+19 °С
Облачно
Яңы "Һәнәк"!
10 Июля , 13:09

"Һәнәк" күҙлегенән

Башҡортостанда Ғафури районының Туғай, Ҡалтасы районы Ҡалмаш ауылдары халҡы юлдарҙың яҙлы-көҙлө үткеһеҙ булыуынан, тәрән соҡор-саҡырҙар арҡаһында машиналарҙың ватылыуынан биҙрәп бөткән. “Булыр, эшләрбеҙ, хәҙергә аҡса юҡ”, тип яуаплаған чиновниктарҙың буш вәғәҙәләренән арып, юғары власть органдарына хаттар яуҙырырға тотонғандар. Ниһайәт, боҙ ҡуҙғалды. Рәсәй Федерацияһының Тәфтиш комитеты рәйесе Александр Бастрыкин Башҡортостан буйынса идаралыҡ етәксеһе Владимир Архангельскийҙан был хәлде тикшереү һәм проблеманы хәл итеү барышы тураһында доклад талап иткән. Был бик һәйбәт. Тик беҙҙәге бөтә насар юлдарҙы ремонтлап бөтөү өсөн нисә Бастрыкин кәрәк булыр ине икән?

"Һәнәк" күҙлегенән"Һәнәк" күҙлегенән
"Һәнәк" күҙлегенән

Рәсәйҙә

Рәсәйҙә коррупцияға ҡаршы кампания туҡталмай. 2025 йылда ғына 43 241 коррупцияға бәйле енәйәт теркәлгән – был һуңғы 13 йылда иң юғары күрһәткес. 11 меңдән ашыу кеше хөкөм ителгән, юғары вазифалыларға ҡаршы эштәр ҙә артҡан. Әммә бында бер ҡыҙыҡлы күҙәтеү бар: Рәсәйҙә бер яҡтан «ҡаты көрәш» ойошторола, икенсе яҡтан декларациялар йәшерелә, күҙәтеү кәмей, ҡайһы бер сығымдар контролдән ситтә ҡала. Тимәк, ришүәткә ҡаршы көрәштән бигерәк, система эсендә яңынан бүленеш бара кеүек: кемдер ҡолай, кемдер күтәрелә. Ҡаты риторика, конфискация, асыҡ судтар – барыһы ла бар. Тик ришүәт тамырын ҡоротоу урынына, власть уны үҙенә кәрәкле ваҡытта ҡулланылған баҫым ҡоралына әйләндергән һымаҡ күренә. Ҡыҫҡаһы, айсбергтың өҫкө өлөшөн генә күрәбеҙ, аҫтында ни барын бары Хоҙай ғына белә.
Ошо арала ғына Мәскәү, Ростов, Белгород... өлкәләре хакимиәттәрендә юғары вазифалар биләгән чиновниктар, миллиондарса һум аҡса үҙләштереүҙә ғәйепләнеп, ҡулға алынды. Туймайҙар бит, әй!

Донъяла

Был донъяла ғәҙеллек бармы? Сәйәсәттә ул юҡ, буғай, көслөнөкө – замана. Быға тиклем спорт ғәҙеллек утрауы кеүек ине. Әммә футбол буйынса донъя беренселегендәге хәлдәр күптәрҙе аптырашта ҡалдырҙы. Иран командаһының бер өлөшөн АҠШ-ҡа бөтөнләй индермәнеләр, судьялар уйын ваҡытында гел дәғүәселәре файҙаһына “яңылышты”, уларҙың хатта АҠШ-та йәшәү хоҡуғы ла булманы. Мексиканан йөҙҙәрсә саҡрым юл үтеп уйындарға йөрөргә мәжбүр булды Иран футболсылары.
Ғәҙәттә, матч барышында “ҡыҙыл карточка” алған футболсы киләһе уйында ҡатнаша алмай. Әммә был ҡағиҙә АҠШ футболсыларына ҡағылмай булып сыҡты. Бының өсөн президент Трамптың телефондан шылтыратыуы ла етә, имеш. Инде туҡһанын ҡыуған Трамптың үҙенә “ҡыҙыл карточка” күрһәтергә кәрәк, тип ярһый донъя йәмәғәтселеге. Әйткәндәй, АҠШ йыйылма командаһына президенттың ҡыҫылыуы ярҙам итмәне, улар Бельгиянан ҙур иҫәп менән отолдо. Хәрәм... бер ереңә төртә шул.

Автор:
Читайте нас