*Кешенең яңылышыуы тәбиғи, ә яңылышлыҡтарҙа башҡаларҙы ғәйепләү — тағы ла тәбиғирәк.
*Сәғәте булған кеше ваҡытты теүәл белә. Сәғәттәре күп булған кеше һис бер нәмә лә белмәй.
*Һеҙҙән ике йәшкә кесерәк белгес — тәжрибәһеҙ, ә биш йәшкә өлкәнерәге — замананан артта ҡалған ҡартлас.
*Был донъяла күп күрергә теләүселәр өсөн яҡтылыҡ та, теләмәүселәр өсөн ҡараңғылыҡ та етерлек. Ваҡ-төйәк мәсьәләләр тиҙ сиселә, ә әһәмиәтлеләре бер ҡасан да сиселмәй.
Фото: Twitter