-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

ИШҺЕҘ КҮБӘЛӘККӘ ҠАРШЫ КӨРӘШҺЕҘ МИЛЛИАРДТАРСА ҺУМЛЫҠ ЗЫЯН КҮРЕЛЕР ИНЕ

"Урмандарҙы һаҡлау" федераль проекты ("Экология" милли проекты) сиктәрендә Башҡортостанда ишһеҙ ебәк күбәләгенә ҡаршы урмандарҙы эшкәртеү тамамланған.

"Урмандарҙы һаҡлау" федераль проекты ("Экология" милли проекты) сиктәрендә Башҡортостанда ишһеҙ ебәк күбәләгенә ҡаршы урмандарҙы эшкәртеү тамамланған.

Был ҡоротҡос менән зарарланған майҙан 476 мең гектарға етә, айырыуса Баймаҡ, Йылайыр, Ейәнсура, Кананикольск, Күгәрсен һәм Хәйбулла лесничестволарында хәл насар була. Төбәктә ғәҙәттән тыш хәл индерелә.
Урмандар ерҙән һәм авиация ярҙамында эшкәртелә. Ерҙән эшләгәндә урманға гектарына өс литр иҫәбенән препарат болото өрҙөрөлә.
Подрядсыларҙың береһе булған «Гард-сервис» ЯСЙ-һының генераль директоры Земфира Зәкиева әйтеүенсә, эшкәртеү өсөн 11 аэрозоль ҡоролмаһы ҡулланылған.
— Беҙ башҡа бөжәктәр йоҡоға тала торған ваҡытта – төндә эшләнек. Ҡоротҡостарға өрҙөрөлә торған томан препараттың микродозаларынан тороп, уның менән япраҡтар эшкәртелә. Ҡарышлауыҡтар был япраҡтарҙы кимереп һәләк була, — ти Земфира Зәкиева. – Төндә һиптереү шарттары бик ҡулай: һауа өҫтән аҫҡа хәрәкәт итә, препарат болото ер өҫтөнә түшәлә һәм урмандан ситкә таралмай. Аэрозолле һиптереү ысулының мөһим өҫтөнлөгө бар — бер гектарға традицион ысул менән һиптергәндә 200 литр эш иретмәһе кәрәк булһа, беҙ гектарына 3 литр ғына ҡулланабыҙ. Был төр эшкәртеүҙе ҡулланғанда ҡарышлауыҡтың ағыу тәьҫир итә торған сағын үткәреп ебәрмәҫкә кәрәк, юғиһә концентрацияны арттырырға тура килер ине. Беҙ ваҡытында өлгөрҙөк, эшкәртелгән майҙандарҙы ҡарап сығыу ағыулауҙың һөҙөмтәле булғанын күрһәтә.

Умартасыларҙың бал ҡорттары һәләк булыуы тураһындағы дәғүәләренә ҡарата Земфира Зәкиева ишһеҙ күбәләккә ҡаршы көрәш башланыр алдынан умартасылар һәм ветеринарҙар ҡатнашлығында дөйөм йыйылыш үткәрелеүен белдергән. Стационар булмаған умарталыҡтарҙы хәүефһеҙ ергә күсерергә, ә стационарҙарҙа йоғонтоно кәметерлек саралар күрергә кәрәк булған.

— Инструкция буйынса, беҙ күсерелмәүсе теркәлгән умарталыҡтан биш километрҙа эшләй алабыҙ, — тигән Земфира Зәкиева. — Әгәр ҡорттар үлһә, экспертиза үткәрергә кәрәк. Умарталыҡты теркәү кәрәклеге тураһында ишеткәс тә йыйылышта булған умартасыларҙың яртыһы сығып китте. Күсенеп йөрөү умарталыҡтың паспорты булһа, йоғошло ауырыуҙарға тикшереү үткәрелһә генә рөхсәт ителә. Документһыҙ умартасылар һәләк булған ҡорт күстәре хаҡын түләтеүгә дәғүә бирә алмай. Беҙҙең бал ҡорттарын һәләк итеү бурысы юҡ — беҙ урманды ҡотҡарабыҙ.

Башҡортостанда ишһеҙ ебәк күбәләгенә ҡаршы химик һәм биологик препараттар менән көрәшәләр.
Республика урман янғынына ҡаршы үҙәк етәксеһе Айрат Йосопов әйтеүенсә, химик препарат ҡарышлауыҡты үлтерә, ә биологик препараттар япраҡҡа ята ла, ҡарышлауыҡ уны ашағас, аш һеңдереү ағзаларына ныҡлы зыян килтерә. Башҡортостандың вездеход менән дә үтеп булмай торған ҡуйы урмандарын ерҙән эшкәртеү мөмкин булмағанға авиация ҡулланылған.

«Гард-Сервис» йәмғиәтенең фән буйынса директоры, биология фәндәре докторы, профессор Вәкил Шириев белдереүенсә, ағастарҙың ебәк күбәләгенең тағы бер һөжүмен күтәрерлек хәле юҡ. Зарарланған ағас япраҡтарын тергеҙергә тырыша, был ваҡытта яҙғы һут йөрөүенә оҡшаш күренеш күҙәтелә. Был процесс көҙгө туңға тиклем барһа, һут туңып, олондо домкрат кеүек яра. Был ярыҡтарҙан ағас эсенә бактериялар, ҡоротҡостар, бәшмәктәр тула һәм ағасты үлтерә. Ҡороған ағастар иһә бик һәйбәт яна.

Профессор әйтеүенсә, ҡайын саранча ябырылыуына ике йыл түҙә, имән – бер йыл, йүкә – бер нисә йыл. Урманға барып керһәң, ти ул, бөтә яҡтан ҡарышлауыҡтарҙың ағас кимергән тауышы ишетелеп тора. Ҡоротҡостар япраҡтарҙы ғына түгел, киләһе йыл атасаҡ сәскәлектәрҙе дә ашай. Тимәк, киләһе йыл бында йүкә сәскә атмаясаҡ.
Һыу ятҡылыҡтарын бысратмаҫ өсөн күбәләкле биләмәләрҙең яртыһын "Сиббиофарм" компанияһы етештергән «Лепидоцид СК» биологик препараты менән эшкәрткәндәр. Ундағы эндотоксиндар ҡоротҡостарҙың ҡарышлауыҡтарына ғына йоғонто яһай.
«Клонрин» химик препараты ҡарышлауыҡҡа тейгәндә йоғонто яһай, ике компонентлы был препарат нервы системаһын зарарлай.

Вәкил Ширәев белдереүенсә, иҫәптә торған бөтә умартасыларҙы ҡултамға ҡуйҙырып иҫкәртәндәр, умарталарын күсерһендәр өсөн ҡайһы кварталдар эшкәртелмәйәсәген әйткәндәр. Төндә эшкәрткәнгә күрә көндөҙгө бөжәктәргә зыян килмәгән.
Ишһеҙ ебәк күбәләгенә ҡаршы көрәшкә «Авиахим-Юг» һәм «Русавиа» авиакомпаниялары йәлеп ителгән. Бер АН-2 һәм биш СП-30 самолеты эшләгән. Самолеттар ағас өҫтәренән 10 метрҙан өҫтәрәк осоп үткән.
Башҡортостандың урман хужалығы министры Марат Шәрәфетдинов хәбәр итеүенсә, көрәш тамамланғас, урман һағы сараларының һөҙөмтәлелеге хисапланған. Тикшерелгән 78 участкалағы 36307 гектарҙа һөҙөмтәлелек 93–99 процент тәшкил иткән. Министр әйтеүенсә, көрәш саралары ваҡытында үткәрелмәһә, 241,6 мең гектарҙа ағасты юғалтыуҙан килгән зыян күләме кәм тигәндә 5 млрд һум булыр ине.

Сығанаҡ: БР Урман хужалығы министрлығы.

Читайте нас: