+20 °С
Облачно
Яңы "Һәнәк"!
25 Мая , 08:35

Ишетмәһәң - ишет!

– Ишғәле, бына һин үҙ ғүмереңдә нисә фатир һатып алдың?– Ҡушғәле, атайым – министр йәки завод директоры түгел бит. Бер фатир алдым, ипотекаға, уныһын түләй-түләй күҙҙәр тондо.– Ә бына Өфөлә шундай “башлы” кешеләр бар, йылына ете-һигеҙ фатирҙы “ыһ” та тимәй ҡулға төшөрәләр. Ата-әсәләре лә, үҙҙәре лә серегән бай түгел.

Ишетмәһәң - ишет!Ишетмәһәң - ишет!
Ишетмәһәң - ишет!

– Шыттыраһыңды-ыр! Аҡсаһыҙ, һиңә кем фатир тоттороп ҡуйһын!
– Икмәк өҫтө бына. Өфөнән биш ҡатын һәм бер ир кеше, спиртлы эсемлектәр яратҡан, яҡын туғандары булмаған олоғайған кешеләргә “һунар” асҡан. Уларҙы тапҡас, алдау юлы менән тегеләрҙең фатирҙарын яҡындарына теркәп, һуңынан һатҡандар. Дүрт йыл эсендә был банда 21 фатирлы булған, уларҙың унауһын һатып өлгөргән. Бынан тыш, яҡлаусыһыҙ ҡалған кешеләрҙең алты миллион һумдан ашыу аҡсаларын үҙләштергән.
– Ҡырын эш ҡырҡ йылдан һуң да беленә, тигән булалар. Былар бер язаһыҙ ҡалғанмы?
– Ҡырҡ йыл түгел, бик әҙ ваҡыт үткән – эҙҙәренә төшкәндәр. Дүрт ҡатынды суд төрлө ваҡытҡа иркенән мәхрүм иткән, берҙән-бер ир кеше ҡапыл вафат булған, намыҫ ғазаптарына түҙмәгәндер. Ҡасып йөрөгән ҡатынды ла яңыраҡ ҡулға алып, суд ҡарарын иғлан иткәндәр. Хәҙер ул алты йыл ярым буйына был яҡты донъяға төрмә рәшәткәһе аша ҡараясаҡ.
– Мин бер фатир өсөн 30 йыл буйы түләйем тип, аслы-туҡлы йәшәйем, Ҡытай йәки Төркиәгә ял итергә түгел, ҡәйнәмдең 20 саҡрымда ятҡан баҡсаһына барып етә алмайым. Шулар кеүек мутлашһам, күптән зиннәтле фатирлы булыр инем, тотолһам инде алты йыл нисек тә үтер ине әле.
– Дошман һүҙен һөйләмә! Был бурҙар төрмәнән имен-аман ҡотол­һалар ҙа тормоштары селпәрәмә килде, ғаиләләрен ҡасан күрәләр әле, урлағандарын артығы менән ҡоҫтороп аласаҡтар, ике донъя рәхәтлектәре күрмәй, ғазапланасаҡтар.
– Дөрөҫ әйтәһең, Ҡушғәле, ас тамағым – тыныс ҡолағым. Шаяртам инде. Кеше рәнйетеп байыу килешмәй беҙгә, ҙур чиновник та, олигарх та, ата коррупционер ҙа түгелбеҙ. Шулай ҙа тиҙ арала бер түгел, егермеләп фатирҙы ҡулға төшөрөү факты аптырата – ишетмәһәң – ишет! Әллә закондар беҙҙә камил түгел, әллә ҡараҡтар башлы. Быны аңларға әллә ваҡиға ҙур, әллә баш бәләкәй.

Кәкре БӨКРИЕВ.

Автор:
Читайте нас