+20 °С
Болотло
Яңы "Һәнәк"!
25 Май , 09:25

Һәнәк һүҙлеге

ТрагедияБыл һүҙ боронғо грек теленән “кәзә йыры” тип тәржемә ителә. Сөнки әүәл гректарҙа йырсыларға приз итеп кәзә тапшырыр булғандар. Хәҙер инде трагедия – сәхнә әҫәре генә түгел, киңерәк мәғәнәлә лә ҡулланыла. Мәҫәлән, кисә ГАИ хеҙмәткәрҙәре туҡтатып, ҙур штраф һалды. Бына ҡайҙа ул – трагедия!

Һәнәк һүҙлегеҺәнәк һүҙлеге
Һәнәк һүҙлеге

Вокзал
Әүәл Рәсәйҙә был һүҙ күңел асыу, һыйланыу урынын аңлатҡан. Бик дөрөҫ әйткәндәр. Вокзал хәҙер ҙә һыйланыу, байыу урыны – юлсыларға бик ҡыйбатҡа билет һатыусылар, Рәсәй тимер юлдары өсөн.

Врач
Был һүҙҙең мәғәнәһе – күп һөйләүсе, албырғатыусы, тигәнгә тура килә, имеш. Тик бына хәҙерге врачтар күп һөйләмәй, күп яҙа бит әле, уларҙың һөнәрен, яҙыусы, тип үҙгәртергә ваҡыт түгелме?

Мәргән АПТЫРАҠОВ.

Автор:
Читайте нас