+19 °С
Облачно
Яңы "Һәнәк"!
28 Мая , 08:00

БЕР НӘМӘ ЭШЛӘМӘНЕМ

– Бил ауыртып торасы, – ти әсәй, шылтыратҡанымда. – Ауыр нәмә күтәргәнһеңдер? Нимә эшләнең бөгөн шул тиклем? – Әлләсе. Бөгөн бер нәмә эшләмәнем... – ти ул. – Бер нәмә лә эшләмәгәс, нисек көн үткәрҙең һуң? – Иртәнсәк ней шул тороп һыйырҙарҙы һауҙым да көтөүгә ҡыуҙым. Унан обратты әрәм итмәйем тип ҡорот ҡайнатайым тиһәм, тыштағы ҡаҙанлы мейесем төтәп тора. Мейес сығарырға тура килде. Ферма яғына йүгереп барып бер тоҡ ат тиҙәге йыйҙым да балсыҡ баҫтым. Мейестән баяғы балсыҡ күп булды, бер ыңғай кәртәләрҙе эсле-тышлы һыланым. Барыбер артып ҡалғас, усаҡлыҡтың ниҙенә лә етте.

БЕР НӘМӘ ЭШЛӘМӘНЕМБЕР НӘМӘ ЭШЛӘМӘНЕМ
БЕР НӘМӘ ЭШЛӘМӘНЕМ

Әбит еткәнен һиҙмәй ҙә ҡалған­мын. Әллә эшләп асығып, әллә ни, ни булһа ла ғәләмәт итеп ит ашағы килеп китте. Төшкө ашҡа нимә бар шуны ялғаным да, кискә ит бешерергә булып киттем. Бройлерҙың ике һимеҙен тотоп алып, салдым. Баяғыларҙы йолҡоп, эсен таҙалап, береһе ашҡа, икен­сеһен туңдырғысҡа һалдым. Ул морозилкаһын әйтәйем, ныҡ боҙланып киткән. Былтыр һалған емеш-еләктәрен сығарып, иретеп алдым. Емеш-еләктәр әрәм бул­маһын тип, компот ҡайнаттым. Ҡоҙоҡ һыуынан тәмлерәк була тип, шунан ике көйәнтә һыу алып килдем. Биш өс литрлы банка сыҡты. Килһәгеҙ, һеҙгә бирермен.
Унан мунса тоҡандырып ебәрҙем. Һыйырҙарҙы һауып, һөт айырттым, май бештем. Һауыт-һабаларҙы йыуып, аш ашаным да, мунсала сайынып сығып, телевизор алдына ултырғайным, онотолоп киткәнмен, ҡараңғы төшкән уже. Шулай көн үтте лә китте, телевизор алдында. Бер эшем эшләнмәне. Баҡсаһын утап сығырға кәрәк, картуф тәпкеләргә, ҡорғандарҙы йыуып алам тигән инем... Ҡайҙан, төрөк сериалдарынан айырылып буламы инде?! Бөгөн бер нәмә эшләмәнем. Билем, моғайын, шул экранға текләп тик ултырғаным арҡаһында ауырталыр инде...

Айгөл СӘЛӘХОВА.

 

Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас