

1-се. Иҫәрләндеңме әллә?
2-се. Ялҡтым ҡаланан. Ауылда – хозур! Иртән әтәстәр кысҡырып уята – романтика!
1-се. Атаң башына кәрәкме һиңә әтәс?! Уны ҡысҡыртыр өсөн йыл әйләнәһенә ем ташырға кәрәк.
2-се. Ташыйым. Һыйыр һауып экологик таҙа һөт эсәм.
1-се. Эсмәйерәк тор. Бесән саба беләһеңме, исмаһам?
2-се. Белмәһәм һуң, һатып алам.
1-се. Йә Хоҙай, иҫәрләнгән! Ауылда эш юҡ, бесән һатып ала башлаһаң ыштанһыҙ ҡалаһың бит, иҫәр!
2-се. Яйы сығыр әле. Зато таҙа һауа, экология, һаулығым да насарайҙы.
1-се. Диуана! Ауырыу кеше ауылда йәшәй алмай. Көнө-төнө ат кеүек баш күтәрмәй эшләргә кәрәк. Ә кирза итегең ҡайҙа?
2-се. Кирза итек? Нимәгә ул?
1-се. Ха! Ауылға йәшәргә китеп бара берәү! Ауылда йәшәйем тиһәң, ботҡа еткән итек кәрәк. Мә, ал!
Сүп һауытындағы итекте алып бирә.
2-се. Юҡ, юҡ! Миңә итек кейергә ярамай, үксәмә һөйәл сыға.
1-се. Нисауа, түҙерһең! Йыл буйы һалмаһаң, аяҡ күнегә ул. Фуфайка һатып алып торма. Мә, илле дүртенсе размер, бүләк итәм!
2-се. Минең размер ҡырҡ һигеҙ.
1-се. Уныһы ла кәрәк булыр. Быныһының аҫтынан кейергә.
2-се. Көлдөрмә! Фигурамды боҙоп...
1-се. Ҡыш буйы буран. Сатлама һыуыҡ. Так что, фигураңды онот. Был нимә, күлдәктәрме? Уларҙы һат.
2-се. Улар бит минең яратҡан күлдәктәрем.
1-се. Кейергә ваҡытың булмаҫ. О-о, күпме туфли! Ауылда яҙҙан көҙгә ҡәҙәр батҡаҡ. Бөтәһен дә сүплеккә ырғыт!
2-се. Йә Хоҙай, ниңә ҡурҡытаһың? Ә үҙең рәхәтләнеп ауылда йәшәйһең...
1-се. Бөттө ауыл тормошо! Бына ҡалаға китеп барам.
2-се. Ҡунаҡҡамы?
1-се. Йәшәргә.
2-се. Аҡылдан шаштыңмы әллә? Ҡалала – газ, тын алып булмай.
1-се. Башҡалар йәшәй бит. Зато юлдар – асфальт!
2-се. Ҡайҙа күрҙең асфальт? Начальниктар йөрөгән урамдарҙа ғына бар бит ул. Башҡа ерҙә емерелеп бөткән, аяғыңды һындырырһың.
1-се. Магазинда ла йәнең теләгән ризыҡ бар.
2-се. Ағыу! Ашарлыҡ түгел, ГМО тултырылған!
1-се. Кейемдәр!..
2-се. Мә, кей! Бер йыуһаң, таралып төшә. Һәйбәттәре, үҙең әйтмешләй, ыштанһыҙ ҡалдырыр.
1-се. Иң мөһиме – ҡалала эш бар.
2-се. Эйе, әҙерләп ҡуйғандар! Бына мине “оптимизация” тип ҡыуҙы ла сығарҙылар. Ә пенсияға тиклем – ун йыл! Хәҙер мин нисек йәшәргә тейеш?
1-се. Башҡа урында эш юҡмы ни?
2-се. Ҡайҙан булһын? Бөтә завод-фабрикаларҙы яптылар, кешеләрҙе меңәрләп урамға сығарып ташланылар.
1-се. Йә Хоҙай! Шулай ҡурҡынысмы ни хәл?
2-се. Ҡурҡынысмы, түгелме – нисек бар – шуны әйттем.
1-се. Шундай ҙур ҡала! Эш урыны юҡ тигәнгә ышанмайым!
2-се. Бар! Охранник, уборщица, йәки баҙарҙа – һатыусы. Уларға ла курста уҡып, танытма алғас ҡына, имтихан бирергә кәрәк.
1-се. Юҡ, юҡ! Минең бит юғары белемем бар.
2-се. Онот юғары белемеңде. Ул бер кемгә кәрәкмәй.
1-се. Йә Хоҙай! Улайһа ни эшләргә? Ғүмер буйы ҡалала йәшәргә хыялландым!
2-се. Ҡайт та ауылыңа, йәшә рәхәтләнеп! Мә, фуфайҡаң менән итегең!
1-се. Ә һин?
2-се. Мин дә ҡайтам... Ҡала төтөнө эсендә үтер инде ғүмерем!
1-се. Дөрөҫ, ҡайтайыҡ! Хуш, улайһа. Мә, һиңә ауыл һөтө, ҡаймағы, күстәнәс! Ҡунаҡҡа килеп сыҡ. Ауыл ҡунаҡҡа килгәндә генә матур ул.
2-се. Һин дә кил. Ҡалала ла ҡунаҡтарға ғына һәйбәт. Хуш!
Икеһе ике яҡҡа китә.
*1-се – 1-се ҡатын;
**2-се – 2-се ҡатын.