+2 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

САМА САМАҒА ТАП КИЛҺЕН

Бик динле булған, Ҡөрьәнде яттан белгән нәнәйемдең  ныҡ ҡайғырырға ла, ныҡ шатланырға ла ярамай тигәне иҫтә. Күп көлһәң, иларһың тигәндәре лә сама белеүгә барып тоташа.

САМА САМАҒА ТАП КИЛҺЕН
САМА САМАҒА ТАП КИЛҺЕН

Ата-балаларыбыҙ һәр нәмәлә сама белергә ҡушҡан.

"Сама белгән сайҡалмаҫ", "Уҫал булһаң — аҫырҙар, йыуаш булһаң — баҫырҙар, сама белһәң — ил ағаһы яһарҙар", "Сама самаға тарта", "Самаңа ҡарап эш ит" тигән. 

Быуаттар буйына башҡорт матди донъяла нәфсене тыйып, әҙ менән ҡәнәғәт булып, тирә-йүнендәге тәбиғәттең байлыҡтарын һаҡлап йәшәргә  күнеккән. Эске иреклелеге, буйһонмаҫлығы ла – матдилыҡ ҡоло булмауҙандыр.   

Донъя фәлсәфәһендәге минимализм йүнәлеше лә шуны тылҡый ҙабаһа. Йәшәү рәүешендә минимализмды өҫтөн күреүселәр күбәйә. Тик минимализмдың үҙендә лә сама булырға тейештер, сөнки эйәрсендәре араһында ҡайһы берәүҙәр тормоштоң бөтә уңайлыҡтарынан баш тартырға саҡыра. Быныһы инде аскетизмға тарта.

Йәшәү рәүеше, тормош стиле булараҡ, минимализм бик ҡулай нәмә. Йәғни күңелең ятҡан кешеләр менән генә аралашыу, хистәр гармонияһына өлгәшеү, һәр нәмәлә ябайлыҡ,  өйөңдә кәрәкһеҙ әйберҙәрҙе тотмау, ҡулланыу йәмғиәте ҡолона әйләнмәү.

Әйбер тигән нәмәнең  беҙ уйлағандан күпкә әһәмиәтһеҙ булыуын мин егерме биш йыл элек әсәйем үлгәс инандым. Уның ғүмер буйы йыйған бөтә донъяһы, запаста торһон тип төпкәрәк алып ҡуйған бөтә эреле-ваҡлы әйберҙәре, кәрәге тейер тип унда-бында һала барған бөтә иҫке-моҫҡоһо, иҫкеләрен туҙҙырып бөткәс тотонорбоҙ тип һаҡлаған бөтә яңы-яңы әйберҙәре ятып ҡалды. Шунан бирле мин запас йыйыуҙан дүндем. Олоғайған һайын “аҙа” барам: бер-ике йыл кеймәгән кейем-һалымды (хатта өр-яңы булһа ла), кәрәге теймәгән сувенир-бүләктәрҙе, йорт йыһазын, ватылған техниканы йәлләмәй ташлайым. Электрон варианты булған китаптарҙан да ҡотолам. Һәр әйберҙе “мин үлгәс, был бер кемгә лә кәрәкмәйәсәк” тигән үлсәм менән баһалайым. Бөтә донъям өс ишекле шифоньер эсенә иркен генә һыя. Үҙем ҡәнәғәтмен. Туҙан әҙерәк, саф һауа күберәк, өй эсе иркенерәк.

Туҡланыуҙа сама белеү бигерәк тә мөһим. Өлкәнәйгән һайын кеше энергияны әҙерәк тотона, шуға ашауҙы кәметергә кәрәк була. Быны аңғармайыраҡ, йәш саҡтағыса ашай биргән кеше һимергәндән-һимерә бара. Һаулығы насарайғандан-насарая.

Халҡыбыҙҙың аҡылы иҫкәртә:

“Аҙ аша – йыш аша”, “Аҙ ашаған май ашар, күп ашаған лай ашар”, “Аҙ ашаһаң, тағы ашарһың, күп ашаһаң, ни ашарһың?”, “Аҙ ашым – ҡайғыһыҙ башым”, “Аҙ ҡап, ҡаҙ ҡап”.

Автор:Ә. НУХОВА.
Читайте нас: