+18 °С
Облачно
Яңы "Һәнәк"!
17 Июня , 09:50

"ҺӘНӘК" күҙлегенән

Башҡортостанда Бөрйән егете, Хәйбулла районының элекке башлығы Рөстәм Шәриповты ҡотлайбыҙ, уны Өфө ҡалаһы хакимиәте башлығы вазифаһын башҡарыусы итеп тәғәйенләнеләр. Өфөнөң яңы мэрына уңыштар теләйбеҙ. Бөрйән башлығы вазифаһынан Өфөнөкөнә тиклем үрләү – ҡотларлыҡ та, маҡтарлыҡ та, хупларлыҡ та, көнләшерлек тә, көнләшмәҫлек тә.Һуңғы осорҙа Өфө урамдары буйлап күпләп ағас үҫентеләре, сәскәләр ултырталар. Дөрөҫ эшләй Бөрйән егете. Өфөнө гөл-баҡсаға әйләндерергә яҙһын. Ана, ҡолаҡҡа йыр ҙа ишетелә: “...ағас һайын – һандуғас шул, эх кенә!”

"ҺӘНӘК" күҙлегенән"ҺӘНӘК" күҙлегенән
"ҺӘНӘК" күҙлегенән

Рәсәйҙә

Рәсәй Президенты Владимир Путин коррупция менән көрәште көсәйтергә кәрәклеге хаҡында белдерҙе. Ил именлегенә, иҡтисадына тап коррупция емергес тәьҫир итә шул. 2025 йылда ришүәтселәрҙең 1,6 триллион һумлыҡ мөлкәте тартып алынған, быйылғы һандар тағы ла юғарыраҡ булмаҡсы.
Күптән түгел Краснодар крайының һаулыҡ һаҡлау министры Евгений Филипповтың бер миллиард һумлыҡ мөлкәтен, шул иҫәптән 21 фатирын, дәүләт файҙаһына тартып алдылар. Кеше дауалау шул тиклем табыш килтерәме, әллә ошо өлкәгә бүленгән аҡсаны оятһыҙ рәүештә урлаумы? Ә бына Ҡарасәй-Черкес Республикаһының элекке премьер-министрының, заманында Рәсәйҙең Ауыл хужалығы министрлығында юғары вазифа биләгән академик Владимир Кайшевтың, 42 миллиард һумлыҡ мөлкәте тартып алынған. Баҡһаң, сос түрәнең үҙ ипподромы, һөт комбинаты, минераль һыу ҡойоу заводтары һәм башҡа бихисап предприятиелары булған. Мөлкәте тартып алынған байҙар араһында Дәүләт Думаһы депутаты Анатолий Вороновский (20 миллиард һум), Владивосток ҡалаһының элекке мэры Владимир Николаев (15 миллиард һум), Рәсәй Юғары Суды судьяһы Виктор Момотов (9 миллиард һум) һәм башҡалар бар. Был исемлекте журнал биттәре тулғансы дауам итергә мөмкин.
«Юҡ, былай йәшәргә ярамай, иртәгәнән башлап урлашыуҙы туҡтатырға кәрәк», – тиер ғәҙеллек яҡлы уҡыусы. Тик бына министрҙар, судьялар, мэрҙар, генералдар, депутаттар был саҡырыуға ҡушылырмы икән?

Донъяла

Германиянан Швейцарияға ҡайтып килгән ҡатынды сик һаҡсылары туҡтата. Сәйәхәтсенең үҙе менән алған 55 сумаҙаны шик уятҡан. Асыҡланыуынса, ҡатындың кейем-һалымы, шәхси әйберҙәре өсөн генә шул тиклем сумаҙан кәрәк булған.
Аңламаҫһың был донъяны. Беҙҙең ҡатындарға ике-өс сумаҙан да етә бит. Әллә әйбер ҡолдары түгелдәр, әллә беҙҙең эш хаҡтары шул сама ғына.

Автор:
Читайте нас