

РӘСӘЙҘӘ
Рәсәй прокуратураһы коррупция менән шөғөлләнеүселәрҙең дөйөм һыҙаттарын билдәләне. Ундайҙарҙың 78 процентын 30 йәштән 49 йәшкә тиклемге ирҙәр тәшкил итә икән. Билдәле булыуынса, “йөнтәҫ ҡуллылар”ҙың күптәре юғары белемле, ғаиләле һәм даими эшле. Илдә ришүәтселәр һаны арта бара. Әгәр бынан һигеҙ йыл элек улар дөйөм енәйәтселәрҙең яртыһын тәшкил итһә, хәҙер иһә – өстән ике өлөшөн. Шулай итеп, коррупция һаҙлығына батыусы ғәҙәти кеше ул – юғары вазифа биләгән, бар яҡлап килгән өлгөлө граждан. Уның бер генә етешһеҙлеге бар – туя белмәй һәм, әлбиттә, оят тигән тойғоһо юҡ. Етеш тормошта йәшәүе, ейәндәренә етерлек байлығы булыуы ғына уны дәүләт кеҫәһенә кереүҙән, кеше рәнйетеүҙән туҡтатмай. “Коррупция” һүҙенең инглизсәнән тәржемәләренең береһе – “сереү” икән. Тик Рәсәйҙә улар серемәй, сереп байый ғына кеүек. Сереһен өсөн урлашҡан ришүәтселәрҙе, Ҡытайҙағы һымаҡ, стенаға терәп атырға кәрәктер, күрәһең.
ДОНЪЯЛА
Донъя һис тыныс түгел. Израиль күршеләренә тынғылыҡ бирмәй – Ливан, Сүриә иҫәбенә үҙ биләмәләрен арттырырға тырыша, Газала йәшәүсе ике миллионлап ғәрәп өсөн концлагерь режимын урынлаштырҙы. АҠШ менән бергәләп Иранды тар-мар итеү уйынан баш тартмай. Донъялағы иң ҡеүәтле илгә етәксе булып, башына ни килһә шуны ҡылған Трамптың икенсе тапҡыр власҡа килеүе Ер шарын бөтөнләй тыныслыҡтан яҙҙырҙы. Йышая барған ер тетрәүҙәр, вулкандар уяныуы, уртаса температураның күтәрелеүе лә осраҡлы түгелдер. Ғалимдар фекеренсә, Ерҙең глобаль йылыныуы яҡын киләсәктә тағы ла ҙур проблемаларға килтереүе мөмкин.
Шуныһы аяныс, Ер шары йылынған һайын, илдәр, кешеләр араһындағы мөнәсәбәттәр һыуына бара. Донъяһын яратаһың, күршене яратыуы ҡыйын.