Ирҙәрегеҙ, һөйгәндәрегеҙ менән урамға сыҡмаған осраҡта, кеше күп йөрөмәгән урындан уҙырға, ҡараңғыға ҡалырға тура килһә, биҙәнмәгеҙ. Киреһенсә, йөҙгә ҡором һөртөү күпкә ҡулайыраҡ. Ҡыҫҡа итәк урынына септәгә уранып, иҫке-моҫҡо кейенеп йөрөргә кәрәк. Әлбиттә, һәләмә кейемдәрегеҙ йыуылмаған һәм үтекләнмәгән булһа, тағы да яҡшыраҡ. Гардеробтарығыҙҙа өбөрө һырыған салбар һәм йыртыҡ фуфайка, аяҡ кейемдәренән – ҡатҡан галош, кирза итек тә булһын.
Сәстәрҙе йыуыуҙы, матур прическалар яһатыуҙы ла онотоғоҙ. Йыумай, тарамай уҡмаштырып, тауыҡ-ҡаҙ йөндәре һипкеләп алырға кәрәк. Уның өсөн иҫке мендәрҙәрҙе файҙаланырға була. Ә иң яҡшыһы – сәсте төптән ҡырып, солидол йәки вазелин һөртөп йөрөү. Шулай иткәндә маньяк, сәстәрегеҙгә йәбешеү урынына, һеҙҙең яндан тиҙерәк тайыу яғын ҡараясаҡ. Ә инде өйҙәрегеҙҙә күңелегеҙгә оҡшаған парик кейергә мөмкин. Был иҡтисади яҡтан да отошло, шампунь да кәрәкмәй, сәс ҡырҡтырырға, буятырға йөрөйһө лә юҡ.
Хушбуйҙарҙы ла оноторға тура килер. Һөртөнгө килгәндә солярка, мазут һибенергә мөмкин. Әлбиттә, скунс кеүек йәнлектәрҙең еҫтәренән файҙаланһаң маньяктар, яҡын килеү түгел, бер кварталдан урап уҙасаҡ. Бының өсөн өйҙә эт-бесәй урынына скунс аҫырарға кәрәк. Киләсәктә башҡа ҡатын-ҡыҙҙар ҙа был мәхлүктең файҙаһын аңлап алғас, «Скунс» исемле хушбуйҙар, иннек-кершәндәр ҙә сығарылыуы бик ихтимал. Был етештереүҙең башында торғандар, һис шикһеҙ, күп тә үтмәй бизнес-ледиға әйләнәсәк.
Спорт мелән дуҫ булырға кәрәк. Иң яҡшыһы – бокс, каратэ, тхеквондо. Шуға өҫтәп, йүгереү менән дә шөғөлләнегеҙ. Әгәр урамда ҡаршы енестәге кемдер сәғәт һораһа, тиҙ генә маңлайына тондорорға һәм тороп йүгерергә кәрәк. Юл аша сығырға ярҙам һораған әбей-бабайҙарҙы ла шулай итергә, сөнки уларҙың да кейенеп, ҡиәфәттәрен үҙгәрткән маньяк булыуҙары бик ихтимал. Асфальт һалыусылар, тимер юлсылар кейемдәре кейеп, ҡулға кувалда, кирка тотоп йөрөү ҙә ир-аттарҙың күҙҙәренән һаҡлай.
Бейек үксәле аяҡ кейемдәре кеймәгеҙ, сөнки ир-аттарҙың ваҡ-төйәккә иҫе китмәй. Биҙәнмәгеҙ, тәбиғи булығыҙ. Беҙ бына бейек үксәләрҙә лә йөрөмәйбеҙ, сөнки былай ҙа һеҙҙән бейек, биҙәнмәйбеҙ ҙә, сөнки былай ҙа матурбыҙ. Хушбуйҙар ҙа ҡулланмайбыҙ, сөнки һаҫыҡ түгелбеҙ. Логика буйынса, йәғни бейегерәк күренергә тырышыу, хушбуйҙар ҡулланыу, биҙәнеп йөрөүгә ҡарағанда ҡатын-ҡыҙҙар бәләкәй буйлы, һаҫыҡ еҫле, йәмһеҙ зат булып сыға. Шуға күрә тәбиғи булһағыҙ, һеҙгә берәү ҙә ҡағылмаясаҡ.
Мөнир ВАФИН.