

Сәләмәтлек өсөн файҙалы продукциялар: Ҡужина Нурия (Ғафури районы, Юлыҡ ауылы), Күҫәков Сибай (Ейәнсура районы, Яныбай ауылы), Үтәғолова Зөһрә (Стәрлетамаҡ ҡалаһы), Хафизова Р.Т (Ғафури районы, Бурлы ауылы) бәхетенә төштө;
Умартасылыҡ нигеҙҙәрен ауыл хужалығы фәндәре кандидаты Рафиҡ Ноғомановтың бушлай барып өйрәтеүе беләһегеҙме кемгә тәтене – Ҡансурин Хәйбуллаға (Ейәнсура районы, Яныбай ауылы);
Өфө районындағы "Аҡҡош" клиникаһына бөйөр һәм бауыр эшмәкәрлеген тикшереүгә сертификатты Стәрлетамаҡ ҡалаһынан Ғәлимова Римма эләктерҙе.
“Candy” электр сәйнүккә – 2 дана; Дәминева Орҡоя (Ейәнсура районы, Яныбай ауылы) һәм Хажиева Зилә (Өфө ҡалаһы) эйә булды;
“Aceline” быраулау (сверла) йыйылмаһы Байтимерова Әминәгә (Баймаҡ районы, Төркмән ауылы) юллана.
Тоғро дуҫыбыҙ, билдәле умартасы, эшҡыуар — Рафиҡ Ғүмәр улы Ноғомановтың баллы-майлы күстәнәстәрен Басирова Гөлнара, Фәтҡуллина Рита (икеһе лә Стәрлетамаҡ ҡалаһы), Арыҫланова Миләүшә (Стәрлетамаҡ ҡалаһы) һәм Өфөлә йәшәүсе Попова Гөлсинә алып ҡыуаныр.
Отошта еңеүсе журнал уҡыусыларыбыҙҙы ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ, киләсәктә бергә дулайыҡ, дуҫтар!
Фото: видеонан скриншот
Гөлсинә Попова үҙенең баллы-майлы күстәнәсен алып ҡыуаныды ла инде, ҡотлайбыҙ!