“Уй, уның хәле шулай икән” тип тел сарлау йәки ситтән генә йәлләү түгел, ә кире талап ителмәгән, хаҡ һоралмаған, рекламаға һәм халыҡҡа күрһәтеүгә ҡоролмаған хәйриә ярҙамы.
Берәй ауырыуға дарыуға, операцияға аҡса биргәнегеҙ, күп балалыларға үҙегеҙҙең иҫкене түгел, ә берәй тапҡыр яҡшыны бүләк иткәнегеҙ, ҡарауһыҙ әбей-бабайҙы йыуындырып-тәрбиәләп ҡуйғанығыҙ, кредитҡа батҡан туғанығыҙ (танышығыҙ) өсөн түләшкәнегеҙ, мохтаждарға ит, картуф һымаҡ үҙегеҙ үҫтергәнде алып барып биргәнегеҙ, кемгәлер бушлай эш эшләгәнегеҙ бармы?
Ысынлап ярҙам итеү ул бурысҡа биреп тороу йәки ярҙам иткән булып ҡыланыу, кешененең ауыр хәлен һыҙыҡ өҫтөнә алып күрһәтеү, үҙеңә уңайлы йәки файҙалы саҡта ғына ҡул һуҙыу түгел, ул үҙеңдең ҡылығыңдан эске ләззәт алыу һәм икенсегә тойомло файҙа килтереү.