РӘСӘЙҘӘ
2025 йыл йомғаҡтарын барлау дауам итә. Белгестәр фекеренсә, үткән йыл коррупцияға ҡаршы көрәштең көсәйеүе менән билдәләнә. Юғары Суд рәйесе, илдең генераль прокуроры алышынды, үҙгәрештәр башҡа көс ведомстволарына ла ҡағылды. Шуныһы һөйөнөслө: министр, губернатор, генерал йәки юғары вазифалы судья булыу ғына енәйәт яуаплылығынан азат итмәй. Баҡһаң, бер йыл эсендә хөкөм эскәмйәһенә ултырыусылар һаны 24 процентҡа артҡан икән. Барлығы 11 мең вазифалы кеше енәйәт яуаплылығына тарттырылып, 2400 самаһы әҙәм иркенән мәхрүм ителгән, күбеһе ҙур суммаларҙа штраф түләйәсәк. “Коррупция менән көрәшеү – тиҙ процесс түгел, марафон кеүек оҙайлы, эҙмә-эҙлекле, туҡтауһыҙ барырға тейеш”, ти бит ана Рәсәйҙең Тәфтиш комитеты рәйесе Александр Бастрыкин.
Ғәҙәттә, марафон дистанцияһында йүгереүсенең финишҡа етәрәк хәле бөтә. Коррупция менән көрәшеүселәр һис тә бышлыҡмаҫ, тиҙлеген кәметмәҫ тип ышанайыҡ. Юғиһә, күп юғары вазифалы әҙәмдәр урлашыуҙы йәшәй белеү тип аңлайҙар бит.
ДОНЪЯЛА
2026 йыл ғәҙәттән тыш хәл менән башланып китте. АҠШ ҡораллы көстәре, президент Дональд Трамп ҡушыуы буйынса Венесуэла башлығы Николас Мадуроны пленға алып, Америка төрмәһенә ябып ҡуйҙы. Уны коррупцияла, наркотиктар менән һатыу итеүҙә ғәйепләйҙәр. Аналитиктар белдереүенсә, донъялағы иң күп нефть ятҡылыҡтарына эйә ил байлығын ҡулға төшөрөү – американдарҙың төп маҡсаты. “Минең өсөн халыҡ-ара хоҡуҡ нормалары бер нәмә лә түгел. Мине бер кем дә туҡтата алмай – бары тик үҙемдең аҡылыма, әхлаҡ принциптарыма ғына таянам”. Шулай тип белдергән ил башлығына Европа “демократтары” ла һүҙ әйтә алмай. Трамп инде донъялағы иң ҙур утрау булған Гренландияны ла үҙләштерергә самалай, уның Дания, йәғни НАТО ағзаһы ҡарамағында булыуына ла иҫе китмәй. Куба, Никарагуа, Иран һәм башҡа илдәрҙә лә үҙенең тәртиптәрен урынлаштырырға теләүен йәшермәй.
Америкаға быға тиклем илерә башлаған, ваҡыты-ваҡыты менән үҙенең кем икәнлеген иҫенә төшөрә алмаған йоҡосо Джо Байден идара итә ине. Уны тәнҡитләп бер булдыҡ. Баҡһаң, һуғыш суҡмарына ҡарағанда, йоҡоһона баш була алмаған президент АҠШ өсөн дә, тотош донъя өсөн дә һәйбәтерәк булған икән.