РӘСӘЙҘӘ
Рәсәй Эске эштәр министрлығында барлығы 200 мең самаһы хеҙмәткәр етмәй икән. Өҫтәүенә был һан йылдан-йыл арта бара. Айырыуса патруль-пост, участка инспекторҙары етешмәй. Екатеринбург ҡалаһында полиция хеҙмәткәре менән ярҙам өмөт итеүсе араһында түбәндәге диалог була:
– Зинһар өсөн, наряд ебәрегеҙ!
– Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, әле берәү ҙә юҡ!
– Һеҙ полициямы, юҡмы?
– Кеше юҡ беҙҙә, 16 кеше урынына икәү эшләйбеҙ!
Эш хаҡының түбән булыуы – полицияла эшләргә теләүселәрҙе өркөтөүсе иң ҙур сәбәп икән. Шул уҡ ваҡытта ведомствола коррупция осраҡтары йыш асыҡлана. Бер генә миҫал: яңыраҡ Санкт-Петербургта миллиондарса һум ришүәт алған өс генералды иркенән мәхрүм иттеләр. Генералдар урлашмаһа, бәлки, эш хаҡтары ла етерлек күләмдә булыр ине. Тик улар туя белмәй шул.
ДОНЪЯЛА
Донъяла һис тә тыныслыҡ юҡ. Америка Ҡушма Штаттары Венесуэла президентын “урлап” алып сығып, илдә үҙҙәренә уңайлы власть урынлаштырырға ынтыла. Уңышлы операциянан дәртләнгән Дональд Трамп үҙен донъя хужаһы итеп тоя башланы, буғай. Израиль менән берлектә Иранға һөжүм итеп, тиҫтәләгән илдең тыныс тормошон боҙҙо. Сөнки 80 миллиондан ашыу кеше йәшәгән, яҡшы ҡоралланған Иран еңел генә бирелмәйәсәк. Сит илдәрҙә урынлашҡан Америка базаларын утҡа тота, Израилгә ракеталарын осора. Эштәр былай барһа, өсөнсө донъя һуғышы ҡупмаҫ тимә. Ҡыҙыҡ та, ҡыҙғаныс та: кешелек донъяһының яҙмышы Трамп, Нетанъяху кеүек һуғыш суҡмарҙарына бәйле.