-6 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар

КЕМ УЛ ИНТЕЛЛИГЕНТ?

Күптәр интеллигентты яҡшы белем алған, күп уҡыған һәм сәйәхәт иткән, бер нисә тел белгән, бөхтә кейенгән кеше тип уйлай. Ә ысынында быларҙың береһеҙ ҙә интеллигент булып була. Сөнки был төшөнсә кешенең эске донъяһына, эске тәртибенә бәйле.

КЕМ УЛ ИНТЕЛЛИГЕНТ?
КЕМ УЛ ИНТЕЛЛИГЕНТ?

Интеллигентлыҡ ул уҡымышлылыҡ түгел, ә донъяны, кешеләрҙе аңлай һәм ҡабул итә белеү. Йәғни: бәхәсләшкәндә берәүҙең дә йөҙөн йыртмау, өҫтәл артында әҙәпле булыу, ашты, аҡсаны йәки кейемде күңел торошонан өҫтөн ҡуймау, ярҙамға мохтаж яҡындарыңа иғтибарһыҙ булмау, шауламай ғына изгелек эшләү, тәбиғәтте һаҡлау, йәнлектәргә ҡаты булмау, йәмһеҙ һөйләшмәү, ҡысҡырмау, һүгенмәү һ.б.

Интеллигентты нишләптер мотлаҡ ҡала кешеһе тип уйлайбыҙ. Ә ауылдарҙа үрҙә һанап үтелгән матур сифаттарға эйә булған, әммә эске күркәмлектәрен тышҡа әйләндереп күрһәтеп бармағандар аҙмы? Ысынында интеллигенттар ауыл мөхитендә күберәк тә ул. Улар малсы, көтөүсе, һатыусы, уҡытыусы йәки ябай ғына хужабикә лә.  Үҙе йәшәгән йортон һәм эргә-тирәһен таҙа тота, тәбиғәтте һәм яҡындарын аңлай, уларҙы рәнйетмәҫкә тырыша, эсеү-тартыу кеүек яман ғәҙәттәрҙән алыҫ тора, яҡшылыҡ эшләү йәненә рәхәтлек бирә һәм был кешегә башҡалар тартыла, унан үрнәк ала һәм хөрмәтләй икән, тимәк, был кеше ысын интеллигент.

 

Автор:Миләүшә ҠАҺАРМАНОВА.
Читайте нас: