

Рәсәйҙә
Рәсәйҙә коррупция менән булашыусыларҙы асыҡлап, язаһын биреп торалар, тик уларҙың һаны бер ҙә кәмемәй. Әкиәттәге аждаһаныҡы кеүек, ҡырҡылған баштар урынына яңылары үҫеп тора. Бөтә илгә өлгө булырҙай аҡыл эйәләре лә ваҡыт үтеү менән миллиардтар урлаусы әҙәмгә әүерелә. Бер генә миҫал. Мәктәпте алтын миҙалға тамамлаған Ҡазан егете Николай Никифоров 22 йәшендә генә Татарстан премьер-министрының кәңәшсеһе, 28 йәшендә Татарстан мәғлүмәтләштереү һәм элемтә министры, йәнә йыл ярымдан Рәсәй элемтә министрына тиклем юл үтә. Илде һанлаштырыуға күсереүҙә, Татарстандағы «Иннополис»ты үҫтереүҙә уның хеҙмәте ҙур, миллиардлап мөлкәт туплаған булдыҡлы эшҡыуар ҙа үҙе. Бер һүҙ менән әйткәндә – бөгөнгө заман геройы. Хет бөгөндән уның хаҡында кино төшөр, китаптар яҙ. Юҡ шул. Бынан бер нисә йыл элек еңел байығырға өмөт иткән халыҡтан миллиард һумлап аҡса йыйып, ҡапыл юҡҡа сыҡҡан «Финико» пирамидаһын ойоштороусылар менән бәйле булып сыға Николай Никифоров. Һәр хәлдә хоҡуҡ һағында тороусылар шулай тип белдерә һәм уны 5 миллиард һумды үҙләштереүҙә ғәйепләй. Тик Никифоров уны ҡулға алыр көндө шәхси самолетта сит илгә сығып ҡаса. Аҡыллы кеше аҡыллы инде – ҡайҙан һиҙенгән тиген!
Шулай итеп, яҙылаһы китаптар яҙылмай, фильмдар төшөрөлмәй ҡалды. Йәл. Аждаһа кеүек, ата коррупционерҙарҙың да баштарын киҫә башларға кәрәктер. Бәлки, шул саҡта Николай кеүек аҡыллы егеттәр ата бурға әүерелмәҫ ине.
Донъяла
Непалдағы фажиғә әҙәм балаһының тәбиғәт алдындағы көсһөҙлөгөн йәнә бер тапҡыр асыҡ күрһәтте. Климат үҙгәрә, бейек тауҙарҙағы боҙҙар ҡуптарылып төшә, яһалма күлдәр барлыҡҡа килә, «уңайлы» мәл еткәс, һыу, боҙ, таштар ҡот осҡос тиҙлек менән аҫҡа ынтыла. Непалда ике меңләп кеше вафат булған, ун бишләп ҡала, йөҙләгән ауыл емерелгән.
Майҙаны буйынса Башҡортостан ҙурлыҡ Непалда 29 миллион самаһы кеше йәшәй, ете миллиондан ашыуы – мосолмандар. Төрлө милләттәр үҙ-ара татыу ғына көн итмәй, айырыуса аҙ һанлылар өсөн тормош еңел түгел. Фажиғәнән өс аҙна элек кенә Ҡөрьәнде яндырыу, мәсеттәргә һөжүм итеү факттары теркәлгәйне. Халыҡтың ярлы йәшәүендә, ил етәкселәренең коррупция һаҙлығына батыуында мосолмандар ғәйепле түгел, әлбиттә.
Глобаль йылыныу – иҫбатланған факт, Ерҙәге уртаса температура күтәрелгәндән күтәрелә бара. Шуға күрә бындай бәләләр ҡабатланасағы көн кеүек асыҡ. Әммә кеше ғүмерҙәрен ҡотҡарыу, халыҡты бәлә-ҡаза хаҡында иҫкәртеү өсөн күп нәмәне алдан эшләп була. Үҙебеҙҙе уратып алған мөхиткә һаҡсыл ҡарап, уны күп өйрәнергә, булғанды емереүҙән туҡтарға, үҙ-ара татыу йәшәргә кәрәк. Шул сағында тәбиғәт тә, һис шикһеҙ, әҙәмдәргә миһырбанлыраҡ булыр, Аллаһыҙҙарҙы улай ҡаты язаламаҫ. Аш менән атҡанға таш менән атмайҙар бит.