

Әлбиттә, бөгөн музыканан бер ҡайҙа ла ҡасып булмай. Музыка стеналар аша тараҡандар кеүек еңел генә үтеп инә. Әгәр тараҡандарҙы ағыулап булһа, музыка менән нисек көрәшергә һуң? Мин бында һәр музыканы күҙ уңында тотмайым, тик себен кеүек ялҡытҡысын, сирена тауышы кеүек ҡолаҡ тондорғосон ғына. Хәйер, уны музыка тип атап буламы икән? Бәхәсләшеп тормайыҡ. Кемгәлер тумыртҡа тауышы ла матур көйҙән танһығыраҡ.
Музыканан ҡасыу хаҡында юҡҡа ғына һүҙ ҡуҙғатманым. Әгәр һинән өҫтәге фатирҙа йәшәгән күрше ҡатын музыка донъяһы менән пианино ярҙамында бәйләнешкә инһә, стенаның ҡалынлығы ниндәй булырға тейеш икән? Миңә ул пианино бик йәл, уны тупаҫ рәүештә көсләйҙәр бит, уйнамайҙар. Бындай хәлдә Бөйөк ҡытай стенаһы ла ярҙам итмәҫ. Ҡолағыңды нисек кенә ҡаплаһаң да, ниндәй генә мендәр аҫтына инеп ятһаң да иҫәңгерәткес тауыштан бер ҡайҙа ла ҡасып булмай. Көндөҙ генә булһа ярай ҙа, күрше төнөн дә пианино артынан тормай бит әле. Ул ҡатын ҡасан ял иткәндер, әммә тотош йортта йәшәүселәр ялдың нимә икәнлеген онотто.
Әлбиттә, был йорттоң фатирҙарында йәшәүселәр ҡул ҡаушырып ултырманы. Пианиноға ғашиҡ ҡатын менән профилактик әңгәмәләр үткәрелде, төрлө инстанцияларға йөрөлдө, һыу үткәргес торбаларға туҡылдатыу ҙа булды. Тик ул яһил ҡатын бар нәмәгә лә битараф ҡалды. Беҙҙең ғаилә был музыканан айырыуса ныҡ ыҙа сикте…
Ҡапыл башҡа ябай ғына фекер килде – күрше ҡатындан шул уҡ ысул менән үс алырға мөмкин бит. Был шәп план менән күршеләрҙе лә таныштырҙыҡ – барыһы бер булып уны күтәреп алды. Шулай итеп, ваҡытын һөйләштек тә, фатирҙағы музыкаль үҙәктәрҙе, радиоалғыстарҙы, башҡа музыкаль аппараттарҙы бөтә көсөнә асып ҡуйҙыҡ. Мин дә колонкаларҙы түшәмгә еткергәнсе күтәреп ҡуйып, башҡалар менән бергә бер-ике сәғәткә өйҙән сығып киттем. Был музыкаль паузанан һуң күрше ҡатын пианиноһына яҡын да бармай башланы.
Ә инде пианиноның “Газель” кузовына тейәлеп, хужабикәһе менән бергә бөтөнләйгә ҡайҙалыр юлланыуы йортта йәшәүселәр өсөн ҙур байрамға әүерелде.
Кемдер иҫкерә төшкән инструменттарҙан ҡотола, икенселәре, киреһенсә, уларҙы һатып ала. Бер мәл һирәк осрай торған хәлдең шаһиты булдым. Күп ҡатлы йорттарҙың береһенә рояль килтерҙеләр. Был затлы әйбер ишеккә лә, тәҙрәгә лә, лифтҡа ла, тар коридорға ла һыйырлыҡ түгел ине. Мәсьәлә үтә ябай юл менән хәл ителде – роялде бауҙар менән сырманылар ҙа өҫтән тарта башланылар.
Тамаша ҡылырға байтаҡ халыҡ йыйылып китте, был юлдарҙың авторы ла – улар араһында. Тынлыҡ урынлашты, барыһы ла ғәҙәттән тыш хәл булыуын көтә. Хатта һүгенеү тауыштары ишетелмәй. Эргәлә торған биш йәштәрҙәге малай роялгә һағыш тулы ҡарашын төбәгән. Ул бына-бына ҡысҡырып илап ебәрер кеүек. Ҡапыл рояль бәйләнгән бауҙарҙың береһе әллә ысҡынды, әллә һүтелеп китте, музыкаль инструмент бишенсе ҡат тапҡырында ҡурҡыныс итеп һелкенә башланы. Аҫтағы халыҡ ситкә һибелде һәм был бик дөрөҫ ҡарар булды. Сөнки бер нисә минуттан рояль аҫҡа осто…
Ҡаты шартлау тауышы яңғыраны. Музыкаль шартлауға ҡылдар, пружиналар, роялдәге башҡа металл әйберҙәр үҙенсәлекле тауыш өҫтәне.
Ниндәйҙер тантаналы шартлау булды ул, ундайҙы ғүмеремдә лә башҡаса ишеткәнем булманы. Шулай итеп, рояль был донъя менән хушлашҡанда үҙенең иң шәп әҫәрен башҡарҙы.
Эргәлә торған малайҙың йөҙө яҡтырып китте. Музыка ҡоралы уға тәғәйенләнгән булған икән.
– Ура-а! – тип һөрән һалды ул. – Иртәгә музыка мәктәбенә бармайым!
Тик уның шатлығы оҙаҡ дауам итмәне.
– Барырһың, улым, ишшеү нисек барырһың! – тине әсәһе етди төҫ менән. – Иртәгә үк һиңә скрипка алабыҙ…
З. ӘМИНЕВА тәржемәһе.