Һөйләшә белмәү, моғайын, иң таралған тәрбиәһеҙлек билгеһелер. Бигерәк тә ҡатын-ҡыҙҙар араһында күҙәтергә була быны. “Һимергәнһең, ябыҡһың, нишләп буянмағанһың, был күлдәкте шунсаға алдыңмы, миндәге матурыраҡ, яҡшыраҡ, уңайлыраҡ һ.б.” тигәнерәкте улар бер-береһенә башҡалар алдында ташлаусан. Теләктәшлек артына йәшерелгән тупһыҙлыҡ был, үҙен тәрбиәлемен тип иҫәпләгән кеше ундайҙы әйтмәй.
Тәрбиәле булыу ул һүҙҙе, вәғәҙәне, әйтелгәнде тота белеү. Үҙең биргәнде лә, башҡаларҙан алғанды ла. Серҙе һатмау. Кеше хәлен ғәйбәт итеп һөйләмәү.