

ШАРАНДА – ЮЛДАР ХАЙРАН!
Рәсәй Тәфтиш комитетының Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы, Шаран районында юлдарҙың үткеһеҙ булыуына бәйле, енәйәт эше ҡуҙғатты. Баҡһаң, ведомство етәксеһе Александр Бастрыкинға насар юлдарға зарланып хаттар килә икән. “Һәнәк” ҙур серҙе аса: бындай хәл Шаранда ғына күҙәтелмәй. Ниңәлер, ҡар менән бергә күп ҡалаларҙа, райондарҙа юлдар ҙа “юҡҡа сыҡты”. Дөрөҫөн әйткәндә, соҡор-саҡырҙарҙан, батҡыл урындарҙан йөрөп ялҡҡан бар халыҡ Бастрыкинға хаттар яҙһа, уның ведомствоһына тиҫтәләрсә йылдарға етерлек эш булыр ине, буғай.
Кәкре БӨКРИЕВ.