-5 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар

ЗАКОН ЭТТЕ ЯҠЛАЙ. Ә КЕШЕНЕ?

Учалы районы Сәфәр ауылында дүрт йәшлек баланың эттәрҙән һәләк булыуы йәмәғәтселектә ҙур шаңдау алды. Эксперттар, белгестәр, депутаттар, чиновниктар фекер алышты, анализланы, мәсьәләне сисеү юлдарын эҙләне. Берәҙәк эттәр һанын көйләү, агрессивтарын тотоу проблемаһы ябай булмауы асыҡланды. Федераль ҡануниәттәге етешһеҙлектәр, бюджеттан аҡсаның етерлек бүленмәүе быға ныҡлы аяҡ сала.

Учалы районы Сәфәр ауылында дүрт йәшлек баланың эттәрҙән һәләк булыуы йәмәғәтселектә ҙур шаңдау алды. Эксперттар, белгестәр, депутаттар, чиновниктар фекер алышты, анализланы, мәсьәләне сисеү юлдарын эҙләне. Берәҙәк эттәр һанын көйләү, агрессивтарын тотоу проблемаһы ябай булмауы асыҡланды. Федераль ҡануниәттәге етешһеҙлектәр, бюджеттан аҡсаның етерлек бүленмәүе быға ныҡлы аяҡ сала.
Һандар һөйләй
2020 йылдың 1 ғинуарынан "Хайуандар менән яуаплы мөғәмәлә итеү тураһында һәм Рәсәй Федерацияһының айырым ҡануни акттарына үҙгәрештәр индереү хаҡында"ғы 498-се федераль закон көсөнә инде. Ул берәҙәк эттәрҙе юҡ итеүҙе бөтөнләй тыя. Закон хайуандарҙы тоторға, агрессивлыҡ кимәлен асыҡларға ҡуша. Агрессив тип табылһа, ул ғүмере буйы махсус приютта аҫралырға тейеш. Ҡалғандары стерилизация үтә, бирка менән чиплана һәм йөрөгән еренә кире ебәрелә.
Башҡортостан Ветеринария идаралығы мәғлүмәттәре буйынса, республикала 150 меңләп эт бар. Шуның 100 мең самаһы (66%) – берәҙәк эттәр. Яңы закон сыҡҡанға тиклем кешеләрҙең мөрәжәғәте буйынса һәм планлы рейдтар ваҡытында йыл һайын 50 мең эт юҡ ителә килгән. Был уларҙың һанын көйләп, кешеләргә янауын кәметеп торған.

2021 йылда Башҡортостанда 16 меңләп берәҙәк этте тотоу планлаштырылған. Уларҙың күбеһе чиплап стерилизациялағандан һуң кире ебәреләсәк.

Башҡортостанда 25 шәхси һәм 9 муниципаль приют бар, ләкин улар күпселеге эттәрҙе ваҡытлыса тотоу урыны булып тора. Даими аҫрау приюттары өсөн ресурстар ҙа, майҙандар ҙа етмәй.

Һөҙөмтәлә, берәҙәк эттәр яғынан янаған хәүеф арта бара. Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙа депутаттар эттәр мәсьәләһен тикшергәндә төбәк Эске эштәр министрлығы статистикаһынан һандар килтерҙе. 2018 йылда Башҡортостанда эттәрҙең кешеләргә 97 тапҡыр һөжүм итеүе теркәлгән, ә 2020 йылда, йәғни яңы закон көсөнә ингәндән һуң, – 251, йәғни 2,5 тапҡырға күберәк. Учалы районындағы фәжиғәнән тыш, былтыр көҙ Ағиҙел ҡалаһында берәҙәк эт ике малайҙы талаған, шунан бер ҡыҙҙы ергә ҡыҫҡан. Ярай, был балалар иҫән ҡалған.

Аҡса мәсьәләһе
2021 йылда берәҙәк эттәр мәсьәләһен хәл итеүгә республика бюджетынан 63 миллион һум бүленгән, тағы 16 миллион һумға ғариза бирелгән. Ләкин был аҡса барыбер етмәйәсәк.
Федераль закон ҡушҡанса агрессив эттәрҙе ғүмер буйы приютта аҫрау өсөн бик ҙур аҡсалар талап итә.
Беренсенән, уларға приюттарҙа урын етешмәй. 3 мең берәҙәк эт өсөн приют төҙөү планлаштырыла, ләкин аныҡ ваҡыты, финанслау сығанаҡтары әлегә билдәләнмәгән.
Икенсенән, аҫрауға ла күп аҡса кәрәк буласаҡ. БР баш дәүләт ветеринар инспекторы Азат Йыһаншин әйтеүенсә, бер этте ашатыу – көнөнә 50 һумға, йылына 20 мең самаһына төшә. Уртаса 20 йыл йәшәһә, ашатыуға ғына ла 400 мең һум кәрәк була.
Тотолған эттәрҙең һәр унынсыһы тиерлек агрессив була. Шулай итеп, Башҡортостанда быйыл ғына ла приюттарға 1,6 меңдән ашыу хәүефле эт урынлаштырылырға тейеш. Уларҙы бер йыл ашатыу өсөн 32 миллион һум кәрәк була.
Республикала берәҙәк эттәрҙең һанын көйләү өсөн, практика күрһәтеүенсә, йыл һайын кәм тигәндә 50 мең этте тотоп стерилизацияларға кәрәк. Бер этте стерилизациялау хаҡы – 800 һум, тимәк, быныһына йылына 40 миллион һум китә.
Приюттарға йыл һайын 5 меңләп агрессив хайуан ҡуйыла барһа, бер нисә йыл эсендә республика бюджеты уны күтәрә алмаҫ хәлгә киләсәк.
Законмы?
Республикала эксперт фекер алышыуҙар ваҡытында 498-се федераль закондың «сей» иһәм уйланылмаған булыуы тураындағы фекер ҡат-ҡат яңғарай. Мәҫәлән, эттең агрессивлығын билдәләү методикаһы нормативтары юҡ. 498-се закон 2018 йылда уҡ сығып, 2020 йылдан көсөнә инһә лә, был норматив базаны РФ Тәбиғәт министрлығы әле булһа эшләй. Шуға кешене талаған йә үлтергән эттәр иректә йөрөүен дауам итер. Һәр хәлдә Сәфәр ауылында баланы үлтергән эттәрҙең юҡ ителеүе йә ғүмерлеккә приютҡа бирелеүе тураһында бер хәбәр ҙә ишетелмәне. Үлтерергә закон ҡушмай, ә махсус приюттар Учалы районында бөтөнләй юҡ.
Эксперттар һығымтаһы буйынса, төбәктәрҙең мәсьәләне хәл итергә аҡсаһы юҡ, ә федераль закон проблеманы хәл итеү юлын тәҡдим итмәй.
«Хайуандар менән яуаплы мөғәмәлә тураһындағы закон йәмғиәтебҙҙе гуманлаштырыу өсөн ысынлап та кәрәк ине, — ти БР Дәүләт Йыйылышы депутаты Руфина Шаһапова. — Ләкин уны ҡабул иткәс, төбәктәрҙең уны тормошҡа ашыра алмауы асыҡланды, сөнки ул федераль финанс булышлығын иҫәпкә алмай сығарылған. Приюттар төҙөү һәм тотоу бик күп аҡса талап итә, хатта иң минималь хисап буйынса ла беҙ ул тиклем ҙур һандарҙы тәьмин итә алмаясаҡбыҙ».
Башҡортостан ДЙ – Ҡоролтайҙа ЛДПР фракцияһы етәксеһе Вячеслав Рябов 498-се федераль законды туҡтатып тороу инициативаһы менән сығыш яһаны. Был фекергә бер нисә төбәк ҡушылған да инде.
Шулай ҙа Башҡортостан парламентарийҙары был тиклем киҫкен аҙымға бармай торорға булды, Дәүләт думаһына бөтә хайуандарҙы теркәү тураһындаға закон проекты индереләсәк. Теркәү хайуандарҙы иҫәпкә алыуҙы һәм идентификацияларҙы күҙҙә тота, тимәк, этен сығарып ебәргән яуапһыҙ хужаны табыу һәм яуапҡа тартырыу мөмкин буласаҡ.
Ләкин был ғына берәҙәк эттәр проблемаһын хәл итмәй. Чип ҡуйыу, стерилизация һәм вакцина ҡаҙау эттең кешегә ташланыу мөмкинлеген бер ҙә кәметмәй. Аслыҡ, ауырыу арҡаһында, уйын осоронда эттең көтмәгәндә кешегә һөжүм итеү ихтималлығы көсәйә. Баш ветеринар Азат Йыһаншин әйтмешләй, сынйырҙа йә вольерҙа ултырған эт кенә тулыһынса хәүефһеҙ була ала.
Эттәрҙең кешеләргә ташланыу осраҡтары артҡан һайын, иртәме-һуңмы, РФ Дәүләт думаһына йә төбәктәргә эттәрҙе атыу хоҡуғын ҡайтарыу, йә федераль бюджетҡа эт приюттарын төҙөү һәм аҫрау буйынса төп сығымдарҙы һалыу мәсьәләһен хәл итергә тура киләсәк. Һуңғы вариант Башҡортостанға ғына ла йөҙҙәрсә миллион һум биреүҙе талап итәсәк, ә тотош ил буйынса был һан тиҫтәләрсә, хатта йөҙҙәрсә миллиардҡа барып баҫасаҡ.
БР ДЙ – Ҡоролтайҙың аграр мәсьәләләр, экология һәм тәбиғәтте файҙаланыу комитеты рәйесе Флүр Уразмәтов әйтеүенсә, донъя илдәренең 10 процентында ғына, шул иҫәптән Рәсәйҙә, берәҙәк эттәрҙе эвтаназиялауға тыйыу индерелгән.
Читайте нас: