-12 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Яңы "Һәнәк"!
8 Декабрь 2025, 13:55

* * *

Ир кеше өсөн иң мөһиме – ғаиләңде мохтажлыҡ кисермәҫлек итеп тәьмин итеү. Был ҡағиҙәне Петров фамилиялы әфәнде һәр ваҡыт иҫендә тота. Үҙен Өфөләге заводтарҙың береһенә директор итеп тәғәйенләгәс тә, ҡатыны етәкселек иткән фирма менән яһалма килешеү төҙөп, уларға ай һайын 3 миллион һумдан ашыу аҡса күсерә башлай.

* * *
* * *

Әлбиттә, үҙ кеҫәһенән түгел, завод бай бит. Был ғына етмәй, завод өсөн шул уҡ фирманан арендаға бүлмәләр алып, йәнә ай һайын яртышар миллион һум түләй, ә үҙендәге биналар буш тора. Тик ирҙең изге уйын хоҡуҡ һаҡсылары аңламай, уны коррупцияла ғәйепләп, енәйәт эше асалар. Әле Петров, башын тотоп, ҡараңғы бүлмәлә ултыра икән. Ғаиләне ҡараған өсөн дә төрмә янағас, артабан нисек йәшәргә, кемгә ышанырға, тип уфтана, имеш.

 

Автор: "ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас