Ҡыҙ. Этикеткалары юҡмы ни?
Әбей. Ниндәй этикетка? Үҙем бәйләнем, тинем бит. Был ризыҡтар үҙемдең һыйырымдыҡы.
Ҡыҙ. Ғәфү итегеҙ, әммә беҙ тик яңы әйберҙәрҙе ҡабул итәбеҙ.
Әбей. Былар ҙа яңы. Береһен дә кеймәнем дә, береһенән дә ауыҙ итмәнем. Барыһы мәрхәмәтлеккә.
Ҡыҙ. Ғәфү итегеҙ, былар беҙгә бармай.
Әбей. Һеҙгә түгел, мохтаждарға килтерҙем, тием бит.
Ҡыҙ. Ҡасаҡтарға ла йөн ойоҡтоң кәрәге юҡ, уларҙы бит йылы яҡҡа эвакуациялайҙар.
Әбей. Гәзиттә бит ниндәй ҙә булһа ярҙам мөһим, тип яҙалар.
Ҡыҙ. Кеше хәҙер гәзиткә ышанамы? Интернеттан уҡыр инегеҙ.
Әбей. Бәй, был тиклем әйберҙе хәҙер ҡайҙа итәйем икән?
Ҡыҙ. Һатығыҙ. Бынан алыҫ түгел,ҡул оҫталары йәрминкәһе үтә. Шунда алып барығыҙ, шундуҡ аласаҡтар. Килгән аҡсаһын беҙгә тапшырырһығыҙ.
Әбей. Һеҙ ул аҡсаны нимә эшләтәһегеҙ инде?
Ҡыҙ. Ә беҙ ул аҡсаға магазиндан кейем-яраҡ, балаларға һөт аҙыҡтары алабыҙ. Стресс кисергән кешеләргә тәбиғи туҡымаларҙан тегелгән йомшаҡ ойоҡтар һәм фермерҙар әҙерләгән ризыҡтар кәрәк.
Айбулат СӘСӘНБАЕВ.