+24 °С
Облачно
Яңы "Һәнәк"!
12 Августа , 09:40

"ҺӘНӘК" күҙлегенән

Башҡортостанда “Мин бары үҙем – Рәмил Бәҙретдинов менән генә ярышам. Былтырғы, өсөнсө йылғы Бәҙретдиновтан күберәк эшләһәм – ғорурланам. Минән һәйбәт летчик, төҙөүсе, архитектор сығыр ине. Әммә мин бөгөн – санаторийҙар хаҡында барыһын да белгән шәп врач, менеджер, идара итеүсе, етәксе. Мин ял итеү йорттарын табышлы итеү серҙәрен яҡшы белгән кеше. Тап шуға күрә лә Бәҙретдинов менән генә ярышам”.Красноусол шифаханаһы етәксеһе Рәмил Бәҙретдиновтың “Башинформ” агентлығына биргән ошо интервьюһын уҡығас, ҡайһы берәүҙәр быны маһайыу, кәпәренеү, үҙ-үҙен кәрәгенән артыҡ баһалау тип ҡабул иткәндер. Һәр кем үҙен күккә олғаштырып маҡтауға һәләтле түгел бит. Икенсе яҡтан ҡараһаң, беҙҙең халыҡтың күбеһе артығы менән ябай, үҙен, башҡарған хеҙмәтен күрһәтә белмәй, күләгәлә ҡалыуҙы хуп күрә. Әрһеҙ, уҫал, тәүәккәл бүтәндәр шунан оҫта файҙалана. Шуға күрә Башҡортостан шифаханаларын үҫтереү­гә күп көс һал­ған уҙа­ман­ға: “Бәҙ­рет­ди­нов, алға, үҙең­де уҙып кит!” тип әйтке ки­лә.

"ҺӘНӘК" күҙлегенән"ҺӘНӘК" күҙлегенән
"ҺӘНӘК" күҙлегенән

Рәсәйҙә

Урта мәктәпте тамамлаусы егеттәр һәм ҡыҙҙар өсөн бөтә юлдар ҙа асыҡ – балың етһә йәки ата-әсәйеңдең кеҫәһе ҡалын булһа, теләгән уҡыу йортона инә алаһың. Кеҫә тигәндән, ҡайһы бер Мәскәү университеттарында йыллыҡ уҡыу хаҡы ике миллион һумға етә. Әлбиттә, ҙур аҡса булған ерҙә коррупцияға ла урын табыла. Июль аҙағында ғына Рәсәй химик-технологик университеты етәкселәренән биш кешене, 600 миллион һум аҡса үҙләштереүҙә ғәйепләп, ҡулға алғандар. Буласаҡ кино һәм театр йондоҙҙары уҡыған ГИТИС-тың ректорының һуңғы бер нисә йыл эсендәге эш хаҡы 40 миллион һум самаһы тәшкил иткән. Улы менән ҡыҙы ла ошо уҡыу йортонда эшләй икән. Күрәһең, был ректор талантлы уҡытыусыларҙы үҙ туғандары араһынан ғына эҙләгән. Рәсәй халыҡтар дуҫлығы университеты проректоры Анжела Должикова иһә рус телен үҫтереүгә 40 миллион һум грант алып, үҙ белдегенә тотонған. Шулай, йәш егеттәр һәм ҡыҙҙар юғары уҡыу йорттарына һынауҙы уңышлы бирер ҙә ул, тик уларға белем һәм тәрбиә бирергә тейешле уҡытыусылары коррупция һынауын үтә аламы икән?

Донъяла

АҠШ-та, Канадала һәм Мексикала бер ай буйы барған футбол буйынса донъя беренселеге тамамланыуына бер аҙ ваҡыт үтһә лә, кисерештәрҙән арынып булмай. Спорт һөйөүселәр һуңғы тапҡыр ошо турнирҙа 41 йәшлек Криштиану Роналду менән 39 йәшлек Мессиҙың уйнауына һоҡланды, Африка һәм Латин Америкаһы илдәре командаларының лидерҙар менән типә-тиң уйнауын күҙәтте. Инглиздәр Кейн һәм Беллингем, француз Мбаппе, испан Ламин Ямаль кеүектәрҙең мөғжизәле уйынын иҫ китеп ҡараған саҡта уларҙың илдәре Рәсәйгә ҡаршы сәйәсәт үткәреүе лә онотолоп ҡуя. Баҡһаң, футбол буйынса тапшырыуҙар Рәсәйҙә лә иң ҙур аудитория йыйған, ә бына чемпион булған Испанияла ил халҡының 90 проценттан ашыуырағы финалды ҡараған.
Спорт илдәрҙе, халыҡтарҙы берләштерә, Ер шарының барыбыҙға берәү икәнлеген, тыныс, дуҫ йәшәргә ынтылырға кәрәклеген хәтергә төшөрә. Йәнә бер күҙәтеү. Бынан егерме йылдар элек кенә футболды Бразилиянан да шәберәк уйнаусы юҡ ине. Ә хәҙер улар Норвегия кеүек оҫта саңғысылар иле командаһынан да еңелә. Сәбәп бер – ил коррупция һаҙлығына батҡан, чиновниктар футболды үҫтереү хаҡында түгел, йәш таланттарҙы бай Европа командаларына һатыу һәм башҡа юлдар менән үҙҙәренә аҡса туплау менән генә мәшғүл. Һәр береһе тиерлек миллионер, имеш. Футбол – 11 иҫәрҙең бер туп артынан йүгереүе, тип уйлаһағыҙ, яңылышаһығыҙ, ул – байлыҡ сығанағы. Миллиондар сәлдерер өсөн шул командаларға командалыҡ итергә генә кәрәк.

Автор:
Читайте нас