+9 °С
Облачно
Еңеүгә - 80 йыл
Яңы "Һәнәк"!
16 Апреля , 10:20
“ЖИГУЛИ”ҘЫ МАҠТА ЛА – “МЕРСЕДЕС”ТА ЙӨРӨ
Башҡортостанда барлығы ике миллион самаһы транспорт сараһы теркәлгән. Уларҙың миллион ярымдан артығырағы – еңел автомашиналар. Дүрт миллион халыҡ йәшәгән төбәк өсөн был бик ҙур күрһәткес. Ә бынан ун йыл элекке күрһәткес менән сағыштырғанда, автомашиналар һаны ярты миллионға артҡан. Автомашиналарҙың күпселеге – “Лада”, әлбиттә. Сөнки ул иң-иң шәбе... осһоҙ машиналар араһында. Бына “Автоваз”дың генераль директоры Максим Соколов та телевидение журналисына биргән интервьюһында “Лада”ны нисек кенә маҡтаманы. Баҡһаң, беҙҙең “Лада-Гранта”, “Лада-Ларгус” тарға еткән машиналар бөтөнләй юҡ икән был донъяла. Һуңынан телевизор ҡараған миллионлаған кеше алдында... “Мерседес”ҡа ултырып китеп барҙы. Мин дә шулайтыр инем, Соколов кеүек эш хаҡы алһам!
“ЖИГУЛИ”ҘЫ МАҠТА ЛА – “МЕРСЕДЕС”ТА ЙӨРӨ
Автор:
"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас
Новости партнеров
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"