирергә тотоналар. Әммә, мин, үҙем дә табип булараҡ, был сиремдең ғүмерҙә лә йүнәлмәҫен яҡшы белгәнгә күрә, һәр саҡ былай яуап бирәм: “Аяҡтары йә ҡулы өҙөлгән кешенең, шул ағзаһының ҡабаттан үҫеп сығыуына өмөтө булмаған һымаҡ, минең ишетеү нервылары ла башҡаса үҫмәйәсәк. Шуға күрә, бушҡа ваҡыт сарыф итмәй, үҙ хәлем менән ризалашып, ошо сиремдең хатта бихисап ыңғай яҡтарын күреп ғүмер итергә тырышам”. “Һаңғыраулыҡтың ыңғай яҡтары ла була икәндер шул?..” “Була икән шул: әйтәйек, һәр төрлө кәрәкмәгән урам шау-шыуҙары, ғәйбәт хәбәрҙәр, бихисап каналлы телетапшырыуҙарҙағы теләһә ниндәй мәғлүмәттәрҙе ишетмәйһең. Пәйғәмбәребеҙ с.ғ.с. һәр саҡ файҙаһыҙ ғилемдән Аллаһҡа һыйыныу хаҡында доға ҡылыр булған.”
Һүҙ аҙағында: Бер мәл тимер юл вокзалы туҡталышында ҡара күҙлек кейгән бер кеше һәрмәнеп килеп, миңә төртөлдө. Уның ниҙер өндәшеүен күрәм. “Мин һаңғыраумын, бер ни ҙә ишетмәйем”, – тим уға. Ул, кеҫәһенән сығарып, миңә ҡағыҙ киҫәге тоттора. Уҡыйым: “Мин – һуҡыр кеше. Фәлән һанлы автобусҡа ултырырға ярҙам итегеҙ, зинһар” (записканы туғандары алдан әҙерләп, кеҫәһенә һалып ебәргән, буғай). Был кешене тәғәйенләнгән маршрутҡа ултыртышып ебәрҙем дә, үҙемсә уйлап ҡуйҙым: “Әлхәмдулиллаһ, минең хәлем уныҡынан күпкә еңелерәк икән...”
Бына шулай, ҡәҙерле туғандар, Аллаһ Тәғәлә биргән һәр һынауға ла риза булып, уның ыңғай яғын күрә белеп йәшәһәк, тормошобоҙа, күңелһеҙ булмаҫ.