+17 °С
Облачно
Еңеүгә - 80 йыл
Яңы "Һәнәк"!
22 Февраля , 16:35

Һәнәк әйтһә - хаҡ әйтә

Бер нәмәнән ҡурҡмаған кеше лә көлкөгә ҡалыуҙан ҡурҡа.*** Әйтер һүҙе булмаған кеше күп һөйләй.***Пенсия әҙерәк булған һайын ҡан баҫымы юғарыраҡ.*** Ул эсмәй, иҫәр түгел һәм урлашмай – шуға уны бер кем дә белмәй.***Барыһы ла һауа торошона зарлана. Унан башҡа тормошобоҙҙа барыһы ла һәйбәт шул.

Һәнәк әйтһә - хаҡ әйтәҺәнәк әйтһә - хаҡ әйтә
Һәнәк әйтһә - хаҡ әйтә

***
– Һиңә инде биш йәш, ата-әсәйеңә әйт, үҙеңә берәй ҡусты йә һеңлекәш һатып алһындар!
– Нәмәгә аҡса бөтөрөргә – әсәйем бит йәш, үҙе лә таба ала!
***
– Атай, билмәнде нисек бешерергә?
– Үәт, әй, башһыҙ быуын үҫеп килә! Интернеттан ҡарайыҡ!
***
Ата-әсәһе алты йәшлек ҡыҙҙарына һуған менән һарымһаҡ ашарға ҡуша, микробтарың сығып ҡасыр, тип дәртләндерә.
Ҡыҙ ҡыҙыҡһына:
– Микробтар шоколад менән сыҡмаймы?

Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас