-12 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

ЯРАТЫҒЫҘ...

Данлыҡлы кардиохирург, академик Владимир Андреевич Алмазовтың Беренсе медицина институты клиникаһындағы кабинетында спиртлы быяла һауыт эсендә йөрәк тора. Был йөрәктең тарихын институттағы һәр студент белә. Илленсе йылдар башында, Алмазов үҙе дүртенсе курс студенты саҡта, клиникаға йөрәк ауырыулы бер ҡыҙҙы килтерәләр. Диагнозы беҙҙең көндәрҙә лә ҡурҡыныс иҫәпләнә, ә ул саҡта...

ЯРАТЫҒЫҘ...
ЯРАТЫҒЫҘ...

Ҡыҙҙы үләсәк тиҙәр, тере ҡалырына өмөт булмай. Төрлө профессорҙар уның ауырыуын өйрәнә, төркөм-төркөм интерн практиканттары ҡарай, уларҙың араһында йәш Владимир ҙа була.

Егет ҡыҙға бер төрлө лә дауалау ысулы тәҡдим итмәй. Ул бары... ғашиҡ була. Ҡыҙ янына көн дә сәскә тотоп килә. Үлем сигендә ятҡан ҡыҙ ҙа хистәргә бирелә һәм улар араһында мөхәббәт уты тоҡана. Был икәүҙең мөнәсәбәтен бөтөн клиника күҙәтә. Ҡыҙҙың йөрәге туҡтар мәл дә етә... тик ул тибә бирә... ярата бирә...

Йәштәр өйләнешә, оҙаҡ ҡына бергә йәшәй. Көмөш туйҙарына шул клиника табиптарын да саҡыра. Ә күп йылдарҙан һуң, үлер алдынан, ҡатын йөрәген институтҡа тапшырыуҙарын һорай. Ул буласаҡ табиптарҙың иң көслө дауаның яратыу икәнен белеп сығыуын теләй. Яратҡан йөрәк, яратҡан кеше – көслө һәм ҡөҙрәтле икәнде.

Яратығыҙ. Яратайыҡ.

 

Автор:Миләүшә Ҡаһарманова
Читайте нас: