-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Суртан ҡушыуы буйынса

Емеляның биҙрәһенә суртан эләкте.

Суртан ҡушыуы буйынса
Суртан ҡушыуы буйынса

— Һаумы, Емеля! Хәлдәрең нисек? – тине суртан телгә килеп.

Емеля иҫе китмәй генә яуап бирҙе:

— Арыу әле. Ни эшләп йөрөүең?

— Бына, яңылыш, биҙрәңә эләктем бит әле.

— Эләккәнһең икән, һурпа булырһың.

Ни тиклем генә ялынһа ла, барлыҡ теләктәрен үтәргә вәғәҙә бирһә лә Емеляның суртанды һыуға ебәргеһе килмәне.

— Алдашма! Мин һине депутатҡа оҡшатам. Улар ҙа бит вәғәҙәләрҙе мулдан өләшә.

— Теләйһеңме, һине лә депутат яһайым.

Һәм Емеля депутат булды. Бер ваҡыт шулай ялға ҡайтҡас, Емеля дуҫ-иштәре менән һыу буйына төштө. Күп итеп балыҡ тоттолар. Ҡаҙан аҫыр өсөн һыу алғанда Емеляның биҙрәһенә йәнә суртан эләкте. Вәғәҙәләргә исе китмәне уның. “Депутаттың былай ҙа бар теләктәре үтәлә бит!"– тине лә суртанды башҡа балыҡтар менән ҡаҙанға һалды.

Фото: bar-chk.livejournal.com

Автор:Фирҙәүес ЗАРИФ.
Читайте нас: