+20 °С
Дождь
Яңы "Һәнәк"!
6 Июля , 08:25

"Шайтанская БАНЯ"

Ауыл булғас, ауылда ғына түгел, йыраҡта ла һәр берәүҙең үҙ дуҫы була. Линар ғүмер буйы «КамАЗ» машинаһында шофер булып эшләгәс, ҡайҙа ғына йөрөмәгән, ҡайҙа ғына булмаған, кемде генә күрмәгән. Хатта Чукоткаға ла барып еткән. Шул Чукоткалағы Танат исемле дуҫы Линарға телефондан шылтырата икән. Быныһы: «Өс йыл шылтыратҡаны юҡ ине, берәй нәмә булдымы икән?» – тип уйлап телефонын алды. Иҫәнлек-һаулыҡ һораштылар, һөйләштеләр, аҙағында Танат: – Линар, друг, хочу тебя повидать. Думаю в декабре к тебе приехать. Хочу повидать ваши края, – тигәс, Линар ҡаршы булманы: – Пожалуйста, друг, приезжай, ждем, – тип килештеләр.

"Шайтанская БАНЯ""Шайтанская БАНЯ"
"Шайтанская БАНЯ"

Килешелгән ваҡыт тиҙ үтә бит. Шул арала Линар, теге ваҡыт алып ҡайтҡан таштары менән мунса ташын яңыртты. Эске мунса ишеген ҡарағай ағасы таҡталарынан алыштырҙы. Короб­каһын монтажлау күбеге менән һылап йәбештереп ҡуйҙы.
Декабрҙең урталары еткәс, Чукоткалағы дуҫы, өс көндән һуң юлға сығам, тип белгертте. Тағы ла өс көндән Танат такси менән Линар өйрәткән юл буйынса килеп тә етте. Ҡунаҡты ҡаршы алыу, һыйлау – билдәле эш бит инде.
Иртәгәһенә Линар ҡунаҡҡа мунса әҙерләне. Ҡышҡы һалҡын көн, мунса төш ауыуға әҙер булды. Линар ҡунағын мунса менән таныштырып, һыуыҡ һыуҙы, ҡайнар һыуҙы нисек алырға тип өйрәтеп һөйләп бирҙе. Дуҫы тәүҙә:
– Ох, какая там жара! – тип мунсаға барғыһы килмәне. Линар үҙе мунсала йыуынып сыҡҡандан һуң ғына барҙы. Шампунен, еҫле һабынын эләүкә өҫтөнә урынлаштырҙы. Линар әйткәнсә, ҡайнар һыуҙы ла, һыуыҡ һыуҙы ла самалап, ун литрлы пластик тасҡа тултырып, йыуынырға әҙерләп ҡуйҙы. Эс кейемен дә сисергә өлгөрмәне әле, мунса бигерәк тә ҡыҙыу, әҙерәк булһа ла һыуытырға кәрәк, тип уйланы. Бигерәк тә ҡыҙыу таш оҡшаманы.
Чукоткала боҙҙан башҡа бындай ҡыҙыу мунса ташы юҡтыр. Ваннаһында йылы һыу менән генә йыуынған Танат дуҫына мунса килешеп етмәне. Һыуыҡҡа түҙгән Танат мунса ҡыҙыуына түҙә алманы. Имеш, һыуыҡ һыуҙы мунса ташына ҡойоп мунсаны һыуыта. Оҙон һаплы бер литрлы сүмескә һыуыҡ һыуҙы тултырып алып ҡыҙыу таш өҫтөнә һипте. Таш һибелгән һыуға ажғырып ҡоторҙо ғына. Таш һыуынмағас, Танаттың асыуы тағы ла артты, мунса эсе тағы ла эҫеп китте, тирләтеп тынды ҡыҫты. Мунса ҡыҙыулығына түҙмәй, Танат тағы ла ҡыҙыу таш өҫтөнә бер литр һыуыҡ һыу ҡойҙо. Тағы ла ҡыҙыуыраҡ булды.
Бер-ике минут эсендә бер хәл итергә кәрәк, шундай ҡыҙыу мунсала уйлап торорға ваҡыт юҡ. Мунса ташы һаман да һыуынмағас, эләүкә өҫтөндә ултырған пластик тастағы йыуыныр өсөн әҙерләнгән һыуҙы тотто ла таш өҫтөнә ҡойҙо.
Бындай хәлдән һуң Линарҙың Танат дуҫы аптыраны ғына түгел, хатта ҡалтыраны. Тирә-яҡта томан, бер нәмә лә күренмәй, түҙер әмәле ҡалманы, таш яғын абайлай, ишектең ҡайҙа икәнен хәтерләмәй. Ике ҡулы менән стена буйҙарын һәрмәп барып ишекте тапты. Бер ҡабат этә ишекте, ишек асылмай, икенсе ҡабат этә, ишек һаман да асылмай бит. Түҙер әмәле ҡалманы, барлыҡ көсөн йыйып, ишеккә аяғы менән типте, ишек асылыу ғына түгел, Линар монтажлау күбеге менән йәбештереп ҡуйған коробкаһы менән бергә ике метрҙай осоп барып, мунсаның тышҡы ишегенә килеп ятты. Бармаҡ менән генә һәрмәп, ҡайҙан ғына беләһең инде – ишек эске яҡҡа асылған булған.
Линарҙың ихатала бәйле торған эте, эй өрә инде ауалап, туҡтамайынса өрә лә өрә. Мунсанан һуң диванда ял итергә тип ятҡан Линар эт тауышына кем килде икән тип тупһаға сыҡты. Эт һаман да туҡтамай мунса яғына ҡарап өрә лә өрә. Линар мунса яғына килһә, берәү ҙә күренмәй, ә һөйләнгән бер тауыш ишетелә. Яҡыныраҡ килһә, ни күҙе менән күрһен, мунса алдында ҡар өҫтөндә Танат дуҫы эске кейемдә генә:
– Ай, шайтанская баня! Ай, шайтанская баня! Чуть не зажарился! Ай, на снегу как хороша! – тип үҙ алдына һөйләнеп ҡарҙы маҡтап ята икән.
Ҡалғанын һөйләп тә тормайым. Ауыл булғас, барыһы ла булыуы ихтимал.

Мөхәммәт СӘЙЕТОВ,
Ырымбур өлкәһе.

Автор:
Читайте нас