-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Сейә

Мирзаһиттың йорто эргәһендә ҙур сейә ағасы үҫә. Бер мәл ул бик ҡуйы, япраҡтары ла күренмәҫлек итеп сәскә ата.

Сейә
Сейә

Сейә ағасы бар кешене һоҡландырып, аҡтан кейенгән йәш кәләш кеүек ултыра. Шул мәлдә күршеһе Вәли Мирзаһиттың балта, сүкеш тотоп, ағас янында маташҡанын күрә лә.

— Күрше, нимә эшләйһең, ҡойма төҙөйһөңмө әллә? — тип һорай.

— Күрәһең бит, сейәм нисек сәскә атҡан, ә  малай-шалай уның емешен урларға маташасаҡ. Сараһын күреп ҡуйырға кәрәк.

— Ә ниңә шул тиклем ҡом ташының?

— Ҡойманан йығылып төшкән саҡта, йомшағыраҡ булһын, тип өтәләнеүем инде, — тип яуап биргән Мирзаһит күршеһенә.

Фото: https://pixabay.com/ru/

 

Автор:Зөлфәт Шаһиәхмәтов
Читайте нас: