Таможняла.
– Багажнигығыҙҙы асығыҙ.
– 20 мең бирәм, дауай, асып тормайыҡ.
– Тиҙерәк багажнигығыҙҙы асыуығыҙ һорала!
– 50 мең бирәм дә асып тормайым.
– Етәкселәрҙе саҡырам!
Түрәләр йыйылып китә.
– Әйҙәгеҙ, асып тормайыҡ, һәр берегеҙгә 100-әр мең бирәм дә шуның менән вәссәләм! Ә?
– Хәҙер үк асығыҙ!
Водитель багажникты аса, ул буп-буш.
– Нишләп беҙҙең башты ҡаңғыртҡан булаһың инде?
– Ә мин һеҙҙең менән “Мөғжизәләр яланы” уйнаным.
***
– Нишләп бөтә гаишниктар йыуан икән ул.
– Водителдәргә уңайлы булһын, йыраҡта-а-ан уҡ күренеп торһондар өсөн.
***
Матур ғына бер ҡыҙ автосалонға килә.
– Мин “Пежо” һатып алырға уйлағайным.
– Модель?
– Юҡ, модель түгелмен, бухгалтермын. Ә комплиментығыҙ өсөн рәхмәт.
***
Ике дуҫ һөйләшә.
– Машинаң подъезд алдында тик тора. Йөрөмәҫкә булдыңмы ни? Әллә ватылдымы?
– Юҡ, ватылманы. Мин уны бик уңайлы урынға ҡуйғанмын бит. Ултырып сығып китһәм, ҡайтыуыма урынды берәйһе алып ҡуйыр тип ҡурҡам.
***
ҺАНДАР
Рәсәйҙә, “Автостат” биргән статистика буйынса, бөтәһе 45 миллионлап еңел автомобиль, 4,2 миллионға яҡын коммерция еңел автомобиле, 3,8 миллион тирәһе йөк машинаһы, 410 мең автобус бар.
Илдә мең кешегә 313 еңел машина тура килә.
Рәсәй юлдарындағы һәр өсөнсө тиерлек автомобиль – “Лада”. Икенсе урында – Toyota (4,4 млн), өсөнсө – Hyundai (2,4 млн) менән Kia (2,3 млн).
Башҡортостанда 1,7 миллион автомобиль теркәлгән, шуның 1,2 миллионы – ҡалаларҙа. Йән башына тура килгән автомобиль һаны буйынса беренсе урында – Ағиҙел ҡалаһы (1000 кешегә 575 авто). Икенсе урында Өфө (456). Республикалағы тағы ла һигеҙ иң эре ҡалала 1000 кешегә 387–314 автомобиль тура килә, тип хәбәр итә Башинформ.