+18 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Төштәге батырлыҡ

Ғашиҡ булған ҡыҙына: «Мин һине яратам!» – тип әйтергә оялыуҙан малайҙар ҙа ғазаплана.

Төштәге батырлыҡ
Төштәге батырлыҡ
Хәйҙәрҙе генә алайыҡ, Флүрәһенә мөхәббәт тойғоларын еткерә алмай күпме интегеп йөрөнө. Һыҙланып ҡына ҡалһа ярар ҙа, ашай алмай, шыр һөйәккә ҡалды. Ә Салауат һуң, күҙе томаланып, һөйөү шиғырҙары яҙа башланы. Әлдә ҡыйыулығы етте. Бер күргәнендә һөйгәненә бер куплетын тоттороп китте.

Минең дә башымдан уҙҙы был иләҫ-миләҫ саҡ. Зөбәржәттәрҙең йорто, беҙҙеке кеүек, Ағиҙел ярында ғына. Бер мәл «Ҡотҡарығыҙ, ҡотҡарығыҙ, батам!» тигән тауышҡа йүгереп килһәм, ҡыҙ ағып китеп бара. Башы ғына күренә, сәбәләнә, ҡулдары нәмәгәлер тотонорға тырыша. Тиҙ генә һыуға һикерҙем. Батып бар­ғанда уны нисек ҡотҡарырға, тоторға икәнен яҡшы беләм. Зөбәржәттең сәсенән эләктерҙем. Ә ул ҡурҡыуынан мине ҡосаҡлап, йәбешергә маташа. Саҡ алып сығып, ҡом өҫтөнә һалдым. Яратҡан ҡыҙыңды күтәреү­ҙән дә оло бәхет юҡ икән! Ул арала эргә-тирәләге кешеләр ҙә күп йыйылып өлгөргәйне. Хатта Зөбәржәттең атаһы ла бар.

– Тереме? – тип һорай.

– Тере, тәне йылы, тын ала,– тинем. Ул ҡыҙын дауаханаға алып китте. Иртәгеһенә мине ауыл советына саҡырып, Зөбәржәтте үлемдән ҡотҡарғаным өсөн Почёт грамотаһы тапшыр­ҙылар, ике көндән район хакимиәте «Восход» мотоциклы менән бүләкләне. Мине маҡтап район гәзитенә яҙҙылар. Батыр уҡыусы тәрбиәләй­ҙәр, тип синыф етәксемә «Башҡорт­остандың атҡаҙанған уҡытыусыһы» исемен юлланылар, мәғариф бүлеге, беҙҙең Байназар урта мәктәбен өлгөлө булыуҙа маҡтай-маҡтай, ремонт­ҡа күп аҡса бирҙе.

– Үҫкәс, ҡыҙымды һиңә кейәүгә бирәм, – тип Зөбәржәттең атаһы ҡулым­дан ҡыҫты.

Мотоцикл менән урамға сығыуым булды, батыр ҙа батыр, тип үҙемде иптәш малайҙар күтәреп, һауаға сөй­ҙө. Тик ниңәлер улар мине тотманы, үҙем дөңк итеп ергә килеп төштөм. Тәнем ауыртҡанға уянып кит­һәм, урындыҡтан ҡолағанмын икән.

– Нимә, улым, төш күрҙеңме әллә? – тип һораны олатайым. Өләсәйем дә мин йығылғанға ҡапыл уянып, ҡур­ҡыуынан төҫө ҡасҡан. Бөтәһен дә һөйләп бирҙем.

Төштәрен юратырға күптәр өләсәйемә килә. Уға ышаналар. Минекен дә тиҙ генә юрап:

– Ҡулыңа ҡыҙ баланы күтәргәнһең – ул ҙур бәхет, – тине. Ә олатайым төшөмә үҙенсә баһа бирҙе.

– Эй, улым, йәшлектә, өләсәйеңә ғашиҡ булған осорҙа, уны әллә нисә тапҡыр төшөмдә күрҙем. Матурҡайымды немецтар урлап киткән, имеш. Дошмандарға автоматтан атам, ә пулялар көбәктән алыҫ китмәй ҙә ҡуя. Үҙҙәре күҙгә күренеп яй ғына осалар. Ни эшләргә? Дошмандарҙы ҡыуып етеп, өләсәйеңде саҡ ҡотҡарып алып ҡалдым. Ярай әле, Зөбәржәт һәр саҡ һинең күҙ алдында. Бергә уҡыйһығыҙ, уйнайһығыҙ. Ә һуғыш ваҡытында күңел күҙең күргән ҡыҙың эргәңдә юҡ. Бына быныһы аяныс, улым, – тип башымдан һыйпап, йо­ҡоға сумдыр­ҙы.

– Олатай, кемделер күрһәң, ул да шул ваҡытта ошо төштө күрәме? – тип һораным.

– Юҡ. Ғүмерем буйына ике кешенең дә бер үк төш күреүен бер ҡасан да ишеткәнем булманы, – тине олатайым.

Минең батырлығым тик төштә генә булды ла шунда уҡ мәңгелеккә тороп ҡалды, әммә онотолманы. Шулай ҙа Зөбәржәттең минең турала ниндәй­ҙер матур төш күреүенә малайлыҡ йылдарым уҙғансы ышанып йәшәнем.
 
 

 

Автор:Юнир САЛАУАТОВ.
Читайте нас: