

Географ. Беҙ ул аҡсаны ҡайҙан алайыҡ? Күптән эсеп... Э-э... Ил мәнфәғәтенә тотоноп бөтөрҙөк бит инде.
Математик. Бында берәй хәйлә уйлап табырға кәрәк.
Директор. Хәйлә?
Филолог, Географ (бер юлы). Хәйлә??
Математик. Эйе, хәйлә. Ул, белемем юҡ, тип иҫбат итә. Беҙ уның белеме бар икәнен күрһәтергә тейешбеҙ. Хәҙер имтихан үткәрәбеҙ ҙә... Еңел генә һорауҙар әҙерләп ҡуйығыҙ.
Директор. Ай-һай... Шулай ҙа, бүтән сара юҡ. (Шылтырата). Керегеҙ.
Байғош (керә). Ха, кемде күрәм мин! Аҡса әҙерләнегеҙме? (Көлә).
Директор. Ғәфү итегеҙ, беҙ бер нигеҙһеҙ һеҙгә аҡса бирә алмайбыҙ. һеҙ, белемем юҡ, тиһегеҙ, ә, бәлки, барҙыр. Хәҙер һеҙҙән имтихан алып ҡарайбыҙ. Әгәр белемегеҙ, ысынлап та, булмаһа, аҡса һеҙҙеке. Ә инде һынауҙы уңышлы үтһәгеҙ...
Байғош (бүлдерә). Ҡайғырма, мин нисек үтергә белермен. Ниндәй һорау бирһәгеҙ ҙә, дөрөҫ яуап көтмәгеҙ (мыҫҡыллы көлә).
Директор (тынысланырға тырышып). Ултырығыҙ.
Байғош. Һин мине ултыртырға итәһеңме? Һинән былайыраҡтар маташып ҡаранылар, барып сыҡманы, һинән дә булмаҫ.
Филолог. Оло кешегә, етмәһә, директор кешегә "Һеҙ" тип өндәшергә кәрәк ине, исмаһам.
Математик. Йәш коллегабыҙ бик дөрөҫ әйтә. Боронғо Афинала уҡыусылар уҡытыусыға "һин" тип өндәшкәндәр һәм баҫып тороп яуап биргәндәр. Тимәк, һынау тотоусы тарихты бик һәйбәт белә һәм физик яҡтан да ныҡ. Шул ике фәндән һынау уңышлы үтте, тип иҫәпләйек.
Байғош (тәкәббер). Ярай-ярай... Дауам итәйек.
Директор. Һүҙҙе тел белгесенә бирәйек.
Байғош. Ул тел белгесе түгел, ғәйбәт белгесе. Директор бисәһе тураһында дәрестә нәмә һөйләгәнен әйтәйемме?
Филолог (ҡып-ҡыҙыл була). Әйтмә! Әй, юҡ, ялған!
Директор. Тынысланығыҙ. Дауам итегеҙ. (Блокнотына нәмәлер яҙып ҡуя).
Байғош. Йә, тел белгесе, ниңә телһеҙ ҡалдың? Бир һорауыңды.
Филолог. Бына һеҙгә һорау. "Ат" һүҙендә нисә хәреф бар?
Байғош (көлә). Оло аттамы, бәләкәй аттамы?
Филолог. Ат ат инде ул.
Байғош. Бына һиңә яуап. Егерме алты ярым хәреф.
Филолог (ҡаушап). Уйлабыраҡ, иҫәпләберәк яуап бирегеҙ.
Байғош. Күпме һанаһаң да шул, егерме алты ярым килеп сыға.
Математик. Гениально! Коллегабыҙ "а" хәрефенең алфавитта беренсе, ә "т" хәрефенең егерме алтынсы урында тороуын иҫендә тота икән. Ғалимдәрҙең "ё" хәрефе тураһындағы бәхәсен дә иғтибарға алып, уны ярты ғына хәреф тип иҫәпләгән. Һөҙөмтәлә "а" һәм"т" бергә егерме алты ярым килеп сыға. Дөп-дөрөҫ! Ҡотлайбыҙ!
Байғош. Тәк, бәйләндең бит. Ярай, һиңә лә сират етер.
Директор. Хәҙер Географиянан имтихан.
Байғош. Ә, Географ! Хәтереңдәме, һин миңә глобус һатырға маташҡайның? Эсергә аҡсаң етмәй инеме?
Географ. Ул глобус минең үҙемдеке ине. Өйҙән алып килгәйнем.
Байғош. Ун биш глобусмы? Инвентарь номерын да өйҙә ҡуйҙыңмы?
Директор. Һүҙҙе ситкә бормайыҡ. һеҙҙе һорау көтә (блокнотына яҙып ҡуя).
Географ. Волга ниндәй диңгеҙгә ҡоя?
Байғош. Ниндәй Волга, ул бит нисә йыл инде сығарылмай.
Географ. Волга йылғаһы.
Байғош. Мин уны ҡайҙан беләйем, дәрестә глобус булмағас. Хәйер, беләм, ул минең күршенең баҡсаһындағы мискәгә ҡоя.
Географ. Ныҡлабыраҡ уйлағыҙ, Волга ҙур бит ул, мискәгә һыймай.
Байғош. Тәк, имтихан бирелмәне былай булғас. Аҡса ҡайҙа?
Математик. Волга йылғаһы өҫтөнән күтәрелгән томан, болот булып, күршегеҙҙең баҡсаһы өҫтөнә ҡойоп яуып китә. Яуап дөрөҫ, ҡотлайбыҙ (Ҡул сабалар).
Байғош. Бәйләндең бит, әй. Йә, үҙеңдең һорауыңды бир. Нәмә һораһаң да, дөрөҫ яуап көтмә.
Математик. Мин һеҙгә ике мәсьәлә бирәм. Береһе еңел генә, ә икенсеһе ныҡ ауыр.
Байғош. Ауырын биреп тормаһаң да була, мин беренсеһенә лә дөрөҫ яуап бирмәйем.
Математик. Ә, шулай ҙа... Беренсе һорау. Йылғаның ике ярында ике ауыл, урау юлдан аралары өс саҡрым. Йылға буйлап күпер һалынғас, шул ара күпмегә ҡыҫҡарасаҡ?
Байғош. Йылға буйлап?
Директор, Филолог, Географ (берәм-берәм). Йылға буйлап?
Математик. Эйе, йылға буйлап.
Байғош. Ә һин, математик, юморист. Шулай ҙа, яуап бирәм. Утыҙ метр ҙа ҡырҡ сантиметрға ара ҡыҫҡарасаҡ (көлә).
Математик. Дөрөҫ түгел. Утыҙ метр ҙа ҡырҡ бер сантиметр. Һынауҙы үтә алманығыҙ.
Директор, Филолог, Географ. Нисек?
Байғош. Ишеттегеҙме, имтихан бирелмәне, хәҙер аҡса бирелә (көлә).
Директор. Бында ниндәйҙер хата китте шикелле, уйлашайыҡ.
Математик. Уйлашып тораһы юҡ, һынау үтелмәне. Һеҙгә күпме аҡса тейеш?
Байғош (тиҙ-тиҙ һанай). Хәҙер... Беренсе йыл мин һеҙгә ҡырҡ мең түләнем. Артабан йылына ике тапҡыр ала башланығыҙ. Икенсе курста утыҙ мең дә утыҙ биш мең, өсөнсө курста ҡырҡ мең дә ҡырҡ биш мең, дүртенсе курста илле мең дә алтмыш мең. Банк комиссияһы тәүҙә бер процент булһа, аҙаҡ ике процентҡа әйләнде, уныһын да иҫәпләйек. Дәреслек тигән булып, үҙегеҙ яҙған егерме дана туҙға яҙмаған нәмәләрегеҙҙе һатып бирҙегеҙ, улар 21362 һумға төштө. Буш, әрәмгә киткән ҡағыҙ – 3280 һум, ҡәләм, ручкалар – 635 һум. Булды, йәмғеһе – 499999 һум.
Математик. Гениально! Коллегалар, был минең икенсе, ауыр мәсьәләм ине. Яуабы дөп-дөрөҫ, маладис. Һеҙ бөтә һынауҙарҙы ла уңышлы үттегеҙ, ҡотлайбыҙ!
Директор (иҫенә килеп). Ҡотлайбыҙ, һеҙ бик белемле кеше. Ә хәҙер вон, эҙең булмаһын, оятһыҙ.
Барыһы ла, һикереп тороп, байғошҡа ҡаршы баралар.
Байғош (сигенә-сигенә). Ғәфү итегеҙ, ниндәй белемле кеше икәнлегемде белмәй йөрөгәнмен, рәхмәт һеҙгә. Бәлки, урам һепереүсе итеп алырҙар (сығып китә).