+6 °С
Облачно
Еңеүгә - 80 йыл
Яңы "Һәнәк"!
11 Апреля , 17:18

"Һәнәк" күҙлегенән

ДОНЪЯЛА “Беҙ Иранды еңдек, улар, һуғышты туҡтатығыҙ, тип инәлә. Мин уйлайым әле”. АҠШ президенты Дональд Трамптың ҡасан дөрөҫтө һөйләгәнен, ҡасан алдашҡанын аңлауы ҡыйын. Иран менән һөйләшеүҙәр уңышлы бара, тип әйтеп һалғайны, тегеләре был хәбәргә ныҡ аптыраны. Баҡһаң, бер ниндәй осрашыуҙың булғаны ла юҡ икән. Дөрөҫө шул – Трамп, Израиль етәкселеге менән берлектә, Иранға һөжүм итеп, донъяны Өсөнсө донъя һуғышы ҡурҡынысы алдына ҡуйҙы. Иран һис тә бирешмәй: Израиль ҡалаларын, хәрби заводтарҙы, Яҡын Көнсығыштағы Америка базаларын аяуһыҙ утҡа тота. Һөҙөмтәлә көн һайын һуғыш ҡорбандары арта, йорттар, предприятиелар емерелә, күп илдәрҙә тауарҙарға, шул иҫәптән, аҙыҡ-түлеккә, яғыулыҡҡа хаҡтар йыл үҫәһен көн үҫә. Йә Хоҙай! Етәкселәргә миһырбанлыҡ бир, һуғыштарҙы туҡтатһындар, тип теләй миллионлаған кешеләр бөгөн. 79 йәшлек Дональд Трамп менән 76 йәшлек Биньямин Нетаньяху донъя болғатыуҙарын дауам итә. Аҡыл ҡартлыҡ менән бергә килә, тиҙәр. Ҡайһы берәүҙәргә ҡартлыҡ яңғыҙы ғына килә, күрәһең.

"Һәнәк" күҙлегенән"Һәнәк" күҙлегенән
"Һәнәк" күҙлегенән

РӘСӘЙҘӘ

Дағстанда ҙур вазифалар биләгән бер нисә чиновникты коррупцияла ғәйепләйҙәр. Дәүләт тарафынан малсылыҡты үҫтереүгә бүленгән 950 мең һум аҡсаны алыуға өлгәшкән бәхетле фермер был сумманың 95 мең һумын изгелек өләшеүселәргә кире ҡайтарып бирергә тейеш булған. Был коррупциямы? Әлбиттә! Әммә ошо йылдың февраль һәм март айҙарында Новосибирск өлкәһендә һәм йәнә бер нисә төбәктә һыйыр малын күпләп юҡ итеү алдында был сүп кенә.
Күҙ алдығыҙға килтерегеҙ: бер, биш, йәки илле баш мал аҫырайһығыҙ, малсылыҡ – һеҙҙең төп табыш, йәшәү сығанағы. Көтмәгәндә ауылға ветеринарҙар, ҡоралланған тәртип һаҡсылары килеп төшә һәм, һеҙгә йүнләп бер нәмә лә аңлатмайынса, “һәүкәш”тәрегеҙҙе юҡ итә башлайҙар. Баҡһаң, төбәктә ниндәйҙер ҡурҡыныс ауырыу таралған, унан ҡотолоу өсөн башҡа юл юҡ, имеш. Ниндәйҙер мөғжизә менән меңәрләгән баш мал аҫыраған агрохолдингтар ғына был афәттән ҡотолоп ҡала. Баҡһаң, уларҙың ғына һыйырҙары һау-сәләмәт. Шулай итеп, ауылдар халҡы йөҙ меңгә тиклем малынан яҙа, килтерелгән зыян 1,5 миллиард һум самаһы иҫәпләнә. Дөрөҫ, һәр юҡ ителгән малға килограмына 172 һумдан аҡса түләйәсәктәр, әммә был сумма нимәгә етә һуң?
Ҡыҫҡаһы, ҡаш төҙәтәм тип күҙ сығарған чиновниктарҙы аңлауы ҡыйын. Әгәр ҡурҡыныс мал ауырыуы таралған икән, ни өсөн алдан халыҡ менән осрашып, сирҙән ҡотолоу юлдары хаҡында мәсьәләне уртаға һалып һөйләшмәҫкә! Маҡсатыңа ҡоралға таянып өлгәшеүе уңайлыраҡ, күрәһең.

БАШҠОРТОСТАНДА

Автор:
Читайте нас