+1 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар

ЯҘЫУ, ЯҘЫУСЫЛЫҠ ҺӘМ ТОРМОШ ТУРАҺЫНДА

Мәрхүм әҙип Ноғман Мусин менән ул иҫән саҡтағы һөйләшеүҙәр ҡәҙерле иҫтәлек булып ҡалды. Шундай әңгәмәләрҙең береһе – һеҙҙең иғтибарға.

ЯҘЫУ, ЯҘЫУСЫЛЫҠ ҺӘМ ТОРМОШ ТУРАҺЫНДА
ЯҘЫУ, ЯҘЫУСЫЛЫҠ ҺӘМ ТОРМОШ ТУРАҺЫНДА

Халҡыбыҙҙың шундай әҙиптәре бар: улар менән һәр осрашыу – тарихи мәл. Шундай шәхестәребеҙҙең береһе – халыҡ яҙыусыһы, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, легендар әҫәрҙәр авторы Ноғман Сөләйәмән улы Мусин. Уның редакцияға ҡунаҡҡа килеүен оло бүләк итеп күреп, бик йылы диалог үткәреп, аҡһаҡал менән бер табында сәй эсеп, тирәләп ултырып фотоға төшөп ҡалдыҡ. Һөйләшеүҙе уҡыусылар менән дә бүлешәбеҙ.

 

Ноғман ағай, һеҙ бөгөн үҙегеҙҙе ниндәй статуста тотаһығыҙ: ижад итеүҙән туҡтамаған яҙыусымы, ил тормошонда ҡайнашҡан аҡһаҡалмы әллә хаҡлы ял тыныслығы менән ләззәтләнеүсе оло кешеме?

– Хәҙер, олоғайғас, вазифалар күбәйеп китте. Атаймын да, олатаймын да, пенсионермын да. Гәрәй Ҡыпсаҡ ырыуы аҡһаҡал итеп һайлап ҡуйған. Ә ижадҡа килгәндә, туранан-тура яҙыу эше менән булышмайым инде. Шуға үҙемде бөгөн яңы әҫәрҙәр ижад итеүсе яҙыусы тип әйтә алмайым. Проза ижадындағы хеҙмәттә унда, күтәренке рух менән илһам ғына етмәй, бында мейене, хәтерҙе, белемде, һәләтте, тырышлыҡты, сабырлыҡты ауыҙлыҡлап эшкә егә торған ҡаты хеҙмәт ята. Бөгөн миңә 89 йәш. Нисек кенә булһа ла организм арыған, уның ижади эшмәкәрлеге һығып тотонолған. Тәбиғәттә бөтә нәмә лә мәлендә, самаһында ғына емеш бирә һәм кеше лә шулай уҡ.

Шулай ҙа был донъянан бөтөнләй үк төшөп тә ҡалмағанмын әле. Һуңғы йылдарҙа 11 томлыҡ “Һайланма әҫәрҙәр”ем донъя күрҙе. Мин уны 12 томлыҡ итеп әҙерләгәйнем. Әле шул һуңғы томының сығыуын көтәм.

Яҙған әйберҙәремде ҡабат-ҡабат уҡый, киренән тикшерә торған ғәҙәтем бар. “Һайлап алған яҙмыш”тың ете варианты булып, шуларҙы һаманғаса камиллаштырҙым. Унан “Мәңгелек урман”дың да өс вариантын ҡушып Дәүләт музейына тапшырҙым. Былар барыһы ла ҡулдан яҙылғандар, шуларҙы ҡабаттан күсереп, өҫтәп, дөрөҫләп һалдым. Ошо хеҙмәттәр менән булышыу ҙа күңелемә рәхәтлек, һиллек килтерә.

 

Яҙыусылар, олоғайһа, мемуарҙар, көндәлектәр, хәтирәләр яҙыуға әүҙемләшә. Ошо юҫыҡта һеҙҙән ниндәй иҫтәлектәр ҡаласаҡ?

– “Һайланма әҫәрҙәр”ҙең 12-се томы – иҫтәлектәр.  Тик улар биографик теҙмәләр түгел, үҙем тураһында ла түгел, ә миңә яҡын булғандар, яҙмышыма йоғонто яһағандар тураһында. Унан әҙәби мөхит, әҙәби тормош, әҙәби тәнҡит хаҡындағы уйланыуҙар.

10-сы томда 17 яҙыусының ижады портреты һүрәтләнә. Һәм унда тик ыңғай фекерҙәр генә лә теҙелмәгән, мин барыһын да үҙ күҙлегемдән тәнҡит аша үткәрәм. Йәшерен-батырынһыҙ, ялағайланмайса, уратып-суратмайса бирҙем күренештәрҙе. Әҙәби әҫәрҙәремдән тыш ҡалдырыр иҫтәлектәрем шулар булыр.

 

Ноғман ағай, яҙыусы булып формалашыуығыҙ нисек барҙы? Ниндәй бала саҡ кисерҙегеҙ, ниндәй ғаиләлә үҫтегеҙ? Остаздарығыҙ кемдәр булды?

– Бала саҡ... уны һөйләһәң, һөйләп бөтөп булмаҫ. Мин ауылдан ун һигеҙ саҡрымда ятҡан Сауҡайорт тигән йәйләүҙә донъяға килгәнмен. Урман эсендә тыуғанмын һәм шуға ла ғүмер буйы урманды яҙғанмындыр.

Өс ҡыҙҙан һуң тыуған малайына атайым атҡа менгәндәй булып ҡыуанған. Әсәйем уның шул нишләргә белмәй ыуаланып йөрөгәндәрен ғүмере буйына матур хәтирә итеп һөйләне. Унан икенсе йылына тағын шул йәйләүгә сыҡҡандар һәм әсәйемдең: “Былтыр ошонда улыбыҙ тыуҙы бит” тигәненән “ҡылт” итеп, мине бер ерҙә лә һан итеп теркәтмәгәндәре иҫтәренә төшкән. Атайым һыбай ауылға киткән. Барһа, унда “Инде бер йыл үткән, быйылғы йыл менән яҙҙырабыҙ” тип, 31-се йылғы итеп теркәгәндәр. Шулайтып мин бер йәшкә “кесерәйеп” ҡалғанмын.

Ике йәштә атайымды юғалттыҡ. Урманда имән бағаналар ҡырҡып-тейәп ҡайтҡандан йығылған да шул ҡазаланыуынан китеп тә барған. Уның атаһы – олатайым: “Үҙәге генә өҙөлөп әрәм булды улым”, – тип иланы. Сәләмәт кеше булған ул, көрәшсе булған. Утыҙ бер йәшендә генә гүр эйәһе булып, әсәйем ғүмере буйы уның рухына тоғролоҡ һаҡлап, миңә бауырын баҫты. Көслө рухлы, Ҡөръәнде яттан белгән уҡымышлы, йүнсел ҡатын ине һөйөклө әсәйем мәрхүмә.

Апайҙарым тәрбиәһендә үҫеп, улар уҡығанды тыңлап, улар ҡулынан алып ҡарап, алты йәштә шатырлатып китап уҡып ултыра инем. Ә былай бәләкәйҙән ниндәйҙер илһам килде, һәләтем беленде тип әйтә алмайым. Ғәҙәти ауыл балаһы булдым.

Беҙҙә һуғыштан алда ғына ете класлы мәктәп асылды. Йәштәр шуны тамамлай ҙа артабан бер ҡайҙа ла бармай ҡала ине. 1945 йыл мин етенсе класты ослағайным. Артабан уҡығы килә хәҙер. Әсәйемә ипләп кенә өндәшәм. Ул уйланып ултырҙы ла, атайың үлем түшәгендә ятҡанда “Улымды уҡыт, Вәсилә” тип әйткәйне, ти. Миңә тиклем утыҙ саҡрым ятҡан Маҡарға барып уҡыған кеше лә булманы. Хатта атайлылар ҙа улай ҡыйыулыҡ итмәне. Беренсе булып бындайға мин йөрьәт иттем. Иң ауыр ваҡытта, аслыҡ өҫтөндә, әсәйем, билен һығыбыраҡ быуып,  берҙән бер улын белемле итергә булды. Өҫ-башта юҡ, булғанын ямап-тегеп, төндә йыуып-киптереп, булған ғына ризығын төрөп һалып сығарып ебәрә. Һәәй... шулай булды инде.

 

Унан ҡала, институт, студент тормошолор?

– Юҡ әле, был арауыҡта минең бер тормош баҫҡысы булғандай бәләкәй генә йылым бар. Унынсыны тамамлағас ауыл мәктәбенә уҡытыусы итеп алдылар. Улай-былай ғына ла түгел, физика-математиканы уҡытам. Сентябрь айында уҡ директор саҡырып алды ла: “Ҡоҙаш ауылындағы уҡытыусы Фәғилә сирләган, атаһы уны арбаға тейәп Маҡар бальнисына алып киткән, һин шунда барып эшләп тор”, – тине. Барҙым. Барһам, унда өс класс, өс класта ете бала. Уйлап ҡара, ете-һигеҙ генә өйлөк ауылда ла мәктәп бар! Ниндәй ауыр йылдарҙа ла шул белем усағын яптырманылар.

Барып инһәм, мәктәптең класс таҡтаһы ла юҡ, журнал да юҡ, ә иң ҡыйыны – сәғәт юҡ. Беренсе кластың китаптары юҡ... Үҙемдең тәжрибә юҡ. Ауылымдағы уҡытыусым Әминә апайҙан китаптар алып, дәрес пландарын күсереп, уҡыта башланым. Мәктәп тигәнем, ҙур булмаған өйҙөң бер яғы таҡта менән бүленгән бүлмә. Мин был яҡта уҡытам, теге яҡта Нәфисә тигән апай йәшәй, самауырын ҡуйып ебәрә, ҡыҙы Рәшиҙә минең яҡтағы тимер мейес плитәһендә картуф өтә.  Беҙҙең сәғәт булмағас, балалар ялҡып китә лә: “Ағай, беҙ уйнап киләйек әле” йәки асыҡһалар: “Әйҙә ҡайтайыҡ – ашағы килә”, – тиҙәр. Шулай сама менән йөрөп уҡыу йылының апрель айына сығып, мин кире ауылыма ҡайттым. Бәләкәс мәктәптең хужаһы ла, уҡытыусыһы ла булғанмын икән һәм миңә, оло ҡыуанысыма, мул итеп эш хаҡы сыҡты. Өҫ-башты бөтәйтеп алдым. Унан бесән тамамланғас, әсәйемә артабан уҡырға теләүемде әйттем. “Нимәгә тағы, былай ҙа уҡытаһың бит”, – ти әсәйем. “Юҡ, – мин әйтәм, – хәҙер фронтовик уҡытыусылар ҡайтты, белемһеҙ көйө йөрөү оят.”  

Әлбиттә, Өфөгә уҡырға барғы килгәйне. Авиация техникумы тигәнде эстән генә уйлайым да ул, тел менән әйтергә батырсылыҡ етмәй. Әсәйем: “Ул Өфөгә китһәң, ҡайталмайһың бит, мин ҡалайтып унда һине ебәрәйем, дүрт йыл буйына нисек итеп көтөп ултырам”, – тип илауланы. Был ваҡытта апайҙар кейәүгә китеп бөтөп, әсәй менән икәү генә ҡалған инек. Шулайтып, Өфө хаҡындағы хыялдарҙы тыйып тороп, Стәрлеләге ике йыллыҡ уҡыуға индем.

Бая үрҙә бирелгән “остаздар” тигәнгә лә яуап биреп китәйем. Стәрлелә уҡығанда Баязитов Абдулла Нәбиуллович тигән бик шәп башҡорт теле уҡытыусы булды. Уның менән осрашҡанға һәм һабаҡтарын алғанға тиклем мин тел тураһында бөтөнләй уйланмағанмын да икән. Шул йылдарҙа туған телемә ҡарата бөтөнләй икенсе төрлө ҡараш барлыҡҡа килде. Ауылда бит башҡортса һөйләшеп йөрөйһөң-йөрөйһөң, уның ҡәҙере булырға тейеш икән тип башыңа ла килтермәйһең. Ә ул телдең нескәлектәрен, байлығын, тарихын өйрәнеү ҙә кәрәк һәм мөһим икән, баҡтиһәң.

Унан әҙәбиәт уҡытыусыбыҙ Хәким Ғиләжев ине. Егерме алты ғына йәштә, пединститутты тамамлап ҡына килгән. Фронтовик! Сатан аяғында аҡһаҡлай биреп таяҡ менән йөрөй. Һәр дәресе бер тамаша инде. Шиғырҙары гәзиттәрҙә баҫылған билдәле шағир уҡыта тип, ауыҙҙы ла ябырға онотоп тыңлайбыҙ. Бына шул шәхес килеп институтта бығаса булмаған эштәрҙе башлап ебәрҙе: әҙәбиәт түңәрәге ойошторҙо, әҙәби гәзит сығарҙы, ижадҡа ылыҡтырҙы. Үҙе рәссам ине, гәзиттәргә һүрәттәрҙе ҡойоп ҡуя. Тәүге шиғырымды ла ул яҙҙырҙы. Ә уға тиклем мин шиғыр яҙып ҡарау тураһында уйламай ҙа инем. Гәзиткә кәрәк, барығыҙ ҙа яҙаһығыҙ, тип ҡушты ла арабыҙҙан ҡайһыларыбыҙҙыҡын һайлап алды. Шулар араһына мин дә эләктем. Артабан ҡырҡынсы йылда бер шиғырымды “Башҡортостан” гәзитендә баҫтырып, түбәмде күккә тейҙерҙе. Ошоларҙан сығып, мин шағир булырға ла, яҙыусы булырға ла хыял да итмәй инем, тип әйтмәксемен. Әлеге остаздарым ҡулында, оҫта ҡулындағы балсыҡ кеүек әүәләнеп, формаға ултырҙым, төҫ-биҙәктәр алдым. Тимәк, һиңә ышаныусы, илһамландырыусы ла кәрәк ижадсыға.

 

Ә проза йылғаһы ҡайҙан һәм ҡасан инеш алды?

Институтта уҡыған йылдарҙа яҙғы килә, шиғыр менән генә ҡәнәғәтләнеп булмай кеүек, ә тап нәмәгә генә тотонорға белеп булмай. Уйлана торғас, беренсе яҙмаға һеҙгә таныш сюжетты һайланым: Ҡоҙаш ауылында уҡытҡанда “Һайлап алған яҙмыш”тағы немка, Сәйфетдин бабайҙар менән бергә йәшәгәйнем. Тәүге ҡатыны Фатима, икенсеһе Франциска, хужаның үҙе менән аралашып, уларҙың һөйләгәндәренән һуштар китеп бөтә торғайны. Шул тарихты биш-алты битлек хикәйә итеп яҙып маташтым, әммә килеп сыҡманы, ойоштора алманым әҫәрҙе. Унан институттың профкомында, мәҙәни тормошонда ҡайнап йөрөп, арыуыҡ ҡына шиғырҙар сыймаҡланым. Һаман да проза өлкәһенә етди ҡарамайым әле.

Уҡыуҙы тамамлап, районға ҡайтып ГоРОНО инспекторы булып эшләй башлағас, ял көндәре буш булып, шунда уҡытыусылар тормошонан бер әйбер яҙҙым. Әммә уға ла артыҡ атлыҡмай ғына тотондом, ахыры, бик уңышлы булманы. Унан, дүрт ай тирәһе эшләп ҡалдыммы, армияға алды ла киттеләр. Бына шунда, һағыныу шауҡымынанмы әллә яңы йәшәйеш, аралашыуҙар тәьҫиренәнме, хикәйәләр тыуа башланы. Яҙылғандарын Башҡортостанға – редакцияларға ебәреп торам. Улар “Әҙәби Башҡортостан”, “Ленинсы” гәзиттәрендә баҫылып сыҡты. Минең шиғырҙарҙы ла, хикәйәләрҙе лә күҙәтеп барған Хәким Ғиләжев тағы ла дөрөҫ йүнәлеш биреп ебәрҙе шунда: Ноғман ҡусты, һин – прозаик, тине.

 

Халыҡ яратҡан, уҡыусы айырыла алмай уҡырҙай китаптарҙы ижад итеү өсөн яҙыусыла тәбиғи тел, уйлау, шуларҙы ҡағыҙға төшөрә белеү һәләтенән тыш тағы ла ниндәй үҙенсәлектәр булырға тейеш? Хеҙмәт һәм тырышлыҡ тигән сифаттар әҫәрҙе яҡшыраҡ итә аламы? Һәм тағы ла, һеҙ дәүләт яҙыусыһы булдығыҙмы әллә халыҡтыҡымы?

– Мин дәүләт яҙыусыһы булманым. Күләмле әҫәрҙәремдән алып ҡарағанда, 1955 йылда яҙылған “Зөһрә” тигән повесымды бик йылы ҡабул иттеләр. Әгәр шул саҡ уҡыусыларҙың минең яҙмаларҙы эҙләп уҡымағанын, бер-береһенән һорап алмағанын белһәм, аңғарһам, ҡабаттан ҡәләмгә тотонмаҫ та инем. Дәүләт һинең китабыңды сығарыр ҙа, әгәр уны уҡымаһалар, улар китапхана кәштәләрендә саңланып тора икән – ыҙалатма ла ҡағыҙҙы. Бәхетемә, халыҡ уҡыны – арттырыу юҡ. Уҡыусыларымдың һөйөүен тойоп йәшәнем, шуға ла илһамланып ижад иттем.

Яҙышыуға мин бик етди ҡараным. Әҫәр материалын ныҡлы өйрәнә, эстән уйлай йөрөй, етлектерә йөрөй инем. Унан отпуск, уға өҫтәп ике-өс ай ял алып, ижад йортона китәм йәки өйҙә ултырам. Туҡтамай яҙа инем. Туҡтаһам фекерем өҙөлә, уйҙарым тарҡала. Шунлыҡтан шауҡымланып, был донъямдан айырылып, онотолоп, иләҫләнеп ижад иттем. Көнөм төнгә ялғанып, ашау-эсеү онотолоп, йонсоп-ябығып, хәлем бөтөп барып тамамлай инем әҫәрҙәрҙе.

“Мәңгелек урман”ды башта 1100 битлек бер китап итеп яҙғайным, проза секцияһында тикшерҙеләр ҙә, бик ҙур тарих, һин быны өс китап итеп яҙ, тинеләр. Мин ҡабаттан ултырҙым. Ошо әҫәр оҙайлы һәм ҡабат-ҡабат яҙылды. Унан “Һайлап алған яҙмыш”тың да яҙмышы һуҙымлыраҡ булды.  Гәзиттә эшләгәндә лә ҡат-ҡат ултырып ҡарайым – юҡ, ваҡиғаларҙы бәйләй, йомғаҡлай алмайым. Төрлө алымдарҙа, юҫыҡтарҙа ҡағыҙға төшөрөп ҡараным. Шулай, тәүге вариантын тикшереүгә ҡуйғайным, проза бүлегендәге фронтовик яҙыусылар: “Немецтарҙың тормошон бөтөнләй белмәйһең, һуғышты ла өҫтән генә күрһәтәһең”, –  тинеләр. Улар бит һуғышта булған, быларҙың барыһын да үҙҙәре күргән кешеләр, уларҙы алдап булмай. Ҡабаттан ултырып ҡарайым – юҡ. Шул мәл ГДР-ға барыу мөмкинселеге сығып, атлығып шунда юлландым. Немец ҡалаларында, ауылдарында булып, йәшәйештәрен күреп, үҙҙәре менән аралашып, әллә күпме эмоциялар алып ҡайттым. Әҫәрҙә ҡулланған һәм шундай дөрөҫлөктәр биргән бәләкәс деталдәрҙе лә таптым. Мәҫәлән, ауыл хужалығында ҡулланылған “Клайне темпа” тигән өс тәгәрмәсле бәләкәс йөк машинаһы булһынмы, “Витат” тигән фашистик рухтағы немец йәштәре журналы булһынмы – барыһы ла китапҡа фактик материалдар булып инеп китте. Хайде Леньгельбах тигән бер рус теле уҡытыусыһы менән танышып, ул ата-әсәһенең тормошон һөйләп, әллә күпме мәғлүмәттәр бирҙе. Унан аҙаҡ та ул ханым менән хат алыштыҡ, минең ҡыҙҙар аралашты.

Ошо сәйәхәттән ҡайттым да беренсе һүҙенән башлап өр-яңынан яҙҙым әҫәрҙе. Бөтөнләй икенсе ҡараш, икенсе алымдар менән. Китап сыҡҡас, уны “геү” килеп уҡынылар, тикшерҙеләр, нәмәләр генә булманы! Сәйфетдин бабай иһә асыуланманы: “Ай, һин, шилма малай! Әллә нәмәләрҙе яҙып бөткәнһең бит”, – тип асыуһыҙ ғына көлдө. Үҙе уҡымаһа ла, немка ҡатынынан тыуған Фәрхиә исемле ҡыҙы уҡып һөйләгән икән. Бына шулай булды.

“Зәңгәр тауҙа аҡ болан” трилогияһы – ул минең тормош, һуғыштан алда, һуғыш ваҡытындағы, унан ары ауылдаштарымдың йәшәйеше. Улар оҙаҡ яҙылманы. Баш күтәрмәй ултырып яҙып бөттөм, бер китабын хатта ай ярым тигәндә йомғаҡланым. Үрҙә әйткәнемсә, һығып алынған лимон хәленә ҡалып. Мәскәү эргәһендәге ижад йортонда инем ул мәл. Ҡан баҫымым ныҡ төштө. Урында укол һалдырып, Мәскәүҙә әҙәбиәт институтында уҡып ятҡан Рәшит Солтангәрәев янына киттем. Аяҡтарымды саҡ һөйрәп килеп йығылдым. Тейешле дарыуҙарҙы таба алмайбыҙ, ул ваҡытта аптекалар хәҙерге һымаҡ иркен һатыу итмәй. Шул мәл яҡут яҙыусылары килеп инеп, шуларҙың береһе сығып китеп, ҡайҙалыр нәмәләрҙер вәғәҙә итеп, һатып алып килде уколдарҙы. Егеттәр бер аҙ хәл индергәс, Өфөгә ҡайтып етер көс таптым. Ҡайтҡас, ай ярымға дауаханаға эләктем. Ҡыҫҡаса аңлатҡанда, минең ижад итеү процесым ошолайыраҡ булып бөтә ине. “Арып киттем әле, ял итеп алайым” тигән һүҙҙе түгел, уйҙы ла рөхсәт итә алманым яҙыуҙа. Әммә үкенмәйем.

 

Әсәйегеҙ һеҙҙе яҙыусы итеп ҡабул иттеме? Нисек ҡараны ул улының яҙышыуына?

– Шул тормош ҡатмарлы бит... Армиянан һуң мин уны тағы яңғыҙ ҡалдырып Өфөгә эшкә киттем. Ситтән ҡараным, тик ул ғына етәме һуң? “Эй, улым, ҡасан рәхәтләнеп бергә йәшәрбеҙ инде?” тип әйтеп ҡуя ине. Ҡалаға ла ала инем, тик түҙмәй бында ауыл кешеһе. Ҡыш уртаһында ҡайтырға йыйынып китә торғайны. Яҙышыуымды ла шул айырылышыуҙың сәбәпсеһе итеп күрҙе шикелле. Яҙыусы булмай, уҡытыусы булһам, уның менән ауылда бергә генә йәшәр ине тип...

Армиянан ҡайтыуымды ла бик өмөтләнеп көттө. Ә мине Өфөлә һалдат кейемендә көйө редакцияға алып ҡалдылар. Алабарман йәш баш менән тот та эш башла. Әсәйҙең хыялдары, уйҙары нисек тип һорама...

Илле етенсе йылдар, инде китаптар ҙа донъя күреп торғас, аҡса ла еткәндәй булғас, ижад менән генә шөғөлләнергә, әсәй янында булырға булып эштән дә киткәйнем. Телевидениеға саҡырҙылар. Әҙәби тапшырыуҙар программаһын юлға һалайыҡ тип ныҡ ҡына ҡоҙалап саҡырҙылар. Шунда барҙым бит әллә нишләп. Ул арала әсәйем ауырып китте. Унан ай ҙа йөрөмәй вафат булды ла ҡуйҙы. Терһәгемде тешләрҙәй булдым! Нимә тип был эшкә сыҡҡанмын? Ниңә янында булмағанмын? Нигә? Нимәгә? Ни эшләп?.. Ә бит әсәйем тырышмаһа, мин бер кем дә булмаҫ инем... Иң ҙур үкенесем шул.

 

Ә һеҙҙең ошондай шауҡымлы ижадсы булғанығыҙҙы аңланылармы өйҙә?

– Фәймә апайғыҙ үҙе 25 йыл Республика китапханаһында эшләне. Хаҡлы ялға сыҡҡас та шунан китә алмай ҡаңғырҙы. Ул үҙе китаптар менән шауҡымланған кеше ине. Уҡымаған, белмәгән әҙәбиәте булманы. Балаларҙы ла шулай өйрәтте, улар минең өҫтәл артына ултырып эшкә тотоноуымды күреү менән янымдан китәләр, ҡамасауламайҙар ине.

Әҫәр өсөн эҙләнеүҙәр, аралашыуҙар юллап йөрөгәндә лә, онотолоп яҙғанда ла, шулар өҫтөндә борсолоп кәйефһеҙерәк, иғтибарһыҙыраҡ булып киткән саҡтарҙа ла үпкәләгәне, шелтә белдергәне булманы ғаиләмдең. Ә бит ижадсы өсөн был бик мөһим. Хатта ки оло бәхет тип әйтергә була. Эйе, бәхет ул ижадсыны яҡындарының аңлауы, нисек бар шулай ҡабул итә белеүе.

2003 йылдың март айында Фәймә апайығыҙ инсульттан ятты. Миңә етмеш тулып үткәйне. Һәм шул саҡ минең ижади эшләүем дә туҡталды. Апайығыҙ туғыҙ йыл түшәктә ятты. Ярты йылдан оло ҡыҙым ауырып китеп, ике йыл дауаханаларҙа йөрөп, үлеп ҡуйҙы. Шул саҡ минең йыһан менән тоташҡан илһам каналым өҙөлдө, әлеге эмоциональ стрестар томаланы быны. Уйлап ҡарайым – уйланылмай, яҙырға теләк юҡ.

“Алдар батыр” тарихын өйрәнгәндә, унан алда булған бер шәхесебеҙ – Сәйет батыр тураһында бай материал туплағайным. Тарихын теҙеү, яҙыу системаһын теҙмәгә һалғайным, планлаштырғайным. Тик ошо фажиғәләр булып, мин был әҫәрҙе яҙа алманым. Унан йәштәргә тәҡдим итеп тә ҡараным, әлегәсә тотоноусы юҡ – быныһы икенсе үкенесем булды.

 

Ноғман ағай, һеҙ башҡорт халҡы өсөн геройҙарығыҙ Төлкөсура, Алдар батырҙар кеүек үк легендаға әйләнгәнегеҙҙе аңлайһығыҙмы? Нисек ҡабул итәһегеҙ был мәртәбәне?

– Бер нисек тә ҡабул итмәйем. Кеше бөйөк булырға тейеш түгел. Ул хеҙмәте йәки батырлығы өсөн халыҡ һөйөүен яуларға мөмкин, әммә бөйөк була алмай. Кеше кешегә табынмаһын ул, был эш түгел. Яҙыусы итеп таныған икән халҡым – шул еткән. Китаптарымды уҡыйҙар икән – ҙур бәхет. Артығы кәрәкмәй ҙә.

 

Прозаик ир кеше булараҡ, ҡатын-ҡыҙҙар ижадына нисек ҡарайһығыҙ? Айыраһығыҙмы уны ир-егеттәр ижадынан?

– Һәр хәлдә кәмһетеп ҡарамайым. Тиң итеп, хөрмәт итеп, ҡайһы берҙәренә һоҡланып та ҡарайым. Һоҡланам, сөнки ҡатын-ҡыҙ булып ижадҡа тоғро ҡалыу бик ауыр хәлдер, тип уйлайым. Иренә, балаларына, донъяһына, эшенә бүленгәндән улар тағы ла яҙышыуға ла көс түгә бит.

Айырмалыҡ, әлбиттә. бар. Ул шулай булырға тейеш тә. Ир менән ҡатын араһында, уларҙың уй-кисерештәре араһында айырмалыҡ булған кеүек. Уларҙы хатта сағыштырып йәки уҙыштырып маташырға ла ярамай. Был – урынһыҙ.

Заманында Таңсулпан Ғарипованың хикәйәләрен уҡып әсирләнгәйнем. Уларҙы тикшереп китап итеп сығарҙым да почта аша һалып ебәрҙем. Алып аптырап киттем, тип һөйләне аҙаҡ. Күреп торам, был шундай нескә тойомло, һәләтле яҙыусы. Ул тулыһынса ҡатын-ҡыҙ тәбиғәте, энергетикаһы менән һуғарылған. Унан Тәскирә Даянованың “Һуңғы шырпы” тигән әҫәрен уҡып, яҙманың “егеттәрсә” икәнлеген тойҙом. Бер осрашыуҙа танышам – йомшаҡ ҡына холоҡло ҡатынҡай.  Ошолай ҙа булырға мөмкин, тимәк. Бында барыһын да әҫәр, шул әҫәрҙе ижад иткәндәге авторҙың кисерештәре хәл итә, ә авторҙың ниндәй енестән булыуы түгел. Нескә генә ҡатын-ҡыҙ ижадсы ла көслө рухлы, ныҡ характерлы булып, ошо һыҙаттарын әҫәрҙәрендә сағылыдыра ала. Ҡарап торғанда тау шикелле ир-егет яҙыусының яҙмаларында ла ҡатын-ҡыҙ психологияһы ярылып ята. Бирелеп ижад иткән саҡта яҙыусы үҙ геройҙарының тиреһендә була белергә, улар күңелендә “йәшәп” сығырға тейеш. Шулай булмағанда уҡыусыны ла ышандырып булмаясаҡ. Ижад бит ул бик ҡатмарлы нәмә, уны һүҙ менән һөйләп аңлатып булмай ҙа. Бары тойған әҙәм генә аңлар.     

 

Бөгөн йыш ҡына оло быуын вәкилдәренән үткән һәм хәҙерге заманды сағыштырып шелтәләү ишетергә мөмкин. Мәҫәлән, “бына беҙҙең заманда эшләйҙәр ине” йәки “ул саҡта шундай яҙыусылар бар ине” һ.б.  Нисек уйлайһығыҙ: заман йомшарҙымы әллә халыҡмы?

– Һәр замандың ауырлығын һәм рәхәтен шул заманда йәшәгәндәр генә белә. Бына һеҙ һуғыш йылдарындағы бала тормошон кисермәгәнһегеҙ һәм уны күпме генә тыңлап-уҡып ҡараһағыҙ ҙа, бөтә асылында аңлай алмайһығыҙ, шулай бит. Шуның кеүек оло быуын вәкилдәре лә бөгөнгө һеҙ ҡаршы торған проблемаларҙы тейешенсә итеп, һеҙ тойғанса итеп ҡабул итә алмай. Үпкәләү ҙә, шелтә лә, тәнҡит тә урынһыҙ бында. Заман да, уның йәшәүселәре лә икенсе замандан аҡылһыҙыраҡ йәки аңһыҙыраҡ, ялҡауыраҡ йәки эшлекһеҙерәк була алмай. Заман – ул йәшәйеш, ул үҙгәреп, үҫешеп, яҡшымы-яманмы алға китеп бара. Уны һис кенә лә туҡтатып булмай. Һәм шул заман үҙ йәшәүселәренә төрлө һынауҙарын, шарттарын, ваҡиғаларын биреп кенә тора.

Яҙыусы өсөн илендә, йәшәгән донъяһында ҙур ваҡиғалар, хатта фажиғәле ваҡиғалар булыуы ла илһам сығанағы ул. Һуғыштан һуңғы йылдарҙа бер төркөм фронтовик яҙыусылар ижад итте. Уларҙың темалары иңләп-буйлап бөтөрлөк түгел ине. Беҙҙең быуын яҙыусылары ла һуғыш төтөнөн еҫкәгән, күптәренең атайҙары, ағайҙары ятып ҡалған, уларға һуғыш зәғифләгән яҙмыштар таныш. Беҙ бармаҡтан һурмай ғына конкрет хәл-ваҡиғаларҙы яҙа, һүрәтләй алдыҡ. 1956 йылда, мәҫәлән, Яҙыусылар ойошмаһында 47 яҙыусы иҫәпләнә, уларҙың барыһын да беләләр, уҡыйҙар ине. Яҙыусы исеме юғары баһаланды, әммә ул исемгә лайыҡ булыу өсөн һәләттән тыш ҙур хеҙмәт тә кәрәк ине.

Бөгөнгө яҙыусыларға ла еңел түгел. Улар заманында ла ваҡиғалар аҙ түгел, фажиғәләр ҙә етерлек, әммә ул ваҡиғалар бөйөк түгел. Шулай уҡ авторҙар үҙҙәре лә артыҡ әллә нимә кисермәгән. Әлбиттә,  шәхси яҙмыш һәр кемдең төрлө, ауырлыҡтар үткәне лә бар, тик былар бөйөк ваҡиға була алмай.  Шул уҡ ваҡытта бөгөнгө йәш быуын уҡыусыһына беҙҙең замандың бөйөк ваҡиғалары ла артыҡ тәьҫир итмәй. Тимәк, нисек кенә булғанда ла һәр быуындың үҙ әҫәрҙәре һәм уҡыусылары булып тора. Был тәңгәлдә төрлө быуын вәкилдәренә бәхәсләшеү урынһыҙ.

 

Ижади аралашыуа һыуһайһығыҙмы бөгөн?

– Һыуһап кителә... Әлбиттә, аралашыр яҡындар бар, әммә фекерҙәш, ауаздаш кешеләр етешмәй. Ундай дуҫтарым китеп бөткән, тигәндәй. Элек бит яҙыусылар ғаиләләр менән аралаштыҡ, беҙ һөйләшә, ҡатындар өҫтәл әҙерләй, балалар бергәләшеп уйнап йөрөр ине. Ялдарҙы бергә үткәрҙек, яҙғандарыбыҙҙы ҡысҡырып уҡып ишеттерҙек, кәңәшләштек. Ниндәйҙер яҡынлыҡ, туғандарса тартыу булды. Хатта бер генә күргән таныштарға ла балаларҙы эйәртеп бара ла инә инек йә улар беҙгә килеп төшә. Ә бит фатирҙарыбыҙ ҙа берәр бүлмә генә тигәндәй. Хәҙер туғандарға ла шылтыратыуһыҙ барыу ғәйеп һанала, хәл белеү бөтөнләй буш менән булашып йөрөү кеүек. Бер мәл “Әйҙә ҡунаҡ саҡырып алайыҡ әле” тип саҡырып та ҡараным яҡындарҙы, һәр кеменең үҙ мәшәҡәте булып, кемдәрелер сәбәпһеҙ ҡунаҡты аңламай булып, бик аҙы ғына килде. Унда ла онотҡанда бер күрешкәс, үҙ-ара тартыныу, шикләнеү бар. Беҙҙең ваҡытта бит ҡунаҡтан баш тартыу әҙәпһеҙлек ине. Ары күңелем ҡалды был ҡунаҡ саҡырыуҙан да...

 

Ноғман ағай, бына һеҙ 89 йәштәмен тиһегеҙ, ә бит бик күркәм һаҡланғанһығыҙ. Тура һорағанда, һеҙҙе ҡыҙҙар яраттымы?

– Әле яратмаймы икән ни мине ҡыҙҙар? (көлә) Ә инде етди әйткәндә, ҡатын-ҡыҙ иғтибарынан мәхрүм итмәне Хоҙай тәғәлә. Бигерәк тә Фәймә апайығыҙ һөйөүенән. Беҙ уның менән уҡыу йылдарынан бергә булып, ул мине әрменән көтөп, төрлө ҡаршылыҡтарҙы үтеп өйләнештек һәм мөхәббәтле, татыу булып йәшәнек. Ҡатын-ҡыҙҙың иғтибары – бер, ә уның тоғро һөйөү тота белеүе бөтөнләй икенсе төшөнсә ул. Мин был ғүмерҙә шуның икенсеһен һайланым.

 

Үлем тураһында уйлайһығыҙмы?

– Ул хаҡта кеше ҡартайғас ҡына уйлай башлай икән тип уйларға ярамай. Үлемде хатта бала саҡта күберәк уйлайһың. Ул ваҡытта әле үлем тигән төшөнсәнән уттан ҡурҡҡандай ҡурҡаһың. Йәшәй-йәшәй уның һинең йәнәшәңдә йөрөй икәнлеген аңлайһың, тора бара унан ҡасып булмай икәнде, аҙаҡҡараҡ уның артыҡ ҡурҡыныс нәмә түгеллеген дә төшөнәһең. Ә минең йәштә инде уға әҙер булып, үлемдең бер донъянан икенсеһенә күсә торған халәт булыуын аңлаған һәм фәлсәфәүи ҡараған йән булаһың инде. Ә ысынында мин үлем тураһында уйламайым да ул. Йәшәүҙе яратам. Яҡты донъянан кем туйған?

 

Һөйләшеүҙән һуң да ҡапыл ғына ебәрә алманыҡ әҙипте. Һәр кемдең дә уның менән бер-ике ауыҙ һүҙ булһа ла аралашҡыһы, иҫтәлеккә фотоға төшкөһө килде. Әле оҙаҡ ҡына уның янында шаулаштыҡ. Был ысынлап та тарихи мәл булды.

Фотола: Ноғман Мусин тыуған яғында уҡыусы балалар менән осрашыуҙа.

Автор:Миләүшә ҠАҺАРМАНОВА.
Читайте нас: