

Ҡыуанып киттем. Интервью бирергә яратам ул. Үҙ аудиториям бар, халыҡ мине үҙ итә.
– Әллә, үҙегеҙ ҡарағыҙ, – тинем оялсан булырға тырышып.
– Ысын, әйҙә, һинән булһа ла алам да ҡуям, – тип диктофонын сығарҙы.
“Һинән булһа ла” тигән һүҙҙәре ҡыҙыҡ ҡына яңғыраһа ла, өндәшмәнем. Арҡамды турайтып, уңайлыраҡ ултырып алдым. Беренсе һорауҙы түҙемһеҙләнеп көттөм. Журналист:
– Исем-фамилияң нисек әле ул? – тип һорағас, хатта ҡапыл юғалып ҡалдым. “Бәлки, дөрөҫ яҙылышы кәрәктер”, – тип уйлап, ижекләп әйттем.
– Һин бейеүсе бит әле? – тигән икенсе һорауы бөтөнләй хайран итте.
– Юҡ, – тинем бер аҙ асыуланып. – Йырсымын.
– Эй, баш буталып китте. Йырсы, әлбиттә, йырсы.
Шулай тип ҡотолдо. Асыуланмаҫ инем, был журналист менән тәүгә күрешмәйбеҙ. Осрашҡан һайын хәл-әхүәл белешәбеҙ, һөйләшәбеҙ. “Ярай, – тип үҙемде тынысландырам, – бәлки, ысынлап та, башы буталғандыр”.
– Һинең популяр йырҙарың бармы ул? – тип тәүҙә һораны ла, күрәһең, ҡашым төйөлгән асыулы йөҙөмдө күреп, үҙен төҙәтә һалды. – Дөрөҫөрәге, популяр йырҙарыңды атап кит әле...
Ауыр көрһөндөм дә, йырҙарҙың атамаларын теҙҙем.
– Ишеткән һымаҡмын, – тигән булды ул йылмайырға тырышып.
“Тәк, – тип уйлайым. – Был минең ижадты бөтөнләй белмәй. Улай ғына булһа ярай ҙа, бейеүсе тип ултырасы... Тәк, тыныслан. Интервью алырға булғас, билдәле икәнемде белә, тимәк”. Бынан ары һорауҙар көтмәй, үҙем тураһында тулыраҡ итеп һөйләргә тырыштым. Ижадымды белмәгәс, ниндәй һорауҙар бирә алһын инде? Әйҙә, алдында ниндәй шәп, эшлекле кеше ултырғанын белеп ҡуйһын! Өлкән коллегамдан бер ҙә кәм түгелмен!
– Булмағанда бара инде, рәхмәт, – тине ул аҙаҡтан. – Баш мөхәррир, әлбиттә, популяр кеше һорағайны. Күндереп ҡарармын...
Быға нимә тип яуап бирергә һүҙ тапманым.
– Һеҙгә рәхмәт, – тип мыңғырҙаным. Ул сығып киткәс: “Интервьюны минән алдылармы, әллә мин интервью бирҙемме?” – тип уйлап ҡуйҙым.
З. Хәкимйәнова.