-1 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар

ИРҘӘРГӘ НИМӘ КӘРӘК?

Ғаиләлә иң тәүге талаш-тартыш ҡатын-ҡыҙҙың ир-егетте үҙ күҙлеге аша ҡарауынан килеп сыға. Йәнәһе, улар, бер ғаилә булғас, икеһе лә бер төрлө уйларға, бергә хәл итергә, бергә йөрөргә тейеш һ.б., һ.б. Ысынында иһә улай ғына булмай шул. Ә нимә кәрәк һуң ул ирҙәргә? Ғаилә психологтарының тикшеренеүҙәре ошондай һөҙөмтәләрҙе биргән. Ирҙәргә өс нәмә кәрәк икән:

ИРҘӘРГӘ НИМӘ КӘРӘК?
ИРҘӘРГӘ НИМӘ КӘРӘК?

беренсеһе – үҙенең кәрәклеген тойоу,

икенсеһе – ирекле булыу,

өсөнсөһө – уны нисек бар, шулай ҡабул итеүҙәре.

Тик был теләктәр бер-береһе менән йыш ҡына һыйышмай китә. Өйләндең икән – иркең тарығая, өйләнмәһәң, берәүгә лә кәрәгең юҡ кеүек. Ҡатының менән уртаҡ тел таба алмаһаң, азатлыҡ та юҡ, кәрәклек тә. Нисегерәк хәл итергә был мәсьәләне?

Ир-егет үҙенең кәрәкле икәнлеген тойһон өсөн, уға баштан уҡ ғаилә менән идара итергә бирергә кәрәк, тип яҙалар. Тик беҙҙең ҡатындар был идара итеүгә түҙә алһа инде. Уларға бит тиҙ арала күренгән эштәр кәрәк.  Ә ирҙәр улар бер үрҙе яулай ҙа ял итеп ала, унан икенсе үргә ынтыла. Бер үрҙе яулаған ваҡытта икенсеһе хаҡында уйлай ҙа алмай. Улар бер ынтылышты тамамламайынса икесеһенә үрелмәй. Бына ошо сиратланышты аңларға кәрәк. Был саҡта ир-егет үҙенең ғаиләлә кәрәкле булыуынан рухи күтәрелеш ала.

Ирҙәргә, ҡатын-ҡыҙҙан айырмалы рәүештә, бер үҙе генә була ала торған айырым урын талап ителә. Был спорт зал, гараж, бүлмә йәки балыҡҡа, һунарға йөрөү ҙә булырға мөмкин. Елде йортта бикләп тотоп булмаған кеүек, ир рухын да кәртәлә йәшәтеүҙән яҡшылыҡ көтмә. Бындай осраҡта ул көйөнә, тупаҫлана, мыжый башлай. Ә ярты көн булһа ла үҙ “мәмерйәһендә” булып килһә – тыныслана, яйланып китә. Был уның шулай теләгәненән түгел, ә тәбиғәте шундай булғандан килә.

Ир кешене өйрәтеп тә, әрләп тә, ҡурҡытып та үҙгәртеп булмай икәнде аңлатып тороуҙың кәрәге лә юҡтыр. Үҙен үҙгәртергә тотонған ҡатындарҙан улар ҡасыу яғын ҡараясаҡ. Шунлыҡтан йәки уларҙы нисек бар шулай ҡабул итергә, йәки йонсотмаҫҡа – икенселәр ҡабул итәсәк.

 

ИРҘӘРГӘ НИМӘ КӘРӘК?
ИРҘӘРГӘ НИМӘ КӘРӘК?
ИРҘӘРГӘ НИМӘ КӘРӘК?
Автор:
Читайте нас: