+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар

Радий Хәбиров: «Республика журналистары йөҙөндә партнёрҙарҙы һәм арҡалаштарҙы күрәм»

17 апрелдә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров «Медиайыйын» I милли киң мәғлүмәт саралары форумының йомғаҡлау ултырышында ҡатнашты. Форум, алда хәбәр итеүебеҙсә, Ғафури районында үтте.

17 апрелдә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров «Медиайыйын» I милли киң мәғлүмәт саралары форумының йомғаҡлау ултырышында ҡатнашты. Форум, алда хәбәр итеүебеҙсә, Ғафури районында үтте.

«Красноусол» санаторийы базаһында ойошторолған йыйында республика гәзит-журналдары, телерадио хеҙмәткәрҙәре, блогерҙар, тармаҡ эксперттары – йәмғеһе 250 кеше – ҡатнашты.

Радий Хәбиров үҙенең сығышында журналистарға рәхмәт әйтте, көндәлек ваҡиғаларҙы яҡтыртып, халыҡҡа еткереп барыуҙа уларҙың хеҙмәтенең әһәмиәтен билдәләне.

Башлыҡ, хәҙерге осорҙа халыҡтың күп мәғлүмәтте социаль селтәрҙәр аша алыуын билдәләп, редакциялар белгестәре өсөн контентты селтәрҙәрҙә таратыу буйынса уҡытыу ойошторорға тәҡдим итте. Интернет киңлегендә эшмәкәрлекте баһалау маҡсатында йыл һайын 100 мең һумлыҡ 100 грант биреләсәген белдерҙе.

Йыйында журналистикала кадрҙар мәсьәләһенең киҫкен тороуы тураһында һорау күтәрелде. Уны хәл итеүгә республика матбуғатындағы түбән эш хаҡтары аяҡ салыуы билдәле. Башҡортостан Башлығы эш хаҡын күтәреү өсөн 2022 йылда эш хаҡы фондына 74 миллион аҡса бүленәсәген, бының хеҙмәткәрҙәр эш хаҡын 25 процентҡа арттырасағын хәбәр итте.

Гәзиттәр һәм журналдар урынлашҡан Матбуғат йортонда күп йылдар ремонт булғаны юҡ. Радий Хәбиров 2023 йылға уны ремонтларға йыйыныуҙарын белдерҙе.

Сығышының һуңында Башҡортостан Башлығы тармаҡ хеҙмәткәрҙәренә дәүләт наградалары тапшырҙы.

Йыйындың секцияларында эшләнгән тәҡдимдәр ҙә аудитория ҡарамағына еткерелде. Мәҫәлән, Журналистар союзына айырым бина бүлеү, милли контентты өҫтәмә финанслау, медиамәктәп ойоштороу, милли киң мәғлүмәт саралары араһында федераль конкурс ойоштороу һәм башҡа тәҡдимдәр яңғыраны. Улар буйынса ла Радий Хәбиров фекерен әйтте һәм хәл итеү мөмкинлеген белдерҙе.

Фото: Башҡортостан Республикаһы Башлығы сайтынан.
Читайте нас: