-12 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Яңы "Һәнәк"!
6 Ноябрь 2025, 23:40

Гәзит мөхәррире зары

Хәмит ҠАРАМАЛИНСКИЙ Элекке ваҡытта гәзиткә яҙылыусылар күп булды. Һәр өй һайын әллә нисәшәр баҫма алдыралар ине. Хәҙер ни эргәһенә барып, йырлап, бейеһәң дә, хәлеңә кермәйҙәр, яҙылырға уйлап та бирмәйҙәр. Бер районда, әлеге лә баяғы, шул гәзит-маҙарға яҙылыу мәшәҡәте менән йөрөгәндә, олораҡ ҡына апайҙан һораша һалдым:– Бына, апай, ни өсөн хәҙерге ваҡытта гәзит-журналдарға яҙылыу ҡырҡа кәмене, сәбәбе ниҙә?– Эй, ҡустым, быға цивилизация ғәйепле бит. Аптырай төштөм: ни өсөн цивилизация ғәйепле һуң?

Гәзит мөхәррире зары
Гәзит мөхәррире зары

-Киреһенсә бит, цивилизация ни тиклем юғары, кеше лә белемле була бара бит, – тинем.
– Юҡ, шул, бөтөнләй улай түгел. Үҙең гәзит һынлы гәзиттең баш мөхәррире, шуны ла аңламайһың, – тип, мине әрләп ташланы ла бармағын бөгөп, һанай башланы. – Мейескә утын яҡмайбыҙ, йәғни ул бөтөнләй юҡ. Газ менән йылытабыҙ өйҙө. Быныһы беренсенән булды.
Мин, тағы аптырай төшөп:
– Мейес, газдың ни ҡыҫылышы бар һуң? – тип һорайым.
–Атағатаҡ, элекке ваҡытта ғүмер баҡый мейесте гәзит менән тоҡандыра инексе. Береһен йомарлап тыҡтың, гөлт итеп янып та китә. Икенсенән, шыптыр моҡсай.
Уныһы нисек була инде, гәзит менән шыптыр моҡсай араһында ниндәй бәйләнеш бар һуң, тип, тағы ла нығыраҡ аптырайым.
– Бар шул, туғаным, бар. Ҡунаҡҡа йөрөргә яратаһыңмы?
– Әлбиттә, яратам, –тимен.
– Әүәлерәк, шул ҡунаҡтан ҡайтҡанда, күстәнәстәрҙе нимәгә төрә торғайнылар?
– Гәзиткә, – тип яуаплайым, үҙем дә һиҙмәҫтән.
– Үәт, аңлай башланың, шикелле. Хатта гәзит етмәй ҙә ҡала торғайны. Хәҙер шыптыр моҡсайға һалдың-бирҙең, этең рәхәте. Өсөнсөнән, – тип киләһе бармағын бөкләгәндә, тырнаҡтарына иғтибар иттем, шундай матур итеп маникюр эшләткән, ваҡ ҡына сәскәләр төшөрөп тороп. Ул бармаҡтар ҡоромға буялып мейес тирәһендә булышҡан кешенекенә һис тә оҡшамаған ине шул. Һүҙен дауам итте, – әлеге лә баяғы – газ. Борон, мейескә ултыртып, берәй нәмә бешерһәң, табаның төбө ҡап-ҡара була тине, ашъяулыҡ бысрамаһын тип, гәзит түшәй торғайныҡ аҫтына. Хәҙер мейес тә юҡ, газ да ҡарайтмай, аҫтына һала торған матур таҡталар ҙа күпләп һатыла. Бына бит, эш нимәлә, – тине ул, һуҡ бармағын өҫкә сөйөп. – Дүртенсенән, йәйге эҫелә олоһо ла, кесеһе лә шул гәзиттән матур итеп эшләпә эшләп кейеп йөрөй ине. Хәҙер ни ҡалпаҡ, кепкаларҙың ниндәйе генә юҡ. Бишенсенән, үҙең студент саҡта күкәйеңде нимәгә төрөп алып килә торғайның?
– Эйе шул, – тиҫтәләгән тауыҡ йомортҡаһын матур итеп, гәзиткә төрөп һалыуым иҫемә төштө, –Аңланым, аңланым! – уны туҡтатырға ашыҡтым.
Был телдәр апайҙың дәлилдәре бөтәһе түгел. Цивилизацияның да кире яғы бар икән, тигән тәрән уйҙарға сумдым.
Байташ, Урманһыҙ, Ҡыудала райондарының соҡорло юлдарынан һикерә-һикерә, саң-туҙан еҫкәй-еҫкәй ҡайтып барғанда башҡа бер елле генә уй килде. Әгәр ҙә гәзитте кеҫәле, йәғни моҡсай формаһында, йәй көнө ҡалпаҡ рәүешендә сығара башлаһаҡ, һис шикһеҙ тираж һаны артасаҡ. Ошо шәп фекерҙән кәйеф бермә-бер күтәрелде. Иртәгәһен таң тишеге менән был яңылыҡты еткерергә тип, яңы түрәбикәгә йүнәлдем.

 

Автор: "ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас