Мал хужаһы уны һуйғас, ашҡаҙаны тулы сүп-сар араһынан янсыҡ, ә уның эсенән ҙур суммала аҡса таба. Ошоға бәйле һорауҙар күп. Бәлки, аҡса еҫен тойған мал тоҡомо уйлап сығарырҙар? Йүнле һыйыр аҡса таба, давай, буш ҡайтма, тип, малдарын сүп контейнерҙарына ҡыуыусылар артмаҫмы? Һыйыр сүп-сар менән туҡланһын өсөн уны нисә тәүлек ас тоторға кәрәк? Иң мөһиме – аҡса таптым, кемдеке, тип мал хужаһының бөтә донъяға яр һалыуы айырыуса аптырата. Шундай намыҫлы кешеләр бар икән, киләсәгебеҙ бөтөнләй үк өмөтһөҙ түгел, тимәк. Малды йүнләп ҡарамаһаҡ та үҙебеҙ малға әүерелмәгәнбеҙ әле.
РӘСӘЙҘӘ
– Билдәле әҙәби герой Остап Бендер фекеренсә, халыҡты алдап аҡса эшләүҙең 400 ысулы бар һәм ул ваҡыты-ваҡыты менән бер нисәһенән файҙалана. Бендерҙың вариҫтары иһә кешеләрҙе төп башына ултыртыу маҡсатында инде меңәрләп ысул ҡуллана, көн һайын яңыларын уйлап табалар. Заманында илдәге иң популяр төркөм булған «Ласковый май»ҙың продюсеры Андрей Разин өсөн дә Остап Бендер иң яратҡан әҙәби герой икән. Һәр урында үҙен ул саҡтағы ил башлығы Михаил Горбачевтың яҡын туғаны итеп таныштырыуы уға бөтә ишектәрҙе аса, балалар йортонда тәрбиәләнеүсегә 26 йәшендә миллионер булырға мөмкинлек бирә.
Хәҙерге заман мутлашыусылары алдында Остап Бендер ҙа эшләпәһен һалыр ине, моғайын. Әйтәйек, Рәсәй халҡы 2024 йылда телефон бурҙарынан 300 миллиард һум аҡсаһын алдырһа, быйыл да иҫ китерлек сумма булыуы көтөлә. Өҫтәүенә, мутлашыусылар яңынан-яңы ысулдар ҡуллана. Йырсы Лариса Долинаның өлгөһөнә эйәреүселәрҙе генә хәтергә төшөрәйек. Оло йәштәге кешеләр һатылған фатирҙарын суд аша кире ҡайтаралар. Йәнәһе, мошенниктар баш бутаны, улар торлаҡты һаттырҙы ла, аҡсаны алып юғалды, тип аңлаталар. Һөҙөмтәлә, ипотекаға, бурысҡа фатир алыусылар торлаҡһыҙ һәм аҡсаһыҙ ҡала. Әйткәндәй, Лариса Долина үҙенең фатирын 112 мең һумға һатып алыусыға бөтә сумманы ҡайтарып бирәсәген белдерҙе. Бер сығышы өсөн кәм тигәндә 12 миллион һум алған йырсы өсөн был сумма әллә ни ҙур түгел, күрәһең. Сөнки ил буйынса уның концерттарына билеттарҙы кире тапшыралар, сығыштарынан баш тарталар. Лариса Долина халыҡ дошманы булырға, аҡса юғалтырға теләмәйҙер. Остап Бендерҙың бөтә бөгөнгө вариҫтары ла халыҡ алдына сығып йырламай шул – моғайын, бер мошенник та, бер коррупционер ҙа ҡалмаҫ ине.
ДОНЪЯЛА
– Яңы йыл алдынан алда беҙҙе нәмә көтөүен тасуирлаған фараздарҙың иҫәбе-һаны юҡ – Нострадамус менән Ванганың вариҫтары арта ғына бара, буғай. Шуныһы ҡыҙыҡ: уларҙың күбеһе климаттың артабан үҙгәреүе, тәбиғи һәләкәттәрҙең йышайыуы, яһалма интеллекттың артабан үҫеш алыуы, Ҡытайҙың көсәйеүе, Европаның үҙ позицияларын юғалта барыуы хаҡында иҫкәртә. Рәсәй менән Украина араһында конфликт тамамланасағы хаҡында ла яҙалар. Бирһен Хоҙай, быныһын барыбыҙ ҙа түҙемһеҙләнеп көтә. Тик күрәҙәселәр сәйәсмәндәргә оҡшаған шул. Англияның элекке премьер-министры Черчилль әйтмешләй, сәйәсмән иртәгә, бер аҙнанан, бер йылдан нәмә буласағын һүрәтләп бирергә һәм... һуңынан әйткәндәренең ни өсөн тормошҡа ашмағанын аңлата алырға тейеш.