-8 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Яңы "Һәнәк"!
17 Февраль , 13:50

"ҺӘНӘК" күҙлегенән

БАШҠОРТОСТАНДА “Һәнәк”те ҡулынан төшөрмәй яратып уҡыусы дуҫтарыбыҙ ҙа көрәккә йәбешкән мәл етте – ҡар туҡтамай яуа! Февраль бураны һинең кисә генә көн буйы ахмаллаға төшөп көрәүеңде “һә” тигәнсе юҡҡа сығара, ҡарын тағы ла бейегерәк итеп өйөп ҡуя. Ә инде оло юлды таҙартырға тейешле техника һағындырып, көтөп арығас, бөтөнләй өмөттө өҙгәс кенә килеп етә. Рәсәй почтаһы кеүек бик әкрен ҡуҙғалалар, ҡалаларҙа ла, ауылдарҙа ла шулай, тип әсенә күп һанлы дуҫтарыбыҙ. Быға ни әйтәһең? Ҡыш, коммуналь хужалыҡ етәкселәрен һәм хеҙмәткәрҙәрен аптыратып, йыл һайын көтөлмәгәнсә килә, ҡарын мул яуҙыра, бурандарын ебәреп тора. Ауылда йәшәүселәр өсөн урам тирәһен көрәү ғәҙәти хәл. Ә ҡалала рәхәт, йорт алдын таҙартмайҙар, тип, зарланып, ялыу яҙып тик ятаһың, машинаңды ҡалдырып, автобус менән эшкә йөрөйһөң, көрәк алып, биш-ун минутта юлды таҙартыу башыңа ла инеп сыҡмай. Ауылды маҡта ла ҡалала йәшә шул.

"ҺӘНӘК" күҙлегенән
"ҺӘНӘК" күҙлегенән

РӘСӘЙҘӘ

Ауыл хужалығында ил буйынса 6 миллион самаһы кеше эшләй, рәсми мәғлүмәттәр буйынса бөгөндән 200 меңдән ашыу хеҙмәткәр талап ителә. Кадрҙар ҡытлығын хәл итеү өсөн Рәсәй Хөкүмәте дүрт дәүләт программаһына үҙгәрештәр индерҙе, белгестәр әҙерләүсе колледждарға ярҙам, гранттар суммаһы, мәктәптәрҙә агрокластар һаны ҡырҡа артасаҡ тип көтөлә. Ғөмүмән, тормошҡа ашырға тейешле уй-ниәттәре бик күп.
Бындай хәстәрлек ҡыуаныс ҡына уята һәм күңелдә бер генә һорау тыуа. Ни өсөн ауыл хужалығына ҙур ярҙам саралары элегерәк, ауылдар гөрләп, йәштәр тулып йөрөгән саҡта булманы икән? “Рух” төркөмөнөң киң билдәле йырында нәмә тип йырлайҙар әле: “Өлгөрмәнем, өлгөрмәнем”...

ДОНЪЯЛА

Ҡытай коррупцияға ҡаршы көрәш буйынса күптәргә өлгө булып тора. Власҡа 2012 йылда Си Цзиньпин килгәс тә өс йыл эсендә миллиондан ашыу чиновник хөкөм ителә, шул иҫәптән йөҙләп министр, ҡала мэрҙары, провинция етәкселәре. Урлашып тотолған ҙур етәкселәрҙе стенаға терәп атыуҙы үҙәк телевидение тура эфирҙа күрһәтә, әҙер генә торған табиптар кәүҙәһе һыуынып та өлгөрмәгән мәйеттең органдарын алып, дауаханаларға оҙата. Ришүәтсенең ғаилә ағзаларының, яҡын туғандарының да мөлкәте дәүләт иҫәбенә тартып алына. Иң күп язалау осрағы 2009 йылда теркәлә: Олимпиада объекттарын төҙөүҙә мутлашҡан 150 эшҡыуарҙы бер көндә аталар.
Ҡытайҙан өлгө алып, Рәсәйҙә лә ҡаты закондар булдырырға кәрәк, тиһегеҙме? Тик быға күптәр ҡаршы. Беҙҙә демографик хәл бик хөрт, урлашҡан, ришүәт алған кешеләрҙең барыһын да ата-ултырта башлаһаң, илдә... кеше ҡалмаясаҡ икән.

Автор:
Читайте нас